

*Нефтекамалағы эре коммуналь аварияны бөтөрҙөк. 3 февраль иртә менән туғыҙ күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр үҙҙәрендә һыуыҡ һыу юҡлығын белеп ҡалыу менән, социаль селтәрҙәрҙә яҙалар. Мәғлүмәт Республикаға идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системаһына эләккән һәм беҙ уны ҡала хакимиәтенә ебәрҙек. Һөҙөмтәлә, 16.00 сәғәткә һыу бирелде.
*Һуңғы тәүлектә мөрәжәғәттәр араһында иң күбе төҙөкләндереү темаһына арнала – 194. Халыҡ ихаталарҙы, ҡыйыҡтарҙы ҡарҙан таҙартыуҙы һорап мөрәжәғәт итә. Икенсе урында – юлдар (168), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе буйынса мөрәжәғәттәр күбәйә (160), коронавирус темаһы (138) дүртенсе урында.
Бөгөн “Сәләм” тапшырыуында ниндәй инциденттар тураһында һөйләнеләр?
Өфөнөң 38-се поликлиникаһында, халыҡ һорауы буйынса, пациенттар ағымын айырғандар – тар белгестәрҙе икенсе бинаға күсергәндәр, “ҡыҙыл зона” һәм табип бүлмәләрен күбәйткәндәр. Благовещен ҡалаһының ПНИ биҫтәһендә оҙаҡ көтөлгән уҡыусылар өсөн автобус ҡайтартылған, бынан башлап балалар маршрутка автобустарын көтөп ыҙаламаясаҡ.
Бөгөн Пекинда Олимпиада старт алды. Беҙҙең республика унда 15 спортсыны оҙатты, был – рекорд. БР Спорт министры Руслан Хәбибов ошо айҡанлы социаль селтәрҙәрҙә флешмоб башланы. Эстафетаны ул “Салауат Юлаев” хоккей клубы тренеры Михаил Васильевҡа тапшырҙы. Министрҙың һәм тренерҙың постарын 20 меңдән ашыу кеше ҡараны ла инде.
Ә Республикаға идара итеү үҙәге социаль селтәрҙәрҙә кемдең ниндәй спорт төрө өсөн “көйөүен” белеү маҡсатында һорау алыу башланы.
Изге йома емешле булһын!
#ЦУРБашкортостан #Салям