

Республиканың яҡын киләсәктәге хәлен белгестәр нисек күҙаллай? Түбәндә һүҙ эксперттарҙың береһенә – Башҡорт дәүләт университетының Иҡтисад, финанс һәм бизнес институтының дөйөм иҡтисади теория кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент Розалия Радмир ҡыҙы Шәрәфуллинаға.
– Коронавирусҡа бәйле хәлдең артабан нисек булыры билдәһеҙ, ләкин сикләүҙәр бөтөрөлгәс тә, депрессиянан йәнләнеүгә күсеү күҙаллана, – ти Розалия Радмир ҡыҙы. – Былтырғы йомғаҡтарға ярашлы, республикала төп иҡтисади эшмәкәрлек буйынса сәнәғәт үҫеше индексы артты – эшкәртеү тармағында, электр менән тәьмин итеүҙә, газ һәм пар биреүҙә, һыу тәьминәтендә һәм башҡа өлкәләрҙә.
Республиканың эшкәртеү тармағында иң ҙур үҫеште ҡағыҙ һәм ҡағыҙҙан әйбер етештереүселәр күрһәтте – бында үҫеш 2,3 тапҡырға артҡан. Пандемия сәбәпле дарыу етештереү 2,4 тапҡырға артҡан. Металл етештереү 2020 йылдағы торғонлоҡтан һуң күтәрелеп китте. Килешеүҙәр төҙөү нигеҙендә автотранспорт, тағылмалар һәм ярым тағылмалар эшләп сығарыу 17,6 процентҡа артҡан.
Розалия Шәрәфуллина билдәләүенсә, етештереү индексының артыуы – республика етәкселегенең әүҙем ярҙам күрһәтеүе, федераль финанслауҙы йәлеп итеү, Хөкүмәт һәм Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығының ҙур холдингтар, система барлыҡҡа килтергән предприятиелар менән туранан-тура аралашыу һөҙөмтәһе ул. Инвестиция һәм сәнәғәт сәғәттәре үткәрелә, бизнес-шәрифтәр институты яҡшы эшләй башланы.
Сәнәғәтте үҫтереү фондының эшен, айырыуса – еңел һәм урман сәнәғәте тармаҡтарына программаны билдәләргә кәрәк. Уға ярашлы, республика предприятиеларының көнәркәшлеген көсәйтеүгә йүнәлтелгән проекттарға ташламалы финанслау бирелә. Сәнәғәт үҫешенең көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелгән һәм инвесторҙар менән килешеүҙәр төҙөлгән Рәсәй сәнәғәт форумы кеүек ҙур саралар беренсе йыл ғына үткәрелмәй.
Шул уҡ ваҡытта 2021 йылда зыян күреп эшләгән предприятиелар һанының кәмеүе һәм сальдолы финанслау һөҙөмтәһенең артыуы иҡтисадты пандемиянан һуң аяҡҡа баҫтырыуҙы раҫлай. Эшҡыуарҙар ҙа бизнесты үҫтереүҙә ҙур роль уйнай.
Ярҙам саралары булыуға ҡарамаҫтан, әлегә кадрҙарға ҡытлыҡ бар. Республика предприятиеларының сальдолы финанслау һөҙөмтәһе (табыштан зыянды алып ташлағас) былтырғы ун айҙа 296,3 миллиард һум тәшкил итте. 2020 йылда был күрһәткес – 115,9 миллиард һум, 2019 йылда 223,4 миллиард һум ине. Үҫә барған инфляция шарттарында иң ҙур адреслы ярҙам компаниялар хеҙмәткәрҙәре өсөн иң түбән эш хаҡы күләмендәге грант һәм хеҙмәт хаҡы түләү өсөн өс процентлы ташламалы кредит эшҡыуарҙарға ауыр осорҙо үткәреп ебәрергә ярҙам итте. Көрсөккә ҡаршы ярҙамдың өсөнсө пакеты Башҡортостанда 2021 йылдың февралендә ҡабул ителгәйне. Ул 9,4 миллиард һум күләмендәге 66 сараны үҙ эсенә алды. Республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы әле дүртенсе пакетты әҙерләй, уның берөлөшө ауыл хужалығына, мелиорацияға, ауыл хужалығы техникаһын яңыртыуға йүнәлтеләсәк.
Cushman & Wakefield рейтингына ярашлы, Өфө яңы ҡунаҡханалар асыуға йәлеп итеү буйынса бер баҫҡысҡа күтәрелгән һәм хәҙер 16-сы урынды биләй. Был йәһәттән Өфөнөң рейтингы күтәрелеүгә 2035 йылға тиклем туризмды үҫтереү программаһы, шулай уҡ килешеүҙәргә индерелгән ESG-принциптар (экологик, социаль һәм идара итеү аспекттарын индереү) йоғонто яһаны. Стратегияға ярашлы, яңы турист маршруттары асыу, шул иҫәптән ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған һауыҡтырыусы медицина маршруттары асыу күҙаллана. Ҙур киләсәкле булған ваҡиғалар туризмының үҫеше лә йәнләндерелә.
Төбәк компетенция үҙәктәренең көсө менән “Предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүгә адреслы ярҙам” федераль проекты сараларын тормошҡа ашырыуҙа беҙҙең республика Рәсәй төбәктәре араһында өсөнсө урынды биләй.
– Инвесторҙар йәлеп итеү буйынса әүҙем эш артабан етештереү һәм тулайым төбәк продукты үҫеше динамикаһына ыңғай йоғонто яһарға тейеш, – ти Розалия Радмир ҡыҙы.
Р. КӘЛИМУЛЛИН әҙерләне.