Йәмғиәт
4 Февраль 2022, 09:21

Борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеү юлы бар

Быға үҙенсәлекле программа булышлыҡ итә.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Өфө ҡалаһынан бигүк алыҫ урынлашмаған Ғафури районына редакция заданиеһы буйынса беренсе тапҡыр ғына барыуыбыҙ түгел. Бынан егерме йылдан ашыу элек был төбәкте тәү күргәндән һуң хәҙер яҡшы яҡтан үҙгәрештәр, әлбиттә, бихисап: йылдан-йыл район үҙәге Красноусол да, башҡа ауылдар ҙа күҙгә күренеп матурая, төҙөкләндерелә. Был күркәм яңылыҡтарға халыҡтың төрлө проекттарҙа, шул иҫәптән “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ихлас ҡатнашыуы йоғонто яһамай ҡалмайҙыр, моғайын.

Матур ниәттәр

 

“Урындағы башланғыстарға бу­лышлыҡ итеү” программаһы республика, муниципаль берәмектәр, халыҡ һәм төрлө ойошма-пред­прия­тиелар бюджеты финанс ресурстарын берләштереү мөмкин­леген биреү һәм социаль йәһәттән мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн барлыҡҡа килгән. Шуныһы үҙенсә­лекле: йыл һайын был программа популярлыҡ яулай бара, сөнки тап уның ярҙамында республикала бихисап эш атҡарыла.

Ғафури районындағы 16 ауыл биләмәһенең 15-е быйыл ошо программала ҡатнашыу һәм проект­тарҙы һайлау буйынса йыйылыштар үткәрҙе. Шуныһы үҙенсәлекле: райондағы ауылдар халҡы “Урын­дағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында үҙ көсөн даими һынап ҡараған һәм унда алты йыл ҡатнашыу осоронда 54,8 миллиондан ашыу һумлыҡ 49 проект еңеп сыҡҡан.

Сираттағы йомғаҡлау йыйылыштарында өҫтөнлөклө проекттар һайлап алынды һәм халыҡтан, бағыусыларҙан финанслау күләме билдәләнде. Юрмаш, Березовка, Курорт, Красноусол ауылдарында йәшәүселәр башланғыс күрһәтте һәм улар проект сифатында тә­гәрмәсле трактор алырға теләй. Антоновка, Ҡурғашлы, Ҡарлы ауылдары халҡы янғындарҙы һүндереү өсөн тәғәйенләнгән “УАЗ” автомобиленә эйә булмаҡсы. Еҙем-Ҡаран, Талпар ауылдары янғын һүндереү машиналары өсөн – гараж бокстарын, Ташлы ауылы халҡы тракторға прицеп һатып алыу өсөн программала ҡатнаша.

Ҡотлоғужа, Ҡормантау ауылдары халҡы иһә зыяраттарҙы төҙөк­лән­дерергә ҡарар иткән. Яңғыҙ­ҡа­йын, Юлыҡ ауылдарында йәшәү­селәр ауыл мәктәптәре өсөн тәҙрә блоктарын һатып алырға ниәтләнә. Туғай ауылы халҡының теләге – программа ярҙамында клуб өсөн ҡорамалдар, кәрәк-яраҡ һатып алыу.

Беренсе тапҡыр ғына үҙ көсөн һынамайҙар

 

Ғафури районының Табын ауыл биләмәһенә 10 ауыл ҡарай. Улар араһынан Родина ауылы, программала уңышлы ҡатнашып, беренсе тракторҙы һатып алыуға өлгәшкән.

Беҙ барған Березовка ауылы иһә район үҙәге Красноусолдан 27 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. 2019 йылда был ауыл халҡы “Урындағы башланғыстарға булыш­лыҡ итеү” программаһында ҡат­нашҡан һәм “МТЗ-82” тәгәрмәсле тракторын һатып алған. Ул бөгөн ауылдар халҡы мәнфәғәте өсөн эшләй, мәҫәлән, әлеге ваҡытта ауылдар юлдарын ҡарҙан таҙарта. 2020 йылда ла уңыш йылмая бында йәшәүселәргә: үрҙә әйтелгән тракторға тағылма ҡорамалдарына – бесән сапҡысҡа һәм башҡаларға эйә булғандар. 2021 йылда ла, программала уңышлы ҡатнашып, янғын һүндереү өсөн “ВАЗ” маши­наһын һатып алғандар. Әйткәндәй, 2017-2018 йылдарҙа ла ауыл халҡы сарала бәхетен һынап ҡараған, тик уңышҡа өлгәшә алмаған. Быйыл үткәрелгән йыйылышта Березовка ауылы халҡы, тәҡдим ителгән бер нисә проект араһынан иң ла­йыҡлыһы һәм иң кәрәклеһе була­раҡ, тәгәрмәсле трактор кәрәк, тип бер тауыштан сығыш яһаны. Был транспорт сараһы березовкалар өсөн бик мөһим, сөнки, мәҫәлән, бында йәшәгән балалар күршеләге Бурлы ауылына йөрөп уҡый, ҡы­шын юлдарҙы ҡарҙан та­ҙартырға кәрәк. Бынан тыш, ул башҡа маҡсатта ла файҙаланыласаҡ.

Әле Березовка ауылында – 45 хужалыҡ, 169 кеше йәшәй. Шулай итеп, быйыл да ауыл халҡы үрҙә әйтеп кителгән программала үҙ кө­сөн һынап ҡарарға булды. Табын ауыл биләмәһе халҡының ошо мәсьәлә буйынса дөйөм йыйылышы Березовка ауылындағы баш­ланғыс мәктәп бинаһында үтте. Уның эшендә район Советы секре­тары Марсель Йәнмырҙин һәм барлығы өс тиҫтәнән ашыу кеше ҡатнашты. Табын ауыл биләмәһе башлығы Фидан Ғүмәров йыйы­лыуҙың маҡсатын аңлатып үтте һәм “Урындағы башланғыстарға бу­лышлыҡ итеү” программаһы ме­нән ентекле таныштырҙы. Ауыл ке­шеләренең фекере буйынса бер нисә проект тәҡдим ителде һәм улар араһынан берәүһе ҡабул ителде.

– Ҡыш ауылдағы урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу өсөн трактор кә­рәк, – тип белдерҙе элек ауыл Советы депутаты, әле хаҡлы ялдағы Әлфиә Әхмәтйәнова. – Ошо программа ярҙамында транспорт са­раһын һатып алһаҡ, шәп булыр ине. Был уй-маҡсатыбыҙға өлгәш­һәк, ҡыш көндәрендә ауылыбыҙ урамдары ҡарҙан таҙартыласаҡ. Бынан тыш, башҡа маҡсатта ла уны файҙаланып буласаҡ.

Табын ауыл биләмәһе депутаты Юрий Родионов та: “Әлбиттә, бына ошондай программаларҙа ҡатна­шыу фарыз”, – тип белдерҙе.

Шулай итеп, йыйылышта берҙәм тауыш менән программала ҡатна­шыу һәм ауыл өсөн иң төп мәсьә­ләләрҙең береһе – ҙур файҙа килтерәсәк тәгәрмәсле трактор һатып алыу тураһындағы ҡарар ҡабул ителде.

1 миллион 800 мең һумлыҡ транспорт сараһын һатып алыу өсөн 100 мең һум аҡсаны халыҡтан йыйыу талап ителә. Сығымдың төп өлөшөн – 1 миллион һум аҡсаны – республика бюджеты бүлә. Ҡал­ған сумманы ауылда йәшәүсе­ләр­ҙән (100 мең һум), бағыусыларҙан (100 мең һум) һәм ауыл биләмәһе бюджетынан (600 мең һум) йәлеп итеү ҡаралған. Йыйылышта ошо программаны бойомға ашырыу буйынса инициатив төркөм һайланды.

Әйткәндәй, әлеге ваҡытта бер кемгә лә, ауылда ла, ҡалала ла, йә­шәү еңел түгел: иҡтисади, социаль һәм башҡа мәсьәләләр борсой һәр кемде. Өҫтәүенә, коронавирус инфек­цияһы ла хәүеф уята. Әһә­миәтле объекттарға килгәндә, Березовка ауылында башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм башҡалар бар. Тик бына медицина ойошмаһының бинаһы булһа ла, унда эшләргә фельдшер юҡ. Әйткәндәй, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был проблема республикалағы күп кенә бәләкәй ауылдарға хас.

Бер ҡыҙ ауылға килеп, уңышлы ғына эшләп киткәйне, күп тә үтмәй, кейәүгә сыҡты, аҙаҡ, бала ҡарау буйынса отпускыла булғандан һуң, эшенән китте. Бәлки, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылһа, берәйһе беҙгә фельдшер булып килер ине, тигән өмөттә Березовкала йәшәүселәр. Әлегә урын­дағы халыҡ йыш ҡына элек бында фельдшер, хәҙер хаҡлы ялда булған Рәмилә Ҡарабаеваға элекке кеүек мөрәжәғәт итәләр.

– Березовка ауылы халҡын хеҙ­мәтләндергән фельдшер кәрәк ине, әлбиттә. Яңы фельдшер-акушер­лыҡ пункты ла – заман талабы. Был мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙ­ләй­беҙ, сөнки федераль һәм республика кимәлендәге проекттар ҙа бар. Хатта быйыл был уй-маҡса­ты­быҙ тормошҡа ашыр, тигән өмөттәбеҙ, – тип белдерҙе Фидан Ғүмәров.

Мәктәп урамындағы ҡоҙоҡ мәсьәләһе лә борсой Березовкала йәшәүселәрҙе. Урындағы ауыл хакимиәте башлығының хәбәр итеүенсә, былтыр был һорау менән “Атайсал” программаһына мөрә­жәғәт иткәндәр, тик теләк белдер­гәндәр табылмаған. Быйыл иһә был йәһәттән мәсьәлә ыңғай хәл ителер, тип көтөлә.

Табын ауыл Советына ҡараған Березовка ауылында бик әүҙем, ярҙамсыл халыҡ йәшәй. Бында төрлө милләт вәкилдәре – башҡорттар, рустар һәм башҡалар йыйылған. Уларҙың уй-ниәте тормошҡа ашыр, тигән фекерҙәбеҙ.

 

Быйыл да ҡатнашасаҡтар

 

Сәйетбаба ауыл хакимиәтенә ҡараған Йөҙимән ауылы халҡы “Урындағы башланғыстарға булыш­лыҡ итеү” программаһында ҡатна­шырға теләй. Тап ошо маҡсатта Ғәйфулла Вәлиев исемендәге Йөҙимән төп белем биреү мәктә­бендә ошо программаны йомғаҡлау йыйылышы үткәрелде. Сара барышында ауыл биләмәһе башлығы Венер Ҡуна­фин 2016 йылдан алып “Урындағы башланғыстарға булыш­лыҡ итеү” программаһы ярҙамында билә­мәләге иң көнүҙәк мәсьә­ләләрҙе хәл итеүҙәре хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, ошо программа ярҙамында ауыл биләмәһенә янғындарҙан һаҡлау өсөн машина һатып алынған. Венер Сәхиулла улы сараға килгәндәрҙе конкурстың бурыстары һәм ҡағиҙәләре менән таныштырҙы. Йыйылыштың көн тәртибендә биш һорау ҡаралды. Уларҙың беренсеһе программала ҡатнашыуҙы ойоштороу мәсьәләһе булһа, икенсеһе ауыл өсөн иң көнүҙәк проблеманы һайлап алыу ине. Артабан финанслау суммаһын асыҡлау, инициатив төркөмдө һайлау һәм конкурс сараларын үткәргәндән һуң экономияланған бюджет аҡсаһын файҙаланыу тураһындағы ҡарарҙы ҡабул итеү мәсьәләләре тикшерелде.

Йөҙимәндәр үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр хаҡында һөйләне һәм бер тауыштан, “Беларусь” тракторын һатып алырға кәрәк, тигән фекергә килде.

– Ҡар күпләп яуа, янғын сығыу ихтималлығы ла хәүеф менән янай, шуға күрә беҙгә “Беларусь” кәрәк, – тип үҙ фекерен белдерҙе Венера Аллабирҙина.

– Трактор буйынса мәсьәләне хәл итеүҙе хуплайбыҙ, – тине Фидаил Ғөбәйҙуллин.

– “Беларусь” тракторын алыу мәсьәләһен хуплайбыҙ, әлбиттә. Ете ауыл ҡарай биләмәгә, ә барлығы – бер генә трактор. Йөҙимән яғына ла трактор кәрәк. Ҡышын юлдар таҙа һәм асыҡ булыр, – тип үҙ фекерен белдерҙе Рәүилә Йәнтүрина.

Шулай итеп, ауыл биләмәһендә бер трактор бар-барлыҡҡа, тик ул көслө ҡар яуған, буран сыҡҡан ваҡытта таҙартып өлгөрмәй, тигән фе­кергә килде йыйылышҡа килгән­дәр. Шуға был транспорт сараһын һатып алыу көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Һөҙөмтәлә “Беларусь” һатып алыу өсөн халыҡтан 100 мең һум йыйыу талап ителә. Сығымдың төп өлөшөн республика бюджетынан 1 миллион һум субсидия рәүе­шендә алыу, 600 мең һумды Сәйетбаба ауылы хакимиәте бюджетынан йәлеп итеү ҡаралды. Ҡалған 100 мең һум бағыусы­ларҙан йыйыласаҡ. Шулай итеп, 1 миллион 800 мең һумға “Беларусь” тракторын һатып алырға ҡарар ҡабул ителде йыйылышта. Транспорт сараһына эйә булғандан һуң экономияланған аҡса уны техник йәһәттән хеҙмәтләндереү, теркәү һәм башҡа ошондай мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн тотоноласаҡ.

Сарала инициатив төркөм тө­ҙөл­дө. Уға Таңсулпан Рәхмә­тул­лина, Лилиә Сибәғәтуллина, Рәүилә Йәнтүрина, Роза Искән­дә­рова, Нурсилә Вәлиева һәм башҡа­лар – барлығы 10 кеше – инде. Тап улар программаны бойомға ашы­рыу өҫтөндә ныҡлап эшләйәсәк.

 

Юрмаштарға ла уңыш юлдаш булһын!

 

Күптән түгел Имәндәш ауыл биләмәһе халҡы ҡатнашлығында ауыл мәҙәниәт йортонда “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы буйынса йомғаҡлау йыйылышы үтте. Унда ауыл билә­мәһе башлығы Әхнәф Ноғайғолов 2016 йылдан алып ошо программа ярҙамында төбәктә йәшәгән һәр кемде борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙәре хаҡында һөйләне, конкурстың бурыстары һәм ҡағиҙәләре менән таныштырҙы.

Был ауыл биләмәһе халҡы 2016 йылдан алып ошо программала әүҙем ҡатнаша. Шулай итеп, 2017 йылда был ауыл биләмәһенә ҡараған Имәндәш халҡы өсөн “МТЗ-82” тракторы һатып алынған. Уның суммаһы 1 миллион 400 мең һум тәшкил иткән. Был сумманың 1 миллион һумы республика бюджетынан субсидия булһа, ауыл биләмәһе бюджетынан – 150 мең һум, бағыусылар – 100 мең һум, ауыл халҡы 150 мең һум аҡса тап­шырған. Бынан тыш, ауыл билә­мә­һе халҡы өсөн 2018 йылда ҡар таҙартыу роторы, 2019 йылда – янғын һүндереү машинаһы, 2021 йылда янғын һүндереү машинаһы өсөн йылытылған гаражға эйә булғандар.

Быйыл иһә Юрмаш ауылынан проект тәҡдим ителә. Шуға йыйылышта Әхнәф Әхиәр улы халыҡтан аҡса йыйыу, бағыусылар ярҙамы тураһында ентекле аңлатып үтте һәм быға тиклем программаны тормошҡа ашырыуҙа аҡсалата ярҙам ҡулы һуҙған биләмә халҡы­на, бағыусыларға рәхмәт белдерҙе.

Юрмаш ауылы халҡы күтәргән ике ҙур көнүҙәк проблема фельдшер-акушерлыҡ пунктына капиталь ремонт һәм “МТЗ-82” тәгәрмәсле тракторы һатып алыу булһа, йыйылышта ҡатнашыусылар “Проект аҡсаһына трактор һатып алырға” тигән уртаҡ ҡарарға килде.

Әйткәндәй, ауылда 56 хужалыҡ бар, 200 тирәһе кеше йәшәй.

 – Иң тәү сиратта “МТЗ-82” тракторы ҡышҡы осорҙа ауыл урамдарын таҙартыу өсөн бик кәрәк. Юғиһә, бөгөн был эш бер генә трактор ярҙамында атҡарыла. Ә ауыл биләмәһе ҙур ғына, уға туғыҙ ауыл ҡарай: бер трактор юлдарҙы ҡарҙан таҙартып өлгөрмәй. Башҡа миҙгелдә ул экологик шәмбеләрҙә, юл ситтәрендәге үләнде сабыуҙа һәм башҡа эштә файҙаланыласаҡ, – тине Салауат Түҙбәков.

 Тракторҙың яҡынса хаҡы – 1 миллион 800 мең һум. Программа шарттарына ярашлы, 1 миллион һумы республика бюджетынан субсидия рәүешендә бүленә, 100 мең һум күләмендә бағыусылар ярҙамы ҡаралған, ауыл биләмәһе бюджетынан 600 мең һум бирелә, халыҡ­тан 100 мең һум аҡса йыйырға, тигән ҡарар ҡабул ителде.

10 кешенән торған инициатив төркөм һайланды. Шулай итеп, Юрмаш ауылы халҡына ла, конкурста еңеп сығып, үҙ уй-ниәтен бойомға ашырырға – тракторлы булырға яҙһын!

 

Ҙур ярҙам сараһына әйләнгән

 

Ғафури районы ауыл биләмә­ләрендәге йыйылыштарҙа булған­дан һуң, “Урындағы башланғыс­тарға булышлыҡ итеү” програм­маһының уңышлы атҡарылыуына, һөҙөмтәләрҙең күҙгә күренеүенә тағы бер тапҡыр инандыҡ. Шулай итеп, республика бюджетынан бүленгән кире ҡайтарылмай торған аҡса – урындағы халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҙур ярҙам ул. Әйткәндәй, барлыҡ йыйы­лыш­тарҙа коронавирус инфекцияһына ҡаршы санитария-эпидемиология талаптары үтәлде.

Фидан ҒҮМӘРОВ, Табын ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы:

– “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмайбыҙ, быға тиклем, үҙ проектыбыҙҙы тәҡдим итеп, өс тапҡыр еңеп сыҡҡайныҡ. Һөҙөмтәлә ауыл биләмәһендә бихисап эш башҡарҙыҡ: былтыр, мәҫәлән, янғын һүндереү машинаһы алдыҡ. Был программа – беҙҙең өсөн ҙур ярҙам, сөнки уны булдырғанға тиклем ауыл биләмәһендә ҙур сығым талап иткән бындай күләмле эштәр башҡарылманы, тип әйтергә мөмкин.

 

Венер ҠУНАФИН, Сәйетбаба ауылы хакимиәте башлығы:

– Быға тиклем Ҡаранйылға ауылы өс тапҡыр еңеп сыҡты. Ул – биләмәгә ҡараған иң әүҙем ауылдарҙың береһе. Былтыр Йөҙимән ауылы проекты хуплау тапҡайны. Быйыл да был ауыл халҡы менән ошо сарала ҡатнашырға ниәт иттек.

Ошо конкурста еңеп сығыу – иң тәүге бурыс. Әлеге осорҙа Йөҙимән ауылына “Беларусь” кәрәк, шуға халыҡ тап ошо идеяны дәртләнеп ҡабул итте. Был транспорт сараһы ҡышын ҡар таҙартыу, йәйен-көҙөн башҡа эштәрҙе атҡарыу өсөн файҙаланыласаҡ.

 

Әхнәф НОҒАЙҒОЛОВ, Имәндәш ауыл биләмәһе башлығы:

– “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында йыл да ҡатнашып киләбеҙ һәм быға тиклем дүрт тапҡыр еңеүгә өлгәштек. Быйыл иһә Юрмаш ауылы халҡы тәгәрмәсле трактор алырға тигән ҡарарға килде. Ысынлап та, трактор бик кәрәк, урта мәктәбе булған Ҡарағай ауылы алты километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Беренсенән, ҡыш көндәрендә район үҙәгенән юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығы тракторҙары килеп еткәнсе юл таҙартыу өсөн кәрәкһә, икенсенән, йәй көндәрендә был ауылға төрлө төбәктәрҙән күпләп туристар килә. Юрмаш ауылы данлыҡлы Аҡташ ҡаяһы ҡаршыһында урынлашҡан, шуға күрә Еҙемгә һыу инергә килеүселәр ифрат күп. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туристарҙан һуң байтаҡ сүп-сар тороп ҡала. Ошо биләмәне таҙа, тәртиптә тотоу өсөн дә трактор бик кәрәк.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас