

“Студент саҡта бер егет менән дуҫлашып киттек. Шундай ипле, алсаҡ, аҡыллы. Татыу ғаиләлә матур тәрбиә алған. Арабыҙ боҙолорлоҡ бер сәбәп тә юҡ кеүек ине.
Бер мәл әхирәтем тыуған көнөнә саҡырҙы. Ул бер туған апаһы менән кеше фатирында йәшәй ине. Егетем менән икәүләп барҙыҡ. Ҡунаҡтар әллә ни күп булманы, гөрләшеп, уйнап-йырлап, күңелле генә ултырҙыҡ.
Ҡунаҡтар араһынан кемдер “ҡайтам” тигәс, әхирәтем оҙатып сығырға булды. Мине лә үҙе менән саҡырҙы: “Әйҙә, магазинға барып етеп, тағы һут алайыҡ әле, өҫтәлдә һут бөттө”, – тигәс, ризалаштым.
Беҙ ҡунаҡтарҙы оҙатып, магазиндан ҡайтып ингәндә, егетем менән әхирәтемдең апаһы сөкөрҙәшеп сәй эсә ине. Тегеһенең теле телгә йоҡмай, минең егет ауыҙын асып тыңлай. Беҙгә, дөрөҫөрәге, миңә иғтибар иткән кеше лә юҡ.
Ҡунаҡтан ҡайтышлай һүҙгә килештек. Ошо хәлдән һуң арабыҙ кинәт һыуынды. Бер нисә айҙан әхирәтемдең апаһы менән һөйгәнемдең өйләнешеүе тураһында хәбәр мине саҡ аяҡтан йыҡманы. Ныҡ ҡыйын булды. Әхирәт тә әхирәт булыуҙан туҡтаны, сөнки теге көн ул апаһының һорауы буйынса мине алып сығып киткән булған. Бына шулай егетһеҙ ҙә, әхирәтһеҙ ҙә ҡалдым.
Ваҡыт үтте, күңел яралары бер аҙ төҙәлде. Мин дә үҙ тормошомдо ҡорҙом. Әммә уңдым, тип әйтә алмайым, ирем бер ерҙә лә баш баҫып эшләмәне, күңелле тормош яратты. Һөҙөмтәлә дүрт йәшлек улым менән унан китергә ҡарар иттем.
...Ә тегеләр бәхетле йәшәй. Уларҙың “Бәйләнештә”, “Класташтар”, “Инстаграм”дағы сәхифәләрен ҡарап барам. Бергә төшкән фотоларын ҡуялар, ҡайҙа ғына ял итергә йөрөмәйҙәр, тыуған көндәренә иҫ киткес ҡотлауҙар яҙышалар. Былар барыһы ла кешегә күрһәтеү өсөн эшләнәме, әллә ысынлап та мөнәсәбәттәре шул тиклем матурмы икән, тип хайран ҡалам.
Күпме үҙемә һүҙ биргәнем бар: шуларҙы күҙәтмәҫкә, үҙ тормошом менән йәшәргә тип, юҡ, интернетҡа инеү менән элекке егетем менән ҡатынының яңылыҡтарын ҡарарға ашығам. Әгәр теге саҡта ошо ҡатын беҙҙең араға инмәһә, бөгөн уның урынында мин булыр инем, шулай балда, майҙа йөҙөп, бәхетле йәшәп ятыр инем, тип уйлап эсем бошоп ала йыш ҡына. Аҡылым менән уларҙың тормошон күҙәтеп, уфтанып ултырыуҙың ахмаҡлыҡ икәнен аңлайым, әммә был ғәҙәттән, үткәндәрҙе уйлап үкенеүҙән нисек ҡотолорға икән?”
(Өфө ҡалаһынан Илнараның һөйләгәндәренән).
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА