Йәмғиәт
7 Февраль 2022, 11:30

“Барығыҙға ла яҡшы осоштар!”

Беҙҙең аэропорт Рәсәй Федерацияһында иң яҡшыларҙың береһе...

“Барығыҙға ла яҡшы осоштар!”“Барығыҙға ла яҡшы осоштар!”
“Барығыҙға ла яҡшы осоштар!”

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Мостай Кәрим исемендәге “Өфө” халыҡ-ара аэропорты тураһында яҙып сыҡты.

“Мостай Кәрим исемендәге “Өфө” халыҡ-ара аэропорты – республика ҡарамағындағы күп булмаған активтарҙың береһе. Беҙ уны ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ һәм үҫтереү йәһәтенән планға ярашлы эш алып барабыҙ. Һөҙөмтәлә беҙҙең аэропорт Рәсәй Федерацияһында иң яҡшыларҙың береһе һәм пассажирҙар һаны буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй.

Эске һауа юлдары буйынса былтыр “Өфө” аэропорты 3362 меңдән ашыу, халыҡ-ара линияларҙа 637 мең кешене хеҙмәтләндергән. 2021 йылдың 12 айында дөйөм пассажирҙар һанының үҫеше ковидҡа тиклемге 2019 йыл менән сағыштырғанда 12 процент тәшкил иткән, был тармаҡ буйынса уртаса күрһәткестән юғарыраҡ.

Бөгөн Өфө аэропортынан 58 йүнәлештә осорға мөмкин, шуның 40 авиалинияһы – Рәсәй буйынса. Рәсәйҙы ихтыяж ҙур булған йүнәлештәргә Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Сочи, Симфереполь, Һамар һәм Новосибрск инә.  Һуңғы йылдарҙа йәнә Волгоград, Калининград, Киров, Махачкала, Минеральные Воды, Усинск, Силәбе өҫтәлде. 2022 йылда Өфөнән Рәсәйҙең барлыҡ миллионлы ҡалаларына тура рейс асыу мәсьәләһен хәл итәсәкбеҙ.

Халыҡ-ара рейстарҙа Антальяға, Ереванға, Баҡыға, Дубайға, Истанбулға пассажирҙар ағымы артты. Ереван, Ҡаһирә, Ла-Романа, Ош, Бешкәк, Пунта-Кана, Хургада, Шарм-әл-Шәйех, Шарджа кеүек ҡалаларға яңы рейстар асылды.

Киләсәктә аэродром комплексында реконструкцияны тамамларға, вокзал яны майҙанын төҙөкләндерергә, ҡунаҡхана төҙөргә һәм ике терминалды берҙәм архитектур концепцияға берләштерергә ниәтләйбеҙ. Санитария-эпидемиологик хәл яҡшырыу менән Вена, Тель-Авив, Нурсолтан менән авиабәйләнеште яйға һалырға иҫәп тотабыҙ.

Аэропорт етәкселегенә һәм коллективына көйлө эш, пассажирҙарға уңайлыҡтар тыуҙырыу йәһәтенән ҙур тырышлыҡ һалған өсөн ҙур рәхмәт.

Барығыҙға ла яҡшы осоштар”, – тип яҙған Радий Хәбиров.

Фото: vk.com/radiyhabirov

Сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас