Йәмғиәт
1 Февраль 2022, 14:06

Әлдә ошондай кешеләр бар!

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Хәҙерге заманда изгелек ҡылыр, эргә-тирәләгеләрҙе бәхетле итергә тырышыр, шатлыҡ-ҡыуанысы менән ихлас уртаҡлашыр кешене табыуы еңел түгел. Әммә шуныһы һөйөнөслө: арабыҙҙа ошондай кешеләр бар әле. Уларҙың киң, изге күңеле, ярҙам итергә ынтылып тороуы, ихласлығы, башҡалар яҙмышына битараф ҡалмауы һоҡланырлыҡ.

Стәрлебаш районындағы Матросов исемендәге ауыл хужалығы етештереү хужалығы етәксеһе Илвер Хәлитов – тап шундайҙарҙан. Уҡытыусылар коллективы, уҡыусылар һәм ата-әсәләр мәктәпкә даими ярҙам күрһәткәне өсөн уға рәхмәт әйтә.

Ул – тағы әллә күпме эште башлаған шәхес. Тап уның ярҙа­мында мәктәп биләмәһендәге “Ҡайғылы әсә” һәйкәле терге­ҙелде. Ул шулай уҡ белем усағы­ның Шаяндар һәм отҡорҙар клубына ла ярҙам итте. Бынан тыш, хәстәрлекле етәксе биләмәне ҡарҙан таҙартыу, экологик шәм­беләр һәм мәктәп яны участка­һындағы ерҙе һөрөү кеүек сара­ларҙан да ситтә ҡалмай. Илвер Хәлитов – мәғариф учрежде­ниеһында уҙғарылған Яңы йыл байрамы бағыусыһы ла. Былтыр ҙа ошо матур байрам алдынан уҡыу­сыларҙы тәмле күстәнәс­тәре менән ҡыуандырҙы.

Бына ошондай ауылдашыбыҙ булыуы менән ғорурланабыҙ. Уға ныҡлы сәләмәтлек, барлыҡ уй-ниәттәренең тоормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Башҡаларға эшләгән изгелеге үҙенә әллә күпме яҡшы уңыштар, ҡаҙаныш­тар булып ҡайтһын.

 

Диләфрүз БАҺАУЕТДИНОВА,

Әмир ауылы дөйөм белем биреү мәктәбе директоры вазифаһын башҡарыусы.

Читайте нас