Йәмғиәт
4 Февраль 2022, 16:30

Сабый ҡар өҫтөндә ятҡан...

Ә ҡатын, эсеп иҫереп алып...

Сабый ҡар өҫтөндә ятҡан...Сабый ҡар өҫтөндә ятҡан...
Сабый ҡар өҫтөндә ятҡан...

Иглинда ун айлыҡ ҡына бала еңелсә кейемдә ҡар өҫтөндә ятҡан, тип хәбәр ителә "Башкирия онлайн" төркөмөндә.

Сабыйҙы әсәһе туған тейешле ҡатынға ҡалдырып сығып киткән. Әммә тегеһе эсеп иҫереп, баланы ҡарамаған, ул ғына ла түгел, бәпесте беренсе ҡаттың тәҙрәһенән төшөрөп ебәргән дә үҙе ятып йоҡлаған. Сабый өйҙә йөрөгән еңелсә кейем менән -1 градус һыуыҡта сәғәт буйы ҡар өҫтөндә ятҡан. Ҡыҙыҡайҙы әйләнеп ҡайтып килгән әсәһе тәҙрә төбөндә тап иткән.

Дауаханала табиптар балаға, уртаса өшөгән, тигән диагноз ҡуйған. Сабыйҙы саҡ һәләк итмәгән эскесе ҡатынға ҡарата суд тарафынан 260 сәғәт мотлаҡ эшләргә тигән яза сығарылған. Социаль селтәрҙәрҙә күптәр был хәбәрҙән шаңҡып, язаның самаһыҙ еңеллеген, әгәр көндәр һыуыҡ торһа, фажиғә булыр ине бит, сисенеп ҡарҙа ултырып ҡараһын ине үҙе, тип ризаһыҙлыҡ белдерә. Әле суд ҡарары көсөнә инмәгән, тип хәбәр итәләр ведомствола.

Фото: "Башкирия онлайн".

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас