

Былтыр республикабыҙҙың 301 кешеһенә “Рәсәйҙең почетлы доноры” исеме бирелде. Хәҙер беҙҙә ундай маҡтаулы исемгә лайыҡ булғандар һаны 11 меңгә етте. Республика ҡан биреү станцияһы шулай уҡ плазма, тромбоциттар һәм эритроциттар ҡабул итә. Был элементтарҙы аппаратта айыралар, ә ҡанды донорға кире ҡайтаралар. Бөгөн хеҙмәт нисек эшләй?
Ҡайһы берәүҙәр осраҡлы рәүештә донор була. Мәҫәлән, Салауат Хафизов, хеҙмәттәше токка һуғылғас, уға ярҙам итергә була. Хәҙер ул – ҡанды 51-се тапҡыр биргән донор. Һаулығы яҡшы, бер биргәндә 600 миллилитр плазма тапшыра.
Ҡан биреү өсөн тәүҙә ябай ғына тикшереү үтергә, ҡан төркөмөн һәм гемоглобин кимәлен асыҡларға кәрәк. Плазма биреү бер сәғәт тирәһе ваҡытты ала. Ә ҡанды биш минут эсендә алалар, шуға күрә табип-трансфузиолог Артур Мусин уны эш араһындағы тәнәфестә тапшыра. Донацияны 125 тапҡыр үткән. Ике тапҡыр почетлы донор исемен алған булыр ине, тик билдә бер тапҡыр ғына бирелә. Әйткәндәй, татуировкалар ҡан биреү өсөн ваҡытлыса ҡаршылыҡ булып тора, уны эшләгәндән һуң дүрт ай үткәс кенә донор булырға мөмкин.
Былтыр республика халҡы 46 мең литр ҡан тапшырған. “Тромбоциттарҙың яраҡлылыҡ срогы – ни бары ете көн, шуға күрә уны даими әҙерләргә кәрәк. Эритроциттар 42 көнгә тиклем йәшәй, шуға күрә беҙгә даими донорҙар булыуы мөһим”, – ти бүлек мөдире Фирүзә Хәлилова.
Почетлы донорҙар өсөн йылына бер тапҡыр 15 мең һум күләмендә аҡса түләнә. Отпускыны теләгән ваҡытта алырға мөмкин. Һау-сәләмәт кеше генә донор була ала, тимәк, сәләмәтлегеңде йыш ҡына тикшереп тороу мөмкинлеге бар.
Динә АРЫҪЛАНОВА