

«Пятерочка» аҙыҡ-түлек магазины һатыусыһына мутлашҡан өсөн 6 йылға тиклем төрмә янай, тип белдерә BasNews.
Тәфтишселәр асыҡлауынса, магазинда ул бер нисә ай эсендә 400 мең һум аҡсаға байыған. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң ғына етәкселек был хаҡта белеп ҡалған.
Баҡтиһәң, кассир егет түбәндәге схеманы уйлап тапҡан. Магазинда акция буйынса хаҡы төшкән тауарҙарҙы үҙенә йә башҡа таныш кешегә һатылды, тип аҡса индергән. Күпмелер ваҡыттан һуң уларҙы магазинға кире ҡайтарған, тик акция хаҡы буйынса түгел, ә тулы хаҡ менән. Шулай итеп, ул хаҡ айырмаһы менән байыған. Әле был егеткә ҡарата «ҙур суммала аҡса үҙләштереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Шулай уҡ «Пятерочка» теге 400 меңде түләтергә лә уйлай.
Фото: pixabay.com