Йәмғиәт
4 Февраль 2022, 17:30

"Шуны онотмағыҙ: һеҙҙе өйөгөҙҙә көтәләр"

Яҡын киләсәктә юлдар буйынса ниҙәр планлаштырыла һәм халыҡты нимә борсой?

"Шуны онотмағыҙ: һеҙҙе өйөгөҙҙә көтәләр""Шуны онотмағыҙ: һеҙҙе өйөгөҙҙә көтәләр"
"Шуны онотмағыҙ: һеҙҙе өйөгөҙҙә көтәләр"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә юлдар тураһында яҙҙы.

“Вәғәҙә иткәнсә, юлдарҙы төҙөү буйынса пландарҙы һеҙгә еткереп барасаҡмын. Беҙҙә өс төп М5, М7 һәм Р-240 трассалары иҫәпләнә. Яҡын киләсәктә нимәләр планлаштырыла һәм халыҡты нимә борсой?

Беренсенән, беҙ Өфөнән Стәрлетамаҡҡа тиклем трассаны яҡтыртабыҙ. Беҙ был эште этаплап башҡарып, йәй аҙағына тиклем тамамлаясаҡбыҙ, тиҙҙән был юлдарҙа йөрөүе лә хәүефһеҙерәк буласаҡ.

Икенсенән, трассаның 74-се километрында, Кәлсер эргәһендә, ер ишелә. Әлеге ваҡытта ошоноң менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ – участка проектланды, документтар экспертизала. 2022 йылда – 2023 йылдың башында ер ишелеү эҙемтәләрен тулыһынса бөтөрәсәкбеҙ. Унда ла дүрт һыҙат буласаҡ.

Башҡортостанға ҡайтыуымдың беренсе көндәренән үк беҙ Стәрлетамаҡты урап үткән юл менән шөғөлләнәбеҙ. Рощинскийҙан Стәрлетамаҡ - Стәрлебаш юлы киҫелешенә тиклем араның ҡатмарлы, авариялы трасса икәнлеге барыһына ла мәғлүм. Беҙ иң проблемалы 23 километр юлды проектлау эшен тамамлап, документтарҙы экспертизаға тапшырҙыҡ. Әле проектты федераль ҡаҙнанан финанслау мәсьәләһен хәл итәбеҙ. 2022 йылда был юлды эшләй башларбыҙ, тип ышанам. Ашҡаҙарға тиклем дүрт һыҙат буласаҡ. Был участканы киләһе йыл тамамларға тип күҙаллайбыҙ.

2024 йылға тиклем беҙҙең пландар бына шулар. Ә аҙаҡ күҙ күрер. Һәр кемгә имен юлдар теләйем, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Шуны онотмағыҙ:  һеҙҙе өйөгөҙҙә көтәләр”, - тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Фото: forum.guns.ru

Автор:Римма Султанова
Читайте нас