

Удмурт Республикаһында бер кафе янында туҡтап торған машина эсендә ике ирҙең кәүҙәһе табылған.
Әлегәсә тикшереүҙәрҙән шул асыҡланған: улар икеһе лә 36 йәштә, Башҡортостандыҡылар, «Газель»дә Киров өлкәһе яғына юлланған булғандар. Юл ыңғайы 5 февралдә сәғәт 10-дар тирәһендә Удмуртияның Ярский районындағы бер кафела туҡтап ашап сыҡҡандар.
Икенсе көндә иртәнсәк кафе хужаһы, бер машинаның инде тәүлек буйы двигателе эшләп тора, тип хәбәр иткән. Шуның буйынса тәфтишселәр килеп, машина эсендә ирҙәрҙең мәрхүм булғанлығын асыҡлаған. Тәндәрендә яра эҙҙәре табылмай, тик машина эсендә һөрөм еҫе аңҡып торған була. Ирҙәр шуның менән ағыуланғандыр, тип фаразлана. Әле был сәйер хәлде асыҡлау бурысы тора, тикшереү эштәре бара, тип хәбәр итәләр ведомствола.
Фото: Дилә Әхмәҙишина (izhlife.ru)