

Аллаһтың барлығын инҡар итеүселәргә, уны юҡ тип иҫбатлаусыларға, әгәр уның ҡөҙрәте булмаһа, ямғыр яуыр инеме, япраҡ һелкенер инеме, тип әйтке килә. Хатта кеше лә тыумаҫ ине. Бына һеҙгә бер дәлил, үткән быуатта күптән теге донъяларға күскән олатайҙарыбыҙ, өләсәйҙәребеҙ үҙҙәре иҫән саҡта беҙгә һөйләп ҡалдырған иҫтәлек.
Аллаһ Тәғәлә ярҙам иткән
Ҡиблалар үҙгәргән заман, яҙмыштарыбыҙҙы хәл итер 1918 йылдың йәйендә Ашҡаҙар, Күндерәк, Стәрле буйҙарын ҡыйратып, аҡ чехтарҙың ҡоторонған ғәскәре үтеп китә. Оло юл сатында ятҡан Ҡабыҡҡыуыш ауылын да урап үтмәй улар. Байтаҡ ҡыра аҡтар бындағы башҡорттарҙы. Малдарҙы талап алалар, йорттарҙы яндыралар. Үҙҙәре өсөн ышанысһыҙ тойолғандар араһынан абруйлыларҙы, урындағы руханиҙарҙы әсир итеп, Федоровка яғына ыңғайлайҙар. Ҡабыҡҡыуыштан чехтар ҡулына эләккәндәр араһында беҙҙең яҡтарҙа билдәле дин әһеле, ауыл мәзине һәм ревком ағзаһы Әлибай Сөйәрғолов та була.
Әсирҙәрҙе күпме йөрөтөрҙәр ине, хәҙер билдәле түгел. Чехтар уларҙан еңел генә ҡотолорға самалай. Ҡарағош менән Федоровка араһындағы тәрән йырында үҙҙәрен судһыҙ-ниһеҙ атырға ҡарар итәләр һәм яр ситенә теҙеп ҡуялар. Әжәл көтөп торған Әлибай мәзин нимә уйлағандыр, белмәйем, бәлки, күҙ алдына тыуған ауылы, яҡындары, балалары килгәндер, ләкин мәзин фани донъя менән бәхилләшмәҫкә, йәшәргә теләй, ә бының өсөн буйһонмаҫҡа, көрәшергә кәрәк.
Бына ҡорбандар теҙелгән, мылтыҡтар ҡоролған, чехтар үлемесле залп бирер өсөн бойороҡ көтә, ләкин Әлибай мәзин тәүәккәлләп, үлемде түгел, йәшәүҙе һайлай. Ҡабыҡҡыуышта хәҙер был хаҡта онотоп баралар. Хатта Әлибай мәзинде белмәгәндәр ҙә барҙыр.
Мәзин киләсәк, тыуыр балалары хаҡына тиңһеҙ алышта көрәшкә сыға. Инде мылтыҡтар үлем сәсте генә тигәндә, бар көсөнә йырынға ташлана. Уның артынан залп тауышы ғына ишетелеп ҡала. Йырындан алты йәнһеҙ кәүҙә аҫҡа тәгәрәй. Ә шырлыҡҡа инеп юғалған Әлибай төпкәрәк, тәрәнгәрәк ынтыла.
Юҡ, асыулы чехтар уның башына етмәйенсә тороп, китергә уйламай. Йырынды ике яҡтан уратып алалар, ҡурҡытыр өсөн туҡтауһыҙ аталар. Хатта төшөп эҙләй башлайҙар. Ул арала киске эңер етә, чехтар бирелә. Ҡулдарын һелтәп, артабан Шарлыҡ урманы йүнәлешендә ҡуҙғалалар. Ҡалғанын Күндерәк яғындағылар әле булһа легенда һымаҡ итеп һөйләй. Шырлыҡҡа ҡасып йәшенгән Әлибай мәзин оҙаҡ ята. Түҙә, һиҙҙермәй.
Ҡайғылы хәбәр Ҡабыҡҡыуышҡа ла барып етә. Ҡорбандарҙы алырға ауылдаштар килә. Күрше ауылдарҙың кешеләре лә ҡуҙғала. Үлектәрҙе йырындан сығаралар һәм улар араһында бер кешенең етмәүе асыҡлана. Мәзиндең яҡындары борсола, бәлки, терелер, үҙҙәре менән алып киткәндәрҙер, тип өмөт итәләр. Юҡ, ул эҙһеҙ юғала. Бары тик дүрт көндән генә өйөнә ҡайтып, шым ғына ишек шаҡый. Өйҙәгеләрҙең шатлығын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын.
Шулай итеп, абруйлы дин әһеленә йәшәү өсөн көрәштә хатта Аллаһ Тәғәлә ярҙам иткән, тип әйтке килә. Әгәр ярҙам итмәһә, ҡотҡармаһа, бәлки, бөгөн был очерк яҙылмаҫ та ине. Ошонан һуң кем шик аҫтына ҡуйыр, юғары көстөң барлығын кире ҡағыр, Аллаһтың ҡөҙрәтен инҡар итер?
Әлибай мәзин ҡайтыу менән йәшенеп ятмай, халҡы менән бергә була, ауылдаштарын изгелеккә, яҡтылыҡҡа өндәй. Ул үлемде еңеп ҡайтҡандан һуң Таштимер улына иш булып Әхмәтсолтан, Рәхилә, Зәкиә, Нурмөхәмәт исемле балалары тыуа.
“Яҙғандарым тәнҡитле булды…’’
Әле Нурмөхәмәт Әлибай улы менән ошо хаҡта һөйләшеп ултырабыҙ. Бының өсөн йәтеш кенә һылтауы ла бар. Оҙаҡламай уға, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты Нурмөхәмәт Сөйәрғоловҡа, 85 йәш тула. Мин уҡытыусым хаҡында быға тиклем дә байтаҡ яҙҙым. Тормош юлын беләм, мөнәсәбәттәребеҙ яҡын, уның менән аралашыуы күңелле. Ул беҙҙе Ҡабыҡҡыуыш урта мәктәбендә физика фәненән һәм физкультуранан уҡытты. Шул йылдарҙы иҫкә төшөрөп ултырабыҙ. Ағайҙың ҡарашы моңһоу, ҡайғылы. Күптән түгел генә Рәйфә апайҙы ерләгән, хәсрәттән арынып бөтмәгән әле. Улар апай менән өс ул һәм бер ҡыҙ үҫтерҙе.
Нурмөхәмәт ағай ғүмер буйы белемгә ынтыла. Тәүҙә Ҡабыҡҡыуыш башланғыс мәктәбен тамамлай һәм маҡтау грамотаһына лайыҡ була. Аҙаҡ ике йыл Табылды мәктәбендә белем ала. Ә етенсе класты “бишле” билдәләренә генә Ҡарағош мәктәбендә тамамлай. Ир-егеттәр араһында ауылда беренсе булып техникумға уҡырға инә һәм физкультура уҡытыусыһы булып ҡайта.
Шундай кешеләр була: улар нимәгә генә тотонһа ла, ҡулынан килә. Нурмөхәмәт Әлибай улы – тап шундай кешеләрҙең береһе. Әле 70-се йылдарҙа Ҡабыҡҡыуышта иң тәүге спорт түңәрәктәрен ойоштороп, милли көрәш традицияларына нигеҙ һала. Дәрестәрҙе шундай оҫта итеп алып бара, үҙенең шәхси өлгөһө менән арбай торғайны. Беҙ, мәҫәлән, ябай ауыл уҡытыусыһының турникта йә дүңгәләктә үҙен һыңар ҡул менән ҡат-ҡат күтәреүен күреп, ифрат ғәжәпләнә инек.
Уҡытыусыбыҙ шул арала Башҡортостан ауыл хужалығы институтына уҡырға инеп, механизация һәм электрлаштырыу факультетын тамамлай һәм шым ғына, башҡаларға һиҙҙермәй генә мәрхүм атаһы Әлибай мәзин биргән дин һабаҡтарын үҙләштерә, ғәрәп телен үҙаллы өйрәнә. Көндөҙ – электр һымаҡ ҡатмарлы өлкәлә көслө белгес, кисен – спорт түңәрәктәре, өйгә ҡайтҡас – дин һабаҡтары. Нисек өлгөргәндер, кемдәр көс биргәндер. Бәлки, улын ошо ҡатмарлы телгә өйрәткән атаһымы, әллә көнөнә биш намаҙҙы ҡалдырмай ураҙаһын тотҡан, хажға барыу тураһында хыялланған әсәһеме?
Етмәһә, өйрәнә һәм күргәндәрен матур итеп яҙа белә. Мәҡәләләре район гәзитендә даими баҫылып тора. Уның һымаҡ белемле һәм еренә еткереп яҙғандар һирәк. Партияның Стәрлебаш район комитеты фатихаһын бирә, фатир вәғәҙә итәләр, ауыл хужалығы бүлегенә хәбәрсе итеп саҡыралар. Гәзит һайын мәҡәләләре донъя күрә, аяп тормай тәнҡитләргә лә тура килә уға.
Бер нисә айҙан уҡытыусыбыҙ мәктәпкә кире әйләнеп ҡайтты. Нимә булған? Үҙемдең матбуғатҡа мөнәсәбәтем бар, мине был һорау йыш ҡына ҡыҙыҡһындыра торғайны. Ауылдағы һабантуйҙарҙың береһендә осрашҡас, ошо хаҡта һорайһы иттем.
– Аҙ ғына эшләү дәүерендә гәзит эшенең минеке түгеллегенә төшөндөм. Үҙең беләһең, маҡтау, маҡтаныу, сәпәкәй һәм алҡыштар өҫтөнлөк иткән заман ине. Задание биреп ебәрәләр, тормош кимәле шул тиклем түбән, ауыл хужалығында етешһеҙлектәр күп, шул дөрөҫлөктө бер һөйләм түгел, бер һүҙ менән дә яҙырлыҡ мөмкинлек юҡ ине. Минең яҙғандарым тәнҡитле булды, дөрөҫөн яҙмаһам, үҙемде ғәфү итмәҫ инем. Аҙмы-күпме яҙғас, эшемдән сүп эҙләй, яҙа белмәй, тигән һымағыраҡ уйҙырма тарата башланылар. Мин үҙ теләгем менән эшемде ҡалдырырға мәжбүр булдым.
Бөтәбеҙ ҙә бер туғандар икән...
Гәзиттән һуң Нурмөхәмәт ағай ғаиләһе менән Ейәнсура районына иң төпкөл төбәктәрҙең береһенә китә. Бында эшләгәндә ныҡлап ғәрәп телен өйрәнә башлай, Ҡөрьәнде ныҡлы үҙләштерә. Шулай итеп, нисәмә йыл элек атаһы мәрхүм һалған ғилем орлоҡтары бәрәкәтле ергә төшә һәм емеш бирә башлай. Бында эшләгәндә лә һынатмай. Районда иң көслө энергетиктарҙың береһе булып иҫәпләнә. Балаларҙы уҡытырға кәрәк, Ейәнсура яғынан йөрөүе ҡыйын, Нурмөхәмәт Әлибай улы тыуған яҡтарына яҡыная. Ишембай районында “Ударник” колхозында баш инженер булып эшләй башлай. Белемле, яуаплы, егәрле икәнлеген күреп, райондың баш энергетик вазифаһына күтәрәләр. Ул арала булмай, донъялар үҙгәрә, дингә иғтибар арта, хатта китаптар сыға башлай. Ара-тирә ишетеп ҡала, бына Ҡөрьән, ниңә уның башҡортсаһы юҡ, уны нисек уҡырға икән? Ныҡлап тотоноусылар табыла. Улар үҙҙәре эргәһенә Нурмөхәмәт Сөйәрғоловты ла саҡыра.
– Әгәр Сөйәрғолов булмаһа һәм өлгө күрһәтмәһә, Ҡөрьәнде башҡортсаға тәржемә итеү оҙаҡҡа һуҙылыр ине, – тип хәтерләй изге китабыбыҙҙы тәржемә итеүселәрҙең береһе, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Дәүләт Мәһәҙиев. – Уның беҙгә килеп ҡушылыуы баһалап бөткөһөҙ табыш булды. Дин донъяһында унан да мәғлүмәтлерәк кешене күргәнем юҡ.
Ҡөрьәнде һәм ғәрәп телен өйрәнеү, халыҡҡа еткереү буйынса Нурмөхәмәт Сөйәрғоловтың үҙенең ғилми мәктәбе бар. Уның эш алымдарын барлыҡ Рәсәйҙә беләләр һәм таныйҙар. Теория менән генә түгел, ғәмәли эштә ҡат-ҡат һынап, еренә еткереп уҡытыу методикаһын булдырҙы. Тәүҙә Ишембайҙа Зәки Вәлиди исемендәге гимназия-интернатта уҡытыу, һуңынан үҙенең алымдарын Стәрлетамаҡ педагогия институтында, йәғни хәҙерге Башҡорт дәүләт университеты филиалында һынау ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Тәжрибә уртаҡлашырға Ҡазан, Ырымбур, Мәскәү дини юғары уҡыу йорттарына саҡыралар, үҙе бер нисә тапҡыр Сүриә, Иордания дини уҡыу йорттарында белемен камиллаштырып ҡайта.
2006 йылда хаж ғәмәле ҡыла. Изге сәфәрҙән мауығып уҡырлыҡ көндәлектәр менән ҡайта. Филология фәндәре кандидаты үҙенең шәжәрәһен төҙөй. Хәҙер 24 быуынын яттан белә. Ҡабыҡҡыуышта – тыуған ауылыбыҙҙа ул төҙөгән шәжәрәне күреп, таң ҡалалар. Баҡтиһәң, беҙ был ерҙәрҙә борон-борондан йәшәйбеҙ һәм бөтәбеҙ ҙә бер туғандар икән.
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ.