

Республикаға идара итеү үҙәге социаль селтәрҙә Межгорье ҡалаһының бөгөнгө тормошона, киләсәгенә ҡағылышлы яңы пост һәм видеояҙма менән уртаҡлашты.
“Кисә Ленин урамынан Совет урамына тиклем балалар менән үттек, ҡарауы ауыр. Ҡасан был биләмәне төҙөкләндерәһегеҙ?”
Межгорье ҡалаһы халҡы йәшәгән төйәген – матур, урамдарҙы төҙөкләндерелгән итеп күрергә теләй. Ошо хаҡта социаль селтәрҙәрҙә лә яҙалар. Һәм беҙ улар өсөн яҡшы яңылыҡ булыуына шатбыҙ, ике һәйбәт яңылыҡ бар. Ҡала 2021 йылда уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңде. “Офоҡтарҙы асып” проекты тормошҡа ашырыла башланы.
Проект авторҙары йәштәрҙең ситкә китеүе тураһында ла уйлана: сығарылыш уҡыусылары ҙур ҡалаларға китә һәм кире ҡайтмай. “Офоҡтарҙы асып” проекты ҡала үҙәген һәм уның янындағы майҙансыҡтарҙы үҙгәртеүҙе, йәштәрҙе ылыҡтырыу урындарын һәм башҡа уңайлыҡтар тәҡдим итә.
Проект биләмәһенә Мәҙәниәт һәм ял итеү үҙәге алдындағы төп майҙан, Еңеүҙең 40 йыллығы урамынан Ленин урамына тиклем йәйәүлеләр юлын тәртипкә килтереү инә. Әле автомобиль юлы менән тоташҡан һәм уңайһыҙ ҡалҡыулыҡтары булған, социаль, мәҙәни объекттар һәм сауҙа нөктәләре урынлашҡан террасалар тора. Тиҙҙән бөтәһе лә үҙгәрәсәк!
2021 йылда Бөтә Рәсәй конкусында Башҡортостандың алты ҡалаһы еңеүсе булды: Бәләбәй, Туймазы, Күмертау, Бөрө, Межгорье һәм Стәрлетамаҡ. Улар үҙҙәренең проекттарын тормошҡа ашырыуға 440 миллион һум самаһы аҡса алыуға өлгәште.
Әйткәндәй, “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса Башҡортостан Рәсәй субъекттары араһында икенсе урында тора. 2019 йылдан 434 йәмәғәт биләмәһе тәртипкә килтерелгән. 2022 йылда 122 урында төҙөкләндереү ҡаралған – аллеялар, йәйәүлеләр юлы, яр буйҙары, скверҙар, парктар", тип билдәләнә яҙмала.
Фото: скриншот.
Видеояҙма: Республикаға идара итеү үҙәге.