Йәмғиәт
4 Февраль 2022, 09:41

Ундай атай менән нисек йәшәргә?..

i.mycdn.mei.mycdn.me
Фото:i.mycdn.me

Үҙәк баҙар туҡталышында автобус көтөп торһам, кемдер миңә ҡараған кеүек. Йәш кенә үҫмер егет икән. “Бәй, һин Искәндәр бит?” – тип өндәштем. “Һаумыһығыҙ! Һеҙме, түгелме, тип ҡарап тора инем”, – тип яуапланы егет, уңайһыҙланғандай итеп.

Бергә уҡыған әхирәтемдең улы ул, күптән күргәнем юҡ ине, буйға үҫеп, ысын егет булған да ҡуйған. Хәл-әхүәлен һораштым. Колледж тамамлап, район үҙәгендә төҙөлөштә эшләп алған икән, әле Өфөгә эшкә килгән.

“Атай-әсәйең ни хәлдә? Әсәйең менән арыу уҡтан шылтыратып һөйләшкән дә юҡ...” – тинем. “Әсәйем эшләп йөрөй. Ата­йым ни шул инде... Беләһе­геҙ ҙә...” – тип ауыр һулап ҡуйҙы Искәндәр. Эйе, Рәсиләнең ғаилә хәлен яҡшы беләм. Ире бер ерҙә лә оҙаҡлап эшләмәй, тапҡанын да эсеп бөтә, тигән­дәй, өйөндә лә тынғы бирмәй.

Өфөлә лә төҙөлөшкә эшкә төшкән икән егет. Быға тиклем алсаҡ, һүҙсән бала тип белгән Искәндәрҙең кәйефһеҙ генә һөйләшеүе һағайта төштө:

– Ауырып тораһыңмы әллә?

– Юҡ...

– Кәйефең юҡ кеүек тә ул. Әллә һағындырамы?

– Юҡ, һағындырмай ҙа. Әсәй­ҙе генә йәлләйем. Ә атай­ҙы күрге лә килмәй. Ул булма­һа, күпкә рәхәтерәк булыр ине!

– Ҡуй, улай тимә. Атайың бит, ниндәй булһа ла...

– Эй, ундай атайҙың булғандан булмауы яҡшы. Теге юлы, баш төҙәтәм тип, тыуған көнөмә бүләк ителгән аҡсаны алып сығып киткән. Түҙем­лектең дә сиге була, тиҙәр бит, мин шартлай яҙҙым. Шунан һуң Өфөгә сығып киттем... Ярай, апай, минең автобусым килде. Һау булығыҙ!

– Һау бул, имен йөрө! Ҡайтҡаныңда әсәйеңә сәләм әйт! – тип тороп ҡалдым.

Автобуста барғанда әлеге һөйләшеү тураһында уйландым. Егеттең бойоҡ йөҙө күҙ алдымдан китмәне. Исмаһам, ҡайҙа, ниндәй шарттарҙа йәшәүен дә һорашып өлгөр­мәнем. Нимәнелер әйтеп бөтөрмәгән кеүек тә булды.

Ваҡыт табып Рәсиләгә шылтыраттым. Осраҡлы рәүештә улы менән күрешеүебеҙ тураһында әйттем, хәл-әхүәл һораштым.

– Эй, баламды... Шулай ҡапыл ғына уйлап сыҡты ла китте шул. Атаһы менән ныҡ һүҙгә килештеләр, улай ғына түгел, һуғышып киттеләр бит. Быға тиклем дә йыш һүҙгә килешәләр ине. Быныһы ла инде, эскеһенә баш була алмай, Искәндәрҙең аҡсаһын алып сығып китеп тотонған. Түҙмәй, атаһын осора һуҡты. Эй Аллам, шул тиклем ҡурҡтым, берәй насар хәл сығарып ҡуймаһындар тип.

Искәндәр ҙә бит хәҙер атаһынан ҡурҡып, илап, өйҙән ҡасып йөрөгән бала түгел, 21 йәшлек егет. Бер яҡтан, ситтә йөрөһә, яҡшыраҡ кеүек, икенсе яҡтан, бындағы эш урыны ла бик һәйбәт ине. Үҙ өйөндә, минең янда йәшәй, ҡайтһа, йылы аш әҙер. Әле тегендә йәшәгән ере шәптән түгел, аҡсаһын да нисек түләрҙәр инде... Кире ҡайтарайыммы икән баламды, тип уйланам. Ҡайтһа, тағы шул эскән атай менән икәү-ара ыҙғышасаҡ­тар... Баш ҡатҡан инде... – тип күңелһеҙ генә итеп хәлен теҙҙе Рәсилә.

Ни тип әйтәһең инде бындай осраҡта. Күпме ҡатын-ҡыҙ шулай эскән, эшләмәгән ир менән ыҙалап, балаларын уйлап, ут йотоп йәшәй. Әлбиттә, “ундай кеше менән ғүмерҙе заяға үткәреп йәшәргә ярамай” тип кәңәш биреүселәр ҙә булыр, әммә күптәр тормошон үҙгәртеү өсөн үҙендә көс таба алмай шул... 

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

Автор:Розалия Абдрафикова
Читайте нас