Йәмғиәт
4 Февраль 2022, 05:00

Газ баллоны шартлау арҡаһында бер кеше һәләк була, дүртәү яралана

Яралыларҙың барыһы ла дауаханала, уларҙың ғүмере өсөн табиптар көрәшә

Газ баллоны шартлау арҡаһында бер кеше һәләк була, дүртәү яраланаГаз баллоны шартлау арҡаһында бер кеше һәләк була, дүртәү яралана
Газ баллоны шартлау арҡаһында бер кеше һәләк була, дүртәү яралана

Өфө районында “Солнечная поляна – 3” баҡсасылар шәрҡиәтендә урынлашҡан йорттарҙың береһендә газ баллоны шартлаған. Һөҙөмтәлә бер кеше һәләк булған, дүртәүһе йәрәхәтләнгән.

Ваҡиға урынына шунда уҡ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, полиция һәм “ашығыс ярҙам” машинаһы юллана.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте биргән мәғлүмәт буйынса, бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашҡан мунса, гараж һәм йорт шартлауҙан һуң яна башлай.

"Янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе ут бөтөн майҙанды биләп алған була. Ваҡиға урынында бер ҡатын һәләк була, дүрт кеше яралана. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан янғынды һүндереүгә 16 кеше һәм 7 берәмек техника йәлеп ителгән", — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Яралыларҙың барыһы ла дауаханаға оҙатылған.

 

Фото һәм сығанаҡ Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы сайтынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас