Йәмғиәт
1 Февраль 2022, 14:36

Әсә һағышы (Нәҫер)

риа-ленинск.рфриа-ленинск.рф
Фото:риа-ленинск.рф

Быйыл йәй Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 81 йыл тула. Ошо һағышлы ла, ҡайғылы ла көн еткән һайын мин ҡәһәрле һуғышта ғәзиз улдарын юғалтҡан моңһоу ҡарашлы әсәләрҙе иҫкә төшөрәм.

Күп йылдар үтһә лә, улар һаман улдарын көтә… Күптәре һағыныу һағыштарын үҙҙәре менән бергә мәңгелек йорттарына алып китте инде. Улар яуҙа юғалтҡан ғәзиз балаларын көнөн дә, төнөн дә көттө. Бөгөн ҡайтмаһа, бәлки, иртәгә йә унан һуң ҡайтыр, тигән өмөт уларға сабырлыҡтарын һуҙырға ярҙам итте.

…Миңлеямал инәйгә улының батырҙарса һәләк булыуы тураһында полкташтары яҙып ебәрә. Әсә ышанмай, уның улы ише тормошто өҙөлөп яратҡан кеше үләме ни?! Юҡ, ул үлмәгән, тип өҙгөләнә әсә. Ары-бире һуғылып, йөрәк әрнеүенә түҙә алмайынса, улының ҡәҙерләп һаҡлаған тальян гармунына барып тотона. Унан уның бармаҡ эҙҙәрен эҙләй, өйҙән киткәндә, “Әсәй, ҡайтҡас, тағы ҡапҡа алдында уйнармын!” тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрә… Әсәнең йыйырсыҡлы йөҙөнән күҙ йәштәре ағып төшә, күҙ алдын томан баҫа. Ниңә шул тиклем аяуһыҙ был тормош?

Улы Әхмәттең һыны әсәнең гелән күҙ алдында тора. Бәлки, шул сәбәптәндер, әсә күптәрҙе уға оҡшата. Ә ҡайһы саҡта “Әхмәт, балам!” тип ҡысҡырыуҙан саҡ тыйылып ҡала, күңелендә улы һаман йәш килеш йәшәй. Улының тиңдәштәре инде бабайҙар рәтенә инеп барһа ла, ул уны оло кеше тип башына ла килтермәй.

Көтә, күҙ йәштәрен йөрәгенә йотоп көтә. Был зарығып көтөү әсәнең йөрәген телгеләй. Улыҡайын төштәрендә күреп илап уяна. Йыш ҡына стеналағы рәсеме менән һөйләшә башлай: “Бигерәк тә генә оҙаҡланың… Нисек зәғифләнһәң дә ҡайт, улым, ҡайт инде!..” Унан ҡапыл “үлде” тигән һүҙ иҫенә төшөп, йөрәге дерелдәп, ҡайнар күҙ йәштәре аға башлай. Ғорур тауҙар ярылыр, йөҙйәшәр имәндәр шаулар ине әсә ҡайғыһынан һәм йән ғазабынан. Түҙә алмай улының сумаҙанын аса, унда ул тешләп ҡалдырған икмәк телеме ташҡа әйләнгән, уны ҡулына алһа, улының ҡайтып инеренә өмөтө арта.

Күҙ алдында үлеп, үҙ ҡулдары менән тәрбиәләп ҡуйылһа, был тиклем үкенесле булмаҫ ине. Сит-ят ерҙә ятып ҡалған ғәзиз балаһының һөйәктәре өсөн меҫкен әсәнең йөрәге әрнеүҙән туҡтамай һәм ошо билдәһеҙ көтөү, һүрелмәҫ һағыш һәм ғазап ер ҡуйынына уның менән бергә китә…

Ә Ер шарында һаман мәғәнәһеҙ һуғыштар ҡабынып, ҡабатланып тора. Беҙ, һуғыш балалары, ул замандың бар михнәтен тал сыбығындай иңдәребеҙҙә күтәрҙек, әсе ҡайғыһын йөрәктәребеҙҙә йөрөттөк. Улар оноторлоҡ түгел… Шуға күрә теләгебеҙ изге: Ер йөҙөндә һуғыштар булмаһын, ейәндәребеҙ беҙ кисергән әсе ғазап-михнәттәрҙе күрмәһен.

Нисек кенә ҡатмарлы тойолмаһын, тормош барыбер матур: һәр иртәлә ал ҡояш ҡалҡа, ҡоштар һайрай, мең төрлө сәскәләр күҙҙәрен аса, йылы ямғырҙар яуа, йомшаҡ елдәр иҫә… Кеше ғүмере бер генә, ул ҡабатланмай, шуның өсөн донъяға тыуған һәр кем бәхетле йәшәһен һәм яратып туйып булмаҫ тормоштоң ҡәҙерен белһен ине!

Боҙҙарына һалып туңдырһа ла,

Уттарына һалып яндырһа ла,

Һис биҙҙермәй икән был тормош,

– тип әйтке килә.

 

Әминә ВӘХИТОВА.

Читайте нас