Йәмғиәт
4 Февраль 2022, 08:44

Тырнаҡтарыңа күҙ һал

stylenews.rustylenews.ru
Фото:stylenews.ru

Тырнаҡтар һәм сәстәр – сәләмәтлек торошо тураһында һөйләүсе дөрөҫ мәғлүмәт сығанағы, тип иҫәпләй табиптар. Тик үҙеңә диагноз ҡуйыу менән шөғөлләнергә ярамай. Әгәр тырнаҡтарығыҙҙа ниндәйҙер үҙгәреш һиҙәһегеҙ икән, тәүҙә анализдар бирергә кәрәк. “Уларҙың торошо һеҙгә теге йәки был матдәләр һәм витаминдар ҡытлығын асыҡларға ярҙам итә. Тикшереү үтеү өсөн табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ,”– тип иҫкәртә табип-диетолог Наталья Сычева.

Организмдағы үҙгәрештәргә күрһәткән ҡайһы бер бил­дәләрҙе ҡарайыҡ. Тырнаҡ төптәрендәге ярым ай рәүе­шен­дәге аҡһыл һыҙаттарҙың булмауы В12 витамины етешмәүе һәм анемия булыуы хаҡында иҫкәртә. Был аҡһыл һыҙат тырнаҡ оҙонлоғоноң биштән бер өлөшөн тәшкил итергә тейеш.

Тырнаҡ пластинаһы батынҡы, ҡалаҡҡа оҡшаш булһа, һеҙ­ҙә анемия сире булыуы ихтимал. Тырнаҡта аҡ таптар йыш ҡына цинк етешмәгәндә барлыҡҡа килә. Был микроэлемент организм өсөн бик мөһим, уға иммун һәм енес системалары сәләмәтлеге бәйләнгән. Цинк етешмәһә, фурун­кулез, дерматит сирҙәре йонсотоуы, сәс ҡойолоуы мөмкин.

Тырнаҡтарҙың аҡлығы В12 һәм В1 витаминдары етешмәүен хәбәр итә. Шулай уҡ горизонталь рәүештәге аҡ һыҙыҡтар В12 витамины етешмәүен иҫкәртә.

Тырнаҡ пластинаһы һарғайыуы С витамины етешмәүен белдерә. Шулай уҡ ҡалҡан биҙе торошон тикшертергә кәрәк.

Тырнаҡ пластинаһының һарғайып ҡатланыуы кальций һәм магнийҙың, В7 витаминының етешмәүе хаҡында һөйләй. Һыныусанға әйләнһә, фолаттар һәм В3 витамины етешмәй тигән һүҙ. Тимәк, тырнаҡтарҙы, сәстәрҙе һәм тән тиреһен дауалау өсөн тотош организмды һауыҡтырыу кәрәк.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас