Йәмғиәт
3 Февраль 2022, 06:00

"Ә миңә йоҡһа?.."

"Төн уртаһында ҡото осоп ирем шылтыратты. Бала өсөн ҡайғырамы икән тиһәм..." 

"Ә миңә йоҡһа?..""Ә миңә йоҡһа?.."
"Ә миңә йоҡһа?.."

Күптән аралашҡан юҡ тип, бала саҡ әхирәтемә шылтыраттым. Хәл-әхүәл белешеп, донъя мәшәҡәттәрен һорашҡандан һуң шәхси тормошҡа ла төшөп киттек.

Әхирәтем тормош иптәшенән айырылып, улы менән яңғыҙы донъя көтә. Көсләп асылған ҡояштың нуры булмай, тиҙәрме әле. Шуның ише, тормошҡа ул күпкә өлкән кешегә, «ваҡыт үтеп бара, донъя ҡорорға кәрәк» тип, әсәһенең өгөтләүе буйынса ғына сыҡты. Ауыл ерендә йорто булған, ҡасандыр өйләнеп айырылған ирҙе димләгәстәр, риза булды ла ҡуйҙы. Етмәһә, шул ауылда башланғыс кластар уҡытыусыһы кәрәк ине. Эше лә килеп сыҡҡас, эстән генә шатланып та ҡуйҙы.

Үҙе баҫалҡы, тыныс холоҡло ул, шуға ла дыуамалыраҡ ирҙе ваҡыт үтеү менән, бәлки, яратып китермен тип өмөтләнде. Ҡатын уңған ине, донъяһын да емертеп көттө, баҡсаһы ла һәр ваҡыт гөлт итеп торҙо. Йәш кәләш алғас, ир ҙә дәртләнеп китте, донъяһын бөтәйтте, төкәтмә эшләп йортто ҙурайтып ебәрҙе. Ҡул эшенә оҫта ине, белмәгән эше юҡ үҙенең.

Тормош мәғәнәһе булып, малайҙары тыуҙы. Тыштан ҡарап торғанда, матур ғына йәшәп ятҡан кеүек күренә инеләр. Һәр хәлдә, тирә-яҡтағылар, күрше-күлән күҙлегенән һоҡланып туймаҫлыҡ пар кеүек ине лә бит. Әммә ир үтә лә холоҡһоҙ, ваҡсыл, үҙен генә яратҡан кеше булып сыҡты. Йорттағы барлыҡ ваҡ-төйәк нәмәләргә лә ҡыҫыла ине. Йыш ҡына шул нигеҙҙә низағ сыҡты. Шул холҡо ҡатындың бар туғандарын да биҙҙерҙе. Ҡунаҡҡа тип килгәндәрендә лә ғауға сығарҙы, сөнки йортона кеше килгәнде яратмай ине ул. Үҙе башлап мәңге ғауғалашмаған ҡатын өсөн бындай тормош ауыр ине…

Ун йыл түҙгәндән һуң, тамам тәҡәте ҡороп, малайын алып сығып китеүҙән башҡа сара ҡалманы. Әле нисек, аралашаһыҙмы тиеүемә. «Эйе, бала хаҡына. Был аҙнала ялға малайҙы алып ҡайтып киткәйне. Бала төндә ауырып киткән, тән температураһы күтәрелгән. «Ҡарале, баланы ни эшләтәйем? Киҙеүе миңә йоҡһа?!» - тип төн уртаһында ҡото осоп шылтырата. Бала өсөн ҡайғырамы тиһәм, үҙ ғүмере өсөн борсола, имеш… Үҙен генә яратҡан кешенән тағы ни көтәһең инде…» - тип тамамланы әхирәтем һүҙен моңһоу ғына. Эйе, балаһы ауырыһа, әсәй йәнен бирергә әҙер, ә атайҙарҙың ғүмере аяулы…

Фото: pixabay.com

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас