

“Ҡурай даны” милли телепремияһы 2018 йылда “Ҡурай-ТВ” йыр-моң телеканалы башланғысы менән булдырыла. Төп маҡсат — үҙ эшендә уңышҡа өлгәшкән замандаштарыбыҙҙы асыҡлау һәм башҡаларға танытыу, шулай уҡ башҡорт телен, мәҙәниәтен пропагандалау, һаҡлау, популярлаштырыу, халыҡ традицияларын, һөнәрҙәрен үҫтереү.
Заманыбыҙҙың төп геройҙарының исемдәре Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Ҡурай даны” милли телепремияһы менән бүләкләү тантанаһында иғлан ителде. Ул халҡыбыҙҙың иң уңғандарына – үҙ эшенең оҫталарына, һөнәрселәргә, аграрийҙарға, эшҡыуарҙарға, ижадсыларға, шулай уҡ теге йәки был өлкәлә уңышҡа өлгәшкән ғаиләләргә тапшырылды. 2020–2021 йылдарҙа телепремияға 45 ҡатнашыусы — “Ҡурай” телеканалы тамашасылары тәҡдим иткән замандаштарыбыҙ күрһәтелде. Был юлы “Ҡурай даны” икенсе милли телепремияһы туғыҙ номинацияла билдәләнде.
Шулай итеп, Учалы районынан Альфред Мөхөтдинов – “Ер кешеһе”, Әбйәлил районынан табип-онколог Ренат Мәһәҙиев – “Һөнәр оҫтаһы”, Өфөнән кафе хужаһы Рита Абдрахманова һәм “Ағиҙел” башҡорт сәнғәт кәсептәре” дәүләт унитар предприятиеһы директоры Гүзәл Кәримова – “Эшлекле ханым”, Әбйәлил районынан Мансур Усманов – “Ҡул оҫтаһы”, Баймаҡ ҡалаһынан Илүзә менән Артур Иҫәновтар – “Ижади ғаилә”, Ейәнсура районынан Гүзәл менән Хәмит Ҡыуатовтар, Белорет районынан Гөлнур менән Сәлим Асҡаровтар – “Миһырбанлы ғаилә”, Ишембай районынан Алһыу менән Рөстәм Хәсәновтар – “Спорт ғаиләһе”, Өфө районының Шамонин ауылынан биатлон буйынса тренер Айгөл Хәкимова, Мәсетле районынан хоккейҙы үҫтереүгә тос өлөш индергән Фирғәт Мөниров – “Йыл тренеры”, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының баш режиссеры Рөстәм Хәкимов “Йыл режиссеры” номинацияһында еңеүгә лайыҡ булды.
Ойоштороусылар премия еңеүселәрен объектив һайлап алыу маҡсатын ҡуя. 2020-2021 йылдарҙа “Ҡурай” телеканалында тамашасыларҙы номинанттарҙың һәр береһе менән таныштырған тапшырыуҙар эфирға сыҡты. “Ҡурай даны” көмөш миҙалы хужаларын телетамашасылар һайланы — еңеүселәр интернетта тауыш биреү юлы менән билдәләнде.
Рәмилә МУСИНА.