Йәмғиәт
4 Февраль 2022, 08:43

Атайҙар ҙа яуаплы

Рәсәйҙә йыл һайын йөҙ йөк­лөлөктөң 65 осрағы аборт менән тамамлана.

Funart.proFunart.pro
Фото:Funart.pro

Һуңғы осорҙа ҡатындар әсәлек капиталы алыу өсөн сирле һәм йәшәүгә һәләтһеҙ сабыйҙарҙы йышыраҡ таба... Был хаҡта парламент тыңлауҙарының береһендә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин асыҡтан-асыҡ белдергәйне. Йөклөлөктө өҙөү өсөн күрһәткестәр булыуға ҡарамаҫтан, әсәләр бала табырға ҡарар итә. Тиҫтәләгән һау-сәләмәт ҡатын-ҡыҙ иһә, киреһенсә, сабыйынан үҙе теләп ҡотола.

Аборт-операция, ниндәй генә срокта булмаһын, ҡатын-ҡыҙ һаулығы өсөн хәүефле. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, йыл һа­йын республикала ҡатын-ҡыҙ­ҙар консультацияһына йөклө­лөктән ҡотолоу өсөн дүрт меңгә яҡын пациент мөрәжәғәт итә. Консультациялар һөҙөмтәһендә бер мең ярым тирәһе сабый донъяға килә. Табиптарҙың әйтеүенсә, иң мөһиме, буласаҡ әсәгә ваҡытында ярҙам итеү, сөнки бөтә был хәл – уның өсөн көслө стресс. Күптәргә һүҙ ярҙа­мы, психологтарҙың, юристар­ҙың аңлатыуы кәрәк.

Аборт өсөн яуаплылыҡты йы­шыраҡ ҡатын-ҡыҙ иңенә һа­лалар, ә бит сабыйҙың тыуы­уына күберәк атайҙар ҡаршы төшә. Бындай ғәҙелһеҙлекте йә­мәғәтселәр ҙә таный. Белгес­тәр әйтеүенсә, атайҙарҙы ышандырыу көсө табылһа, Рәсәйҙә планлаштырылмаған һәр алтынсы сабый донъяға килгән булыр ине!

Рәсәйҙә йыл һайын йөҙ йөк­лөлөктөң 65 осрағы аборт менән тамамлана. Тыумаған сабыйҙар ҡатындарҙың хөкөмө менән һәләк була. Ни бары 35 сабый донъяға килә... Йыш ҡына йәш парҙарға әлегә ғаиләлә “өсөнсө ағза” артыҡ кеүек тойола. Аҙаҡ, билдәле инде, ауыр кисереш­тәр, үкенеүҙәр башлана, ҡасандыр “артыҡ” һаналған баланың тормошта етешмәүе йәнде ҡыя. Йыш ҡына никахһыҙ ауырға ҡалған ҡатынға сабыйын табыу киләсәктә тормош ҡороу, кейәүгә сығыу өсөн кәртә булыр кеүек тойола. Тик бәхетте бындай ҡорбандар менән һатып алып булмай!

Бөтә проблемаларҙы бер көн­дә хәл итеү мөмкин түгел. Уйланылмаған аҙымдың яҙмы­шыңды һындырыуы ихтимал. Юҡ, аборт бары һеҙҙең генә шәхси эшегеҙ түгел, ул бит һеҙҙең тыуырға өлгөрмәгән сабыйығыҙға ла ҡағыла. Әсә ҡарынында яралғандан һуң 18 көн үткәс йөрәге тибә баш­лаған бала йәшәргә ынтыл­ғанда, унан ҡотолоуҙы мәсьәләне хәл итеүҙең берҙән-бер юлы тип иҫәпләп, ҡаты яңылышаһығыҙ. Әммә аборт­тың бер ҡатынға ла еңеллек килтергәне юҡ, сәлә­мәтлекте ҡаҡшатыу менән бергә һыҙланыуҙар, кисереш­тәр, оялыу тойғоһо ғүмер буйы эҙәрлекләйәсәк...

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас