Йәмғиәт
2 Февраль 2022, 17:30

Фатирығыҙ һыуыҡ булһа...

Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә мөмкин? Бәйләнеш саралары - яҙмала.

Фатирығыҙ һыуыҡ булһа...Фатирығыҙ һыуыҡ булһа...
Фатирығыҙ һыуыҡ булһа...

“Өфө, Александр Невский урамы, 25-се йорт. Беҙҙең йылылыҡҡа нимә булған? Һыуыҡ, кискә табан батареялар йылымыс була, 1-се һәм 2-се подъездағы күршеләр ҙә зарлана”.

“Йылытыу миҙгеле башынан уҡ 25-се Торлаҡ-эксплутациялау идаралығы насар йылытыуға бәйле мәсьәләне хәл итә алмай: Өфө ҡалаһы, Машиналар эшләү урамы, 9-сы йорт”.

“Күп фатирлы йортто йылытыуға бәйле мәсьәлә бар! Кешеләр фатирҙарында туңа, унда йылылыҡ өсөн тулы хаҡ түләйҙәр. Өфө ҡалаһы, Батыр урамы, 41/1-се йорт. Ярҙам итегеҙ!”

Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенә ошондай мөрәжәғәттәр йыш килә. Һәр осраҡ – шәхсән, әммә бөтәһенә лә ярҙам кәрәк.

Кемдең йортонда һыуыҡ, кемдә – эҫе. Баш ҡала фатирҙарындағы температура айырмаһы сәбәптәре Өфөнөң йылылыҡ менән тәьмин итеү штабында Республикаға идара итеү үҙәге, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, Өфө ҡалаһы хакимиәте һәм ҡала хеҙмәттәре вәкилдәре менән бергә тикшерелде.

Республикаға идара итеү үҙәгенең аналитикаһы һәм “Йылы Өфө” системаһы статистикаһы яуаплы хеҙмәттәргә тәү сиратта мохтаждарға булышлыҡ ҡылыу йәһәтенән ҡарар ҡабул итергә ярҙамлаша.

Штабта ниндәй ҡарарҙар ҡабул ителгән?

БашРТС хеҙмәттәренә һәм Өфө инженерҙар селтәренә сифатһыҙ коммуналь хеҙмәттәр тәҡдим итеү осраҡтары буйынса ҡайтанан иҫәпләү анализы эшләргә ҡушылды.

Ҡала торлаҡ хужалығы идаралығына райондар менән берлектә айырым йылылыҡ пункттарындағы емерелеү сәбәптәрен анализларға ҡушылды.

Бөтә хеҙмәттәр халыҡҡа мәғлүмәт бирергә һәм мәсьәләләр тураһында нисек бар шулай һөйләргә тейеш.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йылылыҡ биреү һорауҙары буйынса “Йылы Өфө” кол-үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин:

баш ҡала хакимиәте сайтына – https://ufacity.info/teplaya-ufa/;

телеграм-бот ярҙамында – @Ufahotbot;

тәүлек әйләнәһе эшләгән телефон аша: +7 (347) 277-09-11.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәгендәге видеояҙманан скриншот.

Фатирығыҙ һыуыҡ булһа...
Фатирығыҙ һыуыҡ булһа...
Фатирығыҙ һыуыҡ булһа...
Фатирығыҙ һыуыҡ булһа...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас