

Башҡортостанда тимер юлы бәйләнешен үҫтереү буйынса ҙур һәм маҡсатлы эш алып барыла. Үткән аҙна башында ғына Башҡортостанда Көнбайыш экспрессы “Өфө – Приютово” маршруты йөрөй башланы.
Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдереүенсә, оҙаҡламай Өфө менән Ҡазан араһында ла экспресс-поезд йөрөй башлаясаҡ. Был поезд элек ике баш ҡала араһында йөрөгән, тик аҙаҡ ябылған.
– Был башҡорт һәм татар милли орнаменттары менән биҙәлгән бик үҙенсәлекле һәм матур поезд буласаҡ. Рәсәй тимер юлдарынан коллегаларыбыҙға ҙур рәхмәт, – тине Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 31 ғинуарҙа тимер юл транспортын үҫтереүгә арналған кәңәшмәлә был проекттың эшләй башлауы тураһында Куйбышев тимер юлы начальнигы Вячеслав Дмитриев хәбәр иткәйне.
“Юлға 15 сәғәт тирәһе ваҡыт китәсәк. Артабан уны 12 сәғәткә тиклем ҡыҫҡартыу маҡсаты ҡуябыҙ. Быға тиклем ике республиканың баш ҡалалары араһындағы тимер юл бәйләнеше 21 сәғәт дауам иткән һәм ихтыяж булмағанлыҡтан ябылған. Яңы поезд “тәгәрмәсле ҡунаҡхана” буласаҡ. Поезд кискеһен Өфөнән ҡуҙғала һәм Ҡазанға иртән килеп етәсәк”, – тигәйне Куйбышев тимер юлы начальнигы.
Кәңәшмәлә Радий Хәбиров Өфө ҡалаһы һәм Бәләбәй районы хакимиәттәре башлыҡтарына “Көнбайыш экспресс” менән файҙаланған пассажирҙарҙы автобустар менән тәьмин итергә ҡушты. Яҡын арала “Көнсығыш экспрессы”н сафҡа индереү планлаштырыла, ул пассажирҙарҙы Сибайға тиклем йөрөтәсәк.
Радий Хәбиров фекеренсә, Рәсәй тимер юлдары менән берлектәге эштең төп бурысы – Өфө тимер юл ҡулсаһын булдырыу.
“Был ҙур амбициялы проект, ул мотлаҡ эшләп китәсәк һәм осасаҡ”, - тине республика етәксеһе.
Фото:smartik.ru