Йәмғиәт
4 Февраль 2022, 08:53

Матбуғаттың йөрәге – ул халыҡ

Халыҡтың гәзит-журнал уҡыуҙан ситләшеүенә бер ҡараш.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Матбуғат тураһындағы уйланыуҙар ирекһеҙҙән тыуманы. Йыл башы гәзит хеҙмәткәрҙәре өсөн һөнәри байрамдан бигерәк, тиражды барлау осоро булып тора. Былтыр ҡайһылай ине, әле күпме, ни өсөн кәмегән, халыҡ ниңә яҙылмай, гәзитте уҡымлы итер өсөн нимә эшләргә тигәнерәк һорауҙарҙан ғәйре мәсьәләләр ҙә байтаҡ.

Республиканың ҡала һәм район­дарында 200-гә яҡын гәзит-журнал сыға. Төбәк баҫмаларын алъ­юҫыҡ­ҡа мәғлүмәт сығанағы тип ата­май­ҙар. Гәзит – фекер алышыу, тәжри­бә уртаҡлашыу майҙаны, власть менән халыҡ араһындағы мәғлү­мәти бәйләнеш ысулы булып тора.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы осор­ҙа матбуғат торғонлоҡ кисерә. Был торғонлоҡ һүҙ көсөнә лә, гәзит-жур­нал тиражына ла берҙәй ҡа­ғыла. Уның кәмеүенең төрлө сәбәп­тәре бар. Тәүге сәбәп, нимә генә тимә, иҡтисади көрсөккә, йәғни ха­лыҡ­тың аҡсаһыҙлығына, ҡиммәтсе­леккә, барып төртөлә. Былай әллә ни ярлы заманда ла йәшәмәйбеҙ: өҫтөбөҙ бөтөн, тамаҡ туҡ, һәр кемебеҙ машинала елдерә, шулай уҡ сит илгә, диңгеҙ буйына ял итергә йөрөйбөҙ, ҡунағын да саҡырып торабыҙ... Әммә гәзит-журнал өсөн мең һумдай аҡсаны сығарып һалыуҙы ҙур сығым йә бушҡа аҡса түгеү итеп ҡарайбыҙ.

Әлбиттә, бөтәһен дә бер бизмән­гә һалып үлсәү ғәҙел булмаҫ. Ара­быҙҙа башҡа нимәгә аҡсаһын ҡыҫ­һа ҡыҫа, әммә матбуғатҡа мотлаҡ яҙылған тоғро дуҫтарыбыҙ бар. Ундайҙар, моғайын да, гәзит-журналдан өҙөлмәгән ғаиләлә үҫкән­дер. Эйе, матбуғатҡа һөйөү бала саҡтан тәрбиәләнә. Шөкөр, гәзит-журналдың төрлөһөн уҡып үҫтек. Почта килгәнен түҙемһеҙлек менән көтөп алып, бер-беребеҙҙән йәше­реп, беренселәрҙән булып уҡырға тырыша инек. Уҡытыусылар ҙа ҡай­һы өй ниндәй баҫма алдыр­ға­нын белеп торҙо. Гәзит-журнал­дарҙа донъя күргән хикәйәләр, шиғырҙар, повесть, романдар буйынса класс сәғәттәре, асыҡ дәрес­тәр үткәрерҙәр ине. “Йәншишмә”, “Йәшлек”, “Башҡортостан” гәзит­тә­ре, “Аманат”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Ағиҙел” журналдарын алдырмаған йорт булмағандыр. Хәҙерге “Аҡбуҙат” менән “Шоңҡар” “Ағиҙел”дең ҡушымтаһы булып, аҙаҡ айырым журнал булып сыға башланы. Халыҡ гәзит-журналды, китапты рухи аҙыҡ тип ҡараны. Ауылда айырым китап магазины ла булды, бөтә яңы китаптар килә торғайны унда.

Бынан бер нисә йыл элек беҙҙә абруйлы республика баҫмала­рының баш мөхәррирҙәре, таныл­ған журналистар, яҙыусы-шағирҙар ҡатнашлығында ҙур Матбуғат байрамы булды. Халыҡҡа туранан-тура мөхәррирҙәр менән аралашып, уларға теләк-тәҡдим­дәрен, үтенестәрен, хатта тәнҡит һүҙҙәрен дә еткереүгә бер форсат сыҡҡайны. Ошо осрашыуҙан һуң кешеләр ҙә матбуғатҡа йөҙө менән боролоп, үҙ иңендә башҡорт баҫ­маһы өсөн дә яуаплылыҡ тойған­дай булды. Беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, халыҡты гә­зит-журналға нығыраҡ ылыҡ­тырыу маҡсатында эш ыратып ма­таштыҡ. Иң беренсе, баланы би­шектән тигәндәй, уҡыусыларҙы “Аҡ­буҙат” менән дуҫлаштырыуҙан башлап, бер мәктәптә генә 40 данаға яҡын журнал яҙҙырыуға өлгәшкәйнек.

Ошо мәҡәләне яҙған саҡта поч­таның подписка бүлеге белгесе Фәниә апай Мусина менән дә хаҡ­тар, халыҡтың яҙылыу әүҙемлеге тураһында һөйләшеп алдыҡ. Мат­бу­ғатҡа яҙылыуҙың ун көнлөгөндә гәзит-журналдарға ташлама яҡын­са 10–12 процент тирәһе була. Мәҫәлән, шул осорҙа “Аҡбуҙат” – 339,96, “Шоңҡар” – 662,46, “Аманат” – 318, “Йәншишмә” – 478,74, “Йәш­лек” – 789,30, “Ағиҙел” – 726,30, “Баш­ҡортостан” – 1399,38, йома һаны – 741,62, “Башҡортостан ҡыҙы” – 579,06, “Киске Өфө” 642 һум 38 тин торҙо. Был – ярты йыл­лыҡ хаҡтар. Һүҙ юҡ, улар бер урында тормай, шулай ҙа һуңғы йыл­дар­ҙа баҫмаларға хаҡ әллә ни артманы. Ҡыйбат тиеүселәрҙе лә аңла­­йым. Һәр кем үҙ сығым­да­рынан, үҙ кеҫәһенән сығып эш итә.

Гәзитте башлыса “урта ҡатлам” тип классификацияланған кешеләр, йәки “бюджетниктар” һәм ауылда йәшәгән оло быуын вәкилдәре алдыра. Халыҡҡа яҙылыу бер аҙ ғына булһа ла арзанғараҡҡа төшһөн тип, гәзит-журналдар альтернатив яҙылыуҙы ла тәҡдим итә. Был алымды күберәк район, ҡайһы бер республика гәзиттәре ҡуллана. Редакциянан килеп алыу шарты менән яҙылғанда осһоҙораҡ була. Электрон варианттар ҙа тәҡдим ителә. Быныһы инде ситтә йәшәгән милләттәштәр өсөн ҡулай.

Бер йылды мин үҙем дә гәзит-журналдарҙың электрон вариантына яҙылдым. Һүҙ юҡ, арзан да, ваҡытында ла килә, электрон поч­та­ға “тып” итеп ҡала. Һәм... күптәре шулай иғтибарһыҙ ятып та ҡала. Ә ҡағыҙ гәзит-журналды теләгән ва­ҡытта, теләгән ерҙә, кем әйтмеш­ләй, аңҡып торған типография буяуын еҫкәй-еҫкәй, ятыпмы, ултырыпмы уҡырға мөмкин. Хатта айҙар-йылдар үткәс тә, ҡайтанан ҡулға алып байҡаштырып сығырға, хәтер яңыртырға була.

Беҙҙең ауылда Хәтимә Нурдәү­ләтова тигән апай бар ине, минең тәүге уҡытыусыларымдың береһе. Ул бәләкәй генә өйөнөң соланында нисәмә йылдар буйына йыйылған “Ағиҙел”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Роман-газета” кеүек журналдарҙы, “Йәш­лек”, “Башҡортостан” гәзиттә­рен йылыныҡын-йылына бәйләп, һаҡланы. Беҙ боронғораҡ сыҡҡан журнал бәйләмдәрен алып ҡайтып уҡыйбыҙ ҙа кире алып барабыҙ. Бер һанын да юғалттырманы. Ҡул­ға биргән саҡта: “Хазина бит ул, минең байлығым”, – тип әйтеп бирер ине. Уҡытыусымдың шул һүҙҙә­ре генә лә ни тиклем тәрбиәүи әһә­миәткә эйә булғанлығын хәҙер аңлайым. Гәзит-журналды, китапты ҡәҙерләргә, хөрмәтләргә өйрәткән ул беҙҙе.

“Ағиҙел” журналының баш мө­хәр­рире Мөнир Ҡунафин: “Ауылда ҡарттар үлһә, тираж бер данаға кә­мене тип көйөнәбеҙ”, – тигәйне. Ысынлап та, гәзит-журнал алды­рыу­сыларҙың күбеһе өлкәндәр. Ниндәй генә мәҡәлә баҫылһа ла, шылтыратып, фекерҙәрен әйтеп торалар, гәзиттең бер битен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмайҙар. Улар менән ил-йорт, донъя хәлдәре тураһында иркенләп һөйләшергә мөмкин, баҫма һүҙҙе ихтирам итеү­ҙәрен, алдынғы ҡарашлы булыу­ҙарын тойорға була. Хаҡлы ялда­ғылар ҙа, “система”нан йыраҡ ке­ше­ләр ҙә фекер киңлеге, иркенлеге менән айырылып тора. Быға, бәлки, ҡаныбыҙға борондан һеңгән баҫым, ә хаҡлы ялға сыҡҡас, унан арыныу тойғоһо ла йоғонто яһайҙыр...

Ҡасандыр тиражы йөҙәр меңгә еткән милли баҫмаларҙың хәле мөшкөлләнеүенә йоғонто яһаған тағы бер күренеш, моғайын да, интернеттыр. Гәзиткә яҙылмағандар, интернет, социаль селтәрҙәрҙән мәғлүмәт алабыҙ, тиҙәр. Улар ҙа хаҡлы. Элегерәк ил-йорттоң төп хәбәрҙәрен радио, телевидение, гәзит аша белһәк, хәҙер тапшы­рыуҙар – эфирға, яңы һан баҫмаға әҙерләнгәнсе, интернет бер яңы­лыҡты мең төрлөгә әйләндереп, уҡыусыға тәҡдим итеп тә ҡуя. Һәм, ни тиклем генә ҡыҙғаныс булма­һын, халыҡ кире хәл-ваҡиғаларға, шаҡ ҡатмалы яңылыҡтарға өҫтөнлөк бирә...

“Ҡулланылышҡа интернет килеп инһә лә, әҙәбиәттән, матбуғаттан төңөлмәне халыҡ. Был өлкәләр, киреһенсә, яңы киңлек, яңы форма алды, ҙурыраҡ аудиторияға таралды. Мәҫәлән, һин берәй уҡымлы ғына мәҡәләңде ҡуяһың икән сайт­ҡа, уны минуты-сәғәтендә әллә күп­ме кеше уҡып сыға ала. Гәзиткә яҙылғаны ла, яҙылмағаны ла, гәзит тиражынан өс-дүрт тапҡырға күбе­рәк кеше инеп ҡарай. Интернеттың килеп сығыуы – хәҙерге заманда милли матбуғатты һаҡлаған бер са­ра ла ул. Тик ул да мәңгелек тү­гел. Әле бына Америкала, Европа­ла, киреһенсә, ҡағыҙ форматҡа ҡай­тыу башланды. Был нимә тура­һында һөйләй һуң? Тимәк, беҙҙә лә шул хәл буласаҡ. Беҙ ҙә электрон осорҙо үтеп, кире ҡағыҙ гәзит-журналдарға әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ, сөнки кеше хәҙер виртуаль донъялағы дөрөҫмө-дөрөҫ түгелме мәғлүмәтте ҡабул итеп арыны.

Ә гәзиттең киләсәге бар һәм ышаныслы. Сөнки ташҡа баҫылған һүҙ генә тарихта ҡала, ташта баҫылған мәғлүмәт кенә – документ”, – ти яҙыусы, журналист Әхмәр Үтәбай. Килешәм. Элек-электән гәзит һүҙе абруйлы һүҙ, хаҡ һүҙ булып иҫәпләнә. Уның башҡаса булыуы ла мөмкин түгел.

Халыҡтың яҙылмауының тағы бер сәбәбе – гәзитебеҙҙең йөкмәткеһе. Матбуғаттың үҙенә яҡын булыуын, уның мәнфәғәтен ҡайғыртыуын халыҡ яҡшы тоя ул...

Бынан бер нисә тиҫтә йылдар элек журналисмы, уҡытыусымы, яҙыусы-шағирмы тигәндәй, ижади һөнәрҙәр абруйлыларҙан һанала ине. Матбуғатта көслө, ғәҙел һүҙен әйткән журналистар, яҙыусыларҙы халыҡ ихтирам итте. Етәкселәр иһә ундайҙарға һаҡ ҡараны.

Заман башҡа – заң башҡа тиһәк тә, халыҡ фекерен өйрәнгәндә, ябай кешеләр мәнфәғәтен өҫтөн ҡуйған, төплө аналитик, тәнҡит мәҡәләләренең булмауының да матбуғатты уҡыусыларҙан йыраҡ­лаштырыуын күрәбеҙ. Был тәңгәл­дә инде күп гәзит-журналдарҙың административ ресурсҡа буйһо­ноуын иҫәпкә алырға кәрәктер. Ә халыҡ араһында әлеге лә баяғы дөрөҫлөккә күҙ йомоп ҡарайһығыҙ тип дәғүә белдереүселәр ҙә осрай. Бер генә фекерҙе килтереп үтәм: “90-сы йылдарҙа гәзиттәр ҡыҙыҡ­лыраҡ ине, сөнки гәзит уҡыусылар ярҙамында сығарылды. Уларҙың ши­ғыр­ҙары, иҫтәлектәре, хикәйә­ләре баҫылды, хәҙер улар бик һи­рәк осрай. Ҡайҙа гәзиттә уҡыусыны ҡыҙыҡһындырған яҙмалар? Улар юҡ! Гәзит элекке авторҙарын юғалтып бөттө, яңыларын тапманы һәм табырға теләмәй ҙә...”

Һүҙ юҡ, халыҡ матбуғаттың тын алышын тәрән тоя. Ҡыйыулыҡты иһә кем нимәлә күрә. Матбуғатҡа яҙылмау сәбәптәрен асыҡлап, журналист, яҙыусы Миләүшә Ҡаһар­манова ла яҙып сыҡҡайны: “Ни өсөн халыҡ үлеп ятып ток-шоуҙар­ҙы, бәхәсле тапшырыуҙарҙы ҡа­рай? Тыйылған баҫмаларҙы һатып ала? Шикле, әммә ҡыйыу телле сайттарҙа ултыра? Дөрөҫлөк, тап­ҡыр юл табам тип, яңылыш юҫыҡ­тарға ла китеп бара? Сөнки үҙе­беҙҙең телдәге, үҙебеҙҙең мента­литетҡа ярашлы фекер алышыу урындары юҡ. Беҙҙә фекереңде белдереү ниндәйҙер ҡалыптарға ҡаршы сығыу менән бер итеп ҡабул ителә. Ҡабул да ителмәй ул, сөнки был проблемаға халыҡтың төп өлөшө битараф”. Һығымтаны һәр кем үҙе өсөн үҙе яһаһын...

Әлбиттә, хәҙер элеккене һағы­нып, шуны ҡайтарырға тырышыу ҙа урынлы түгел, әммә матбуғатты баҙар шарттарына яраҡлаштырыу халыҡтан алыҫайта... Был тәңгәлдә Азамат Сәйетовтың “Журналистика аҡсаға ҡоролорға тейеш түгел” тигән һүҙҙәрен килтереү урынлы. Һүҙ көсө, һүҙ бәҫенең аҡса менән үлсәнеүе хәүефле.

Гәзит-журналға яҙылыуҙы баш­ҡарыу өсөн административ ресурс ысулын баҫым итеп ҡабул итеп, ҡарышып яҙылмаусылар ҙа бар. Хәйер, был, бәлки, сәбәп кенәлер. Матбуғатҡа яҙылмауҙың тағы бер етди сәбәбе (һораулама һөҙөмтә­ләре буйынса) – уҡырға теләк, ва­ҡыт булмауы. Ысынлап та, ҡула­са­ла әйләнгән тейен һымаҡ йүге­рәбеҙ. Ә бына кеше хәтлем кеше­нең дә уҡыуға теләген нимәләр һү­релтеп ҡуйҙы икән тип әсенеп уйланыуға яуап юҡ... Ә бит халыҡ – матбуғаттың йөрәге. Яҡташым, “Атайсал” гәзитенең баш мөхәр­рире, яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡов әйтмешләй, “иманым да, ҡоралым да шул ҡәләм. Яҙғандарымды берәү уҡымаһа, икенсеһе уҡыр, моңһоҙо ишетмәһә, сәмлеһе ҡолаҡ һалыр тип өмөтләнәм”.

 

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.

 

Күгәрсен районы.

Читайте нас