

Туймазынан ун йәшлек Илназ Дәүләтов, былтыр йәй футбол уйнағанда трансформатор будкаһынан тупты алам тигәндә электр тогынан һуғылып, ҡулһыҙ ҡалғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптарға уның ҡулдарын ҡырҡырға тура килде. Әле Балтай ауылы малайы яңыса йәшәргә өйрәнә, "Инстаграм"да үҙенең сәхифәһен асып, блогерлыҡта тәүге аҙымдарын яһай. Уның әлегә туғыҙ меңгә яҡын яҙылыусыһы бар. Һеҙ ҙә ilnaz_officaial сәхифәһенә күҙ һалығыҙ әле.
Алты ауыр операция кисергән көслө малайҙы күп кешеләр дәртләндереп тора, ярҙам итә. Яңыраҡ Илназ үҙенең диуарына илдең билдәле футболсылары ебәргән видеомөрәжәғәттәрҙе һалды. Уға "Спартак" командаһының капитаны, Рәсәй йыйылма командаһы уйынсыһы Георгий Джикия сәләм ебәреп, малайҙы һәм уның яҡындарын мартта үтәсәк Европа лигаһының Мәскәүҙәге 1/8 финал уйынын ҡарарға саҡырған. Мачтан һуң яҡындан танышырбыҙ, һөйләшербеҙ, тигән.
"Локомотив" командаһынан Константин Марадишвили иһә уға ныҡлыҡ, түҙемлек, ихтыяр көсө, маҡсатҡа ынтылыш теләгән.
Ә "Зенит"тан Артем Дзюба: "Зинһар, тик яҡшы нәмәләр тураһында уйла. Һинең турала хәстәрлек күргән, һиңә ышанған кешеләр күп. Берәй ҡасан "Зенит"тың йәки Рәсәй йыйылма командаһының уйынын ҡарарға килереңә ышанам. Танауыңды төшөрмә, үҙеңде һаҡла, уңыштар!" – тигән.
Йәнә билдәле футбол комментаторы Нобель Арустамян да уға изге теләктәрен теткергән. Тиҙҙән, февраль аҙағында, Илназ тыуған көнөн билдәләйәсәк. Был ҡыуаныслы яңылыҡтар уға ҙур бүләк булды.
Илназ, беҙ ҙә һиңә тик уңыштар теләйбеҙ. Тырыш, алға ынтыл.
Фото: @ilnaz_officaial/instagram.com