Йәмғиәт
1 Февраль 2022, 14:35

Тотош ауыл яндырылған

Тыныслыҡтың ҡәҙерен беләйек.

Уҙған йылда Чех һәм Словак республикаларының йәмәғәт ойошмалары Икенсе донъя һуғышы һәм данлыҡлы яҡташыбыҙ Даян Баян улы Мурзиндың тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап байтаҡ етди саралар һәм һуғыш реконструкциялары уҙғарғайны.

“Үҙебеҙҙе ҡотҡарыусыларҙың батыр­лығын халыҡҡа, айырыуса йәш быуынға еткерергә теләйбеҙ икән, уларҙың үҙ-үҙҙәрен аямайынса фашизмды еңеү өсөн ҡорбан итеүе хаҡында даими һөйләп торорға тейешбеҙ. Был алдан планлаштырылған бер көнлөк эш түгел, – ти Ян Жижка исемендәге 1-се партизандар бригадаһының һуғыш реконструкцияларын ойоштороусыһы Иржи Тесаж. – Һуғыш тамамланыуға 77 йыл тулып килһә лә, онотмайыҡ быны. Айырыуса бөгөнгө заманда тынысланырға ярамай”.

Ошо маҡсатын тормошҡа ашырыу ниәтенән ул 1945 йылдың 8 ғинуарында Даян Баян улы Мурзин етәкселегендәге Ян Жижка исемендәге 1-се партизандар бригадаһына ярҙам иткән халыҡтан үс алыу маҡсатында немец фашистары яндырған Плоштина ауылы фажиғә­һенең реконструкцияһын ойошторҙо.

– Сарала элекке партизандарҙың ейәндәре әүҙем ҡатнашты, ә был күңелде күтәрә. Тимәк, өлкәндәр урынына йәштәр килә, был – беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ! – тине Иржи Тесаж. – Әйткәндәй, партизан һуғышы реконструкцияларын ныҡлап өйрәнгәндән һуң ғына күрһәтәбеҙ – әҙерлек бер ай алдан башлана. Шулай уҡ халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ, һәр ваҡиға ҡайҙа, ҡасан, нисек булған, реконструкцияны шулай уҙғарабыҙ. Һуңынан һәләк булған партизандар иҫтәлегенә салют бирәбеҙ, билдәһеҙ һәм билдәле батырҙарҙың ҡәберенә сәскәләр һалабыҙ.

Ә нисек булған был фажиғә? Был турала ниҙәр беләбеҙ? Плоштина ауылын яндырған язалаусылар отрядта­рының һәр береһендә 300-әр дошман һалдаты була. Етәксеһе – Гитлерҙың яратҡан диверсанты, СС оберштурмбанфюреры Отто Скорцени. Ул төҙөгән план буйынса башта дивизия партизандарҙы һәм уларға ярҙам иткән халыҡты ҡырыу, үлтереү һәм язалау өсөн махсус мәктәп үтә. Уларҙы халыҡ менән үҙҙәрен нисек тоторға, ниндәй психологик баҫым яһарға һәм ҡурҡытыу алымдарын ҡулланырға өйрәтәләр, аҡсаға һатылған яңы агенттарҙы һәм немец армияһында хеҙмәт итергә теләгәндәрҙе йыйып алып, тауҙарға партизандарҙы эҙләргә ебәрәләр. Словак һәм судет немецтарынан торған глинков гардистарына (гвардеецтар) хатта наркотик ҡулланырға бойорола.

Был йәлләттәр юлдарында осраған берәүҙе лә аямай, шуға күрә уларҙан уттан ҡурҡҡан кеүек ҡурҡалар, күҙҙәренә салынмаҫҡа тырышалар. Язалаусылар отрядының бер төркөмө овчаркалар ярҙамында Визовице ҡалаһы йүнә­лешендәге бөтә урман-тауҙарҙы ҡыҙырып сыға. Юлда осраған ирле-ҡатынлы Рандловтарҙы, Р. Пордедлды атып китәләр, Злин өлкәһенә ҡараған Всетин ҡалаһына яҡын тауҙарҙа хәрәкәт иткән Ян Жижка исемендәге отряд партизандарын эҙләйҙәр. Яуызлыҡта ярышып, үҙен күрһәтергә тырышҡан язалаусылар, Скорцениҙың “бер кемде лә аямаҫҡа” тигән әмерен иҫтә тотоп, юлда осраған һәр кешене: “Йә, әйт, эт, ҡайҙа партизандарығыҙ? Ҡайҙа йәшерен­гәндәр, күрһәт!” – тип туҡмап, тиктомалға атып, ике яҡлап юл буйында үҫкән алмағас­тарға аҫып китәләр. Алғараҡ китеп әйткәндә, фашист карателдәренең Ян Жижка бригадаһы партизандарынан ошолай үс алыуы Прлов, Важаков, Южичков Млынь ауылдарында ла дауам итә. Тик һәр ҡыуаҡты, һәр йылғаны, тау баштарын байҡап сыҡһалар ҙа, бер генә партизанды ла тота алмайҙар. Уларҙың был яуыз ниәте тураһында Мурзинға алдан хәбәр ителгәнгә күрә, партизандарҙы һаҡлау маҡсатында ул ситкә алып китә.

...Был ваҡытта рус офицеры Николай Костин Ян Жижка бригадаһының Плоштина отряды командиры була, ул ваҡытта унда 130 партизан иҫәпләнә. Плоштинала язалаусылар килер алдынан ғына ял итеп өлгөргән Ян Жижка партизандары, бәхеткә күрә, ауылдан китеп өлгөрә, ә Костин тороп ҡала. Әлбиттә, уға язалаусыларҙың ау ҡороуы хаҡында еткереүселәр табыла: улар – ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, партизандарҙы киҫәтеп өлгөргән Франтишек Куделя, гестапола эшләгән разведчица Марта һәм уның һөйгән егете Володя. Әммә халыҡтың яй ҡуҙғалыуы сәбәпле, байтаҡ ваҡыт уҙа һәм хәл ахыр сиккә етә: овчаркалар эйәрткән ҡораллы дошман ауылды уратып ала. Өмөтһөҙ хәлдә ҡалған кешеләргә яҙмыштарына күнеүҙән башҡа сара ҡалмай, етмәһә, ҡулдарында ҡорал да булмай. Язалаусыларға ҡаршы тиңһеҙ алышта партизандарҙың барыһы ла, шул иҫәптән Костин үҙе лә һәләк була... Бәхеткә күрә, Мурзиндың бойороғо менән башҡа бөтә отрядтар ҙа иҫкәртелеп өлгөрә.

Ауылға ингәс, язалаусылар ҡот осҡос яуызлыҡтар ҡыла: партизандарҙы һәм уларға ярҙам иткән халыҡты ҡырыу буйынса Белоруссия, Украина, Одесса, Молдавия һәм Ҡырымда ҙур тәжрибә туплаған гестапо вәхшиҙәре кешеләрҙән үс ала башлай. Улар, 180 кешенән торған өс отрядҡа бүленеп, башта ауылды уратып ала һәм төйөнсөктәрен күтәреп ҡасырға йыйынған халыҡты, мал әйҙәгән кеүек, яңынан ауылға ҡыуып керетә. Һәр өйгә үрт һалынғас, халыҡты янған йорттарға ҡыҫырыҡлайҙар – унда бер ҡатын һәм 23 ир-егет янып үлә.

Тирә-яҡты карателдәр уратып алғанға күрә, бисараларға уттан сығыу мөм­кинлеге булмай: сығырға маташыу­сыларҙы автоматтарҙан, пулеметтарҙан атып үлтерәләр. Был ваҡытта ауыл ҡарғыш, аҡырыш, ҡысҡырып илаған тауыштарға, күҙ йәштәренә күмелә. Кешеләрҙең “йәлләгеҙ инде, зинһар, Алла хаҡына үлтермәгеҙ!” тип тубыҡланып ялбарыуына, балаларҙың инәлеүенә лә ҡолаҡ һалмайҙар. Ҡарттарҙы ла, ауырлы ҡатындарҙы ла аямайҙар. Йәше-ҡарты, балалар – барыһы ла тереләй яндырыла.

“Һеҙгә аяу юҡ, партизандарҙы йәшереп тотҡанһығыҙ, беҙгә хәбәр итмәгәнһегеҙ – был шуның язаһы!” – тип ҡысҡыралар. Ошо мәхшәрҙә өйрәтелгән овчаркаларын да эшкә ҡуша йәлләттәр. Ә овчаркалар төркөмөнә чех милләтле надпоручик (өлкән лейтенант) Доминик исемле йәш егет етәкселек итә. Башта ул ҡулдары бәйле кешеләрҙе эттән талата, шунан овчаркалар ярҙамында янған өйҙәргә ҡыуып индерә. Бына шулай яңы ғына ҡайнап, гөрләп торған тормош һүнә, йөҙҙән ашыу кеше йәшәгән ауылдан күҙ асып йомған арала көл-күмер генә тороп ҡала” (Я. Поспишил, “Гиеналар”, 119-сы бит).

Был вәхшилектән һуң Отто Скорцениҙың бойороғон үтәгән тоғро судет немецтары Эрвен Хафеншайн менән Валтер Павловский уға отчет яҙа, ә тегеһе үҙ сиратында Гитлерға “Операция иҫ китмәле уңышлы үтте, Ян Жижка бригадаһы тулыһынса юҡ ителде!” тигән ике телеграмма ебәрә. Уларҙың береһендә: “Ауылдағы партизандарҙың барыһын да юҡ иттек, Плоштинанан торомбаштар һәм көл өйөмдәре генә тороп ҡалды” тиелһә, икенсеһендә: “Операция яҡшы үтте: Ян Жижка бригадаһы тулыһынса юҡ ителде!” тип яҙыла. Ошо уҡ көндә фюрер яратҡан офицерын Тимер тәре менән бүләкләү тураһында фарман сығара – бригада командиры Даян Мурзин былар хаҡында партизандарға ярҙам иткән майор Дурдик ебәргән телеграмма күсермәһе аша белә. Был күсермә бөгөнгәсә Прагала Хәрби архивта һаҡлана. Баҡһаң, фашистар 1945 йылдың яҙында үҙҙәре ҡылған яуызлыҡтар тураһындағы күп документтарҙы юҡ итеп өлгөрмәгән.

Был ҡот осҡос фажиғә кемдең намыҫында һуң? Гестапо язалаусылары Плоштинала Ян Жижка партизанда­рының тороуын ҡайҙан белгән? Һуңынан асыҡланыуынса, Плоштина халҡын фашистарға үҙ кешеһе һатыуы асыҡлана, ул “Плоштина кешеләре Ян Жижка партизандарына ярҙам итә” тип гестапоға ошаҡлаған Олджих Батя була. Һуғыштан һуң халыҡ яуызды аҫыу язаһына хөкөм итә – был эш барса халыҡ алдында башҡарыла. Һуғыштан һуң йәлләттәрҙең күбеһе үҙ язаһын ала, әммә был ғына халыҡтың үсен ҡандырмай...

Һуғыштан һуң Плоштинала һәләк булғандарҙың иҫтәлеген мәңгеләш­тереп, мөһабәт мемориал ҡалҡып сыға, йылдың һәр миҙгелендә унан кеше өҙөлмәй.

– Бында йыл һайын Еңеү көнөндә митингтар уҙғарыла, ошонан йыраҡ түгел урынлашҡан капличкала (бәләкәй генә католик сиркәүе) мәрхүмдәрҙең рухына доға ҡылына. Ҡәберҙәренә сәскә һалына, – тип һөйләй ауыл старостаһы (хакимиәт башлығы) Томаш Зиха.

Данлы яҡташыбыҙ Даян Баян улы социалистик Чехословакияла бөтәһе 22 тапҡыр була. Һәр барғанында ул да фашизмға ҡаршы һуғышта һәләк булған партизандар рухына баш эймәйенсә китмәй.

 

Миләүшә ГОДБОДЬ.

 

Чех Республикаһы.

Читайте нас