Йәмғиәт
4 Февраль 2022, 08:49

Йәйгәсә дауам итеүе бар...

pixabay.compixabay.com
Фото:pixabay.com

Рәсәйҙә коронавирус инфекцияһының яңы көс менән күтәрелеүе күҙәтелә. Эксперттар сирҙең артыуын “омикрон” штамы таралыуы менән бәйләй. Вирусологтар әйтеүенсә, ул коронавирустың башҡа төрҙәре менән сағыштырғанда күпкә йоғошлораҡ. “Роспотребнадзор” яңы тулҡында көн һайын сирлеләрҙең 100 меңдән ашасағын күҙаллағайны. Раҫҡа сыҡты...

Белгестәр фекеренсә, ғинуар аҙағынан “омикрон” дауылдай ябырыласаҡ һәм йәйгә тиклем хакимлыҡ итәсәк. Пандемия башланғандан алып Рәсәйҙә сирҙе йоҡ­тороуҙың 11 миллионға яҡын осрағы теркәл­гән, 322 меңгә яҡын пациент вафат булған.

Әле һәр ил, эпидемиологик хәлдең көсәйеүенә юл ҡуймау өсөн, төрлө юлдар, алымдар ҡуллана. Мәҫәлән, Ҡытай 4 февралдә башланасаҡ Ҡышҡы Олимпиадала коронавирус пландарҙы боҙмаһын өсөн бөтә сараларҙы күрә. Ҡытайҙа тәртиптең ҡаты икәне һәр кемгә мәғлүм. Ғинуарҙа офис бинаһында яңы штамм йоҡторған бер кешене асыҡлау менән бинаны мисәтләп ябып та ҡуйғандар. Офиста булған һәр кемгә ковидҡа тест бирергә ҡушылған. Барыһы ла бинаға ябылған, улар төндәрҙе һәйбәт үткәрһен өсөн юрған-мендәрҙәр килтерелгән. Бер генә сирле арҡаһында офисҡа ябылған хеҙмәткәр­ҙәрҙең унда күпме йәшәйәсәге билдәһеҙ. Бына шундай сиккә еткерҙе пандемия.

Һәр хәлдә төшөнкөлөккә бирелергә ярамай, беҙҙең ышаныслы ярҙамсыбыҙ бар, ул – вакцина.

 

* * *

Коронавирустың яңы штамы “омикрон” элекке “дельта”нан нимәһе менән айырыла? “Роспотребнадзор” хеҙмәткәрҙәре аңлатыуынса, сирҙең яңы штамын йоҡторғандар айырыуса хәлһеҙлектән, баш ауыртыуынан ныҡ яфалана. Ә еҫ-тәм һиҙеүҙе юғалтыу һирәгерәк осрай.

Яңы штамм билдәләре миҙгелгә хас киҫкен респиратор вируслы сирҙәргә хас: температура күтәрелә, мускулдар һыҙлай, тымау йонсота, тамаҡ ҡыжмырҙай, сөскөр­тә һәм йүтәлләтә. Эксперттар билдә­ләүенсә, “омикрон” “дельта”ға ҡарағанда 4,2 тапҡырға тиҙерәк тарала, халыҡ йыйылған ябыҡ биналарҙа сирҙе йоҡтороу ихтималлығы бермә-бер арта. Табиптар әйтеүенсә, “омикрон” цунами кеүек тор­мо­шобоҙҙо баҫып алмаһын өсөн, һаҡ­ланыу сараларын йәһәтерәк күрергә кәрәк.

 

* * *

Гамалея исемендәге эпидемиология һәм микробиология ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Александр Гинцбург үҙенең “омикрон” штамы йоҡтороуы тураһында хәбәр итте. Коронавирустың яңы штамына антиесемдәр табылһа ла, сирҙең билдәләрен ул тоймаған.

Ғалим был хәлде “Спутник V” вак­цинаһының ярҙам итеүе менән аңлата. ”Кем ошо вакцинаны ҡаҙатҡан, “омикрон” штамын йоҡторғандарын һиҙмәүҙәре лә мөмкин. Бары антиесемдәргә анализ биреп кенә сирләгәндәрен белә алалар. Сит илдә булғандан һуң мин тап шулай эшләнем. Сәйәхәттән ҡайтҡандан һуң минең сывороткалағы “омикрон”ға ҡарата вирусты нейтралләштереүсе антиесем­дәрҙе асыҡлау мөмкинлегем булмаһа, сирҙе йоҡторғанымды белмәҫ тә инем”, – тип һөйләгән директор.

Гинцбургтың әйтеүенсә, сит илдән ҡайтҡандан һуң тест унда антиесемдәрҙең юғары титрҙа булыуын күрһәткән.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас