

Коронавирустың бишенсе тулҡыны тиҙ йоғошло булыуы менән айырыла. Һуңғы тәүлектә генә сирҙе 2103 кеше йоҡторған. Быға тиклемге тулҡындарҙа бер тәүлектә сирләп киткәндәр һаны мең кешегә лә етмәгәнен иҫәпкә алғанда, һандар ысынлап та хәүефләндерә кеүек. Әммә белгестәр күңелде йылытҡан һүҙҙәр ҙә әйтте: ошоноң менән пандемияның тамамланыуы ла бар. Быларҙың барыһы тураһында ла кисә Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә барышында әйтелде. Уны онлайн тәртиптә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров алып барҙы.
Тажзәхмәткә бәйле хәл-торош нисек?
Хөкүмәт вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һуңғы һандар менән таныштырҙы. Шулай итеп, пандемия башланғаны бирле республикала 143 377 кеше сир йоҡторған. Әлеге ваҡытта 13 840 кеше өйҙә дауалана, 285 кеше дауаханала ята. 32 кешенең хәле ауыр тип баһалана.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, сир тиҙ таралһа ла, әлегә республика бишенсе тулҡындың пигына етмәгән.
Министр вакцинация барышы тураһында ла һөйләне. Әле уның беренсе компонентын – 2 392 331, икенсеһен 2 229 856 кеше яһатҡан. Үҫмерҙәр араһында “Спутник М” вакцинаһын 2220 кеше һалдырған.
Үткән аҙнанан Башҡортостанда поликлиникалар иртәнге 7.30-ҙан киске 22.00 сәғәткә тиклем эшләй башлағайны. Максим Забелин белдереүенсә, был аҙна башына ҡарата хәл тотороҡланған.
Эйе, коронавирустың яңы “омикрон” штамы ҡотора ғына. Хәҙер был сирҙе өлкәндәр генә түгел, йәштәр һәм балалар ҙа тиҙ йоҡтора. Әле Башҡортостандың мәктәптәрендә хәлдәр нисек? Был турала кәңәшмәлә мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һөйләне.
Уның белдереүенсә, бөгөнгә ҡарата 10,5 мең мәктәп уҡыусыһының COVID-19 менән сирләүе билдәле. Был – бөтә уҡыусыларҙың 2,6 проценты.
Министр әйтеүенсә, үткән аҙнала коронавирус һәм ОРВИ арҡаһында байтаҡ ҡына мәктәптәр карантинға ябылды.
– Беҙҙә 40 мәктәп COVID-19 сәбәпле ябылды, тағы 219 мәктәп киҫкен респиратор вирус инфекцияһы буйынса карантинда. Бөгөндән ете көнлөк режим тамамлана. Мәктәптәр әкренләп ғәҙәти уҡытыу форматына ҡайта башлай. Был аҙнала беҙҙә карантинда булған мәктәптәр һәм кластар һанын кәметеү буйынса ыңғай динамика башланыр тип ышанам, – тине мәғариф һәм фән министры.
Башҡортостан буйынса “Роспотребнадзор” идаралығы етәксеһе Анна Казак та коронавирусҡа бәйле һуңғы хәлдәр тураһында һөйләне.
– Республикала коронавирус буйынса хәл көсөргәнешле, тик был һан яғынан ғына сағыла, ауырлыҡ буйынса быны күрмәйбеҙ. Каникулдан һуң балалар сығып, тығыҙ аралашты, шуға күрә уларҙың сирләү кимәле юғары булды. Был аҙнала иһә беҙ ошо күрһәткестең тотороҡланыуын күрҙек – ауырыған балалар һаны артманы, – тине ул.
Шулай уҡ “Роспотребнадзор” хеҙмәткәрҙәре вакцинация буйынса предприятиеларҙа рейд тикшереүҙәрен дауам итә.
– 4 февралдә баш дәүләт санитар табибының талаптарға үҙгәрештәр индергән ҡарары сыҡты. Унда изоляцияға китеү тәртибе, карантин һәм эш урындарына һауығып сыҡҡан пациенттарҙы сығарыу буйынса ҙур үҙгәрештәр булыуын күрәһегеҙ. Был яйлап ҡына ғәҙәти респиратор ауырыуы киңлегенә күсеүебеҙ хаҡында һөйләй, әгәр артабан шулай булһа, коронавирус инфекцияһы еңеләсәк, тигән өмөт бирә, – тине республиканың баш санитар табибы.
Анна Казак геморрагик биҙгәк менән сирләүселәрҙең артыуы тураһында ла хәбәр итте.
Ҡазанға поезда ғына барып етербеҙ
Башҡортостанда тимер юлы бәйләнешен үҫтереү буйынса ҙур һәм маҡсатлы эш алып барыла. Үткән аҙна башында ғына Башҡортостанда “Өфө – Приют” маршруты буйынса “Көнбайыш экспресс” йөрөй башланы.
Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдереүенсә, оҙаҡламай Өфө менән Ҡазан араһында ла экспресс-поезд йөрөй башлаясаҡ.
– Был башҡорт һәм татар милли орнаменттары менән биҙәлгән бик үҙенсәлекле һәм матур поезд буласаҡ. Рәсәй тимер юлдарынан коллегаларыбыҙға ҙур рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. Ул шулай уҡ Өфө ҡалаһы һәм Бәләбәй районы хакимиәттәре башлыҡтарына “Көнбайыш экспресс” менән файҙаланған пассажирҙарҙы автобустар менән тәьмин итергә ҡушты. Яҡын арала “Көнсығыш экспрес”ын сафҡа индереү планлаштырыла, ул пассажирҙарҙы Сибайға тиклем йөрөтәсәк.
Радий Хәбиров фекеренсә, Рәсәй тимер юлдары менән берлектәге эштең төп бурысы – Өфө тимер юл ҡулсаһын булдырыу.
Экспорт һәм сәнәғәт үҫеше ҡыуандыра
Кәңәшмәлә экспорт темаһына ҙур иғтибар бүленде. Беренсе вице-премьер – республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов 2021 йылға тышҡы иҡтисади бәйләнеш йомғаҡтарын яһаны.
Уның белдереүенсә, 2021 йылдың 11 айында Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше 4 миллиард доллар тәшкил иткән, был 2020 йылдың ғинуар-ноябрь айҙарына ҡарағанда 21 процентҡа күберәк. Рөстәм Моратов билдәләүенсә, экспорт потенциалын үҫтереү буйынса эш төбәктең иҡтисади сәйәсәтенең үҙаллы йүнәлеше булараҡ тормошҡа ашырыла. Бөгөн Башҡортостан тышҡы иҡтисади эшмәкәрлектә иң әүҙем ҡатнашыусылар иҫәбенә инә.
– Беҙҙең сауҙа партнерҙары – донъяның 100-ҙән ашыу иле. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса беҙ Рәсәй төбәктәре араһында лидерҙар исемлегенә индек, – тине министр. – Төркиәлә, Ҡаҙағстанда һәм Беларуста “Конгресс-бюро” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының вәкиллеге формаһында республика вәкиллектәре асылды. Тиҙҙән ошондай уҡ вәкиллекте Үзбәкстанда ла асыу күҙаллана.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, республика экспорт буйынса бик һәйбәт күрһәткестәргә өлгәште. Төбәк етәксеһе фекеренсә, тышҡы бәйләнештәрҙе үҫтереү мөһим. Яҡын арала планда – Ҡаҙағстанға яуап сәфәре. Башҡортостан делегацияһы визиты 21 – 31 мартҡа планлаштырылған.
“Әйҙәгеҙ, Ҡаҙағстанға яуап сәфәренә әҙерләнәйек, сөнки унда перспективалар ҙур. Быға иманым камил. Ошо ваҡытҡа “юл картаһын” әҙерләргә кәрәк”, – тине Радий Хәбиров.
Республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев сәнәғәт тармағының 2021 йылда нисек эшләүе һәм 2022 йылға ниндәй пландар ҡуйылыуы тураһында һөйләне.
2021 йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостандың сәнәғәт етештереүе индексы 107,5 процент тәшкил иткән, был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән 2,2 процентҡа юғары. Ведомство башлығы билдәләүенсә, был – ун йыл эсендә индекстың иң юғары үҫеш темптары.
Камералар эшләмәй
Шулай уҡ кәңәшмәлә “Республика биләмәһендә урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлау төбәк операторы” фондының генераль директоры Павел Сафонов сығыш яһаны һәм был тармаҡтағы эштәр барышы тураһында һөйләне.
Күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм милекте капиталь ремонтлау буйынса республика программаһына майҙаны 63 миллион квадрат метрға тиң булған 17023 йорт индерелгән. Был программа 39 йылға иҫәпләнгән. Ул эшләй башлағандан алып (2014 – 2021 йылдарҙа) республикала 7 746 күп фатирлы йортта бер йәки бер нисә эш төрө буйынса капиталь ремонт үткәрелгән.
Павел Сафонов белдереүенсә, былтыр Башҡортостанда 941 йортта 4,1 миллиард һумға торошло 996 эш төрө башҡарылған. Республика бюджетынан 336 лифтты алмаштырыуға 400 миллион һум аҡса бүленгән, тағы 208 миллион һум 312 подъезды ремонтлауға йүнәлтелгән, ә йорт хужаларының капиталь ремонтҡа йыйған аҡсаһы 3,4 миллиард һум тәшкил иткән.
Ағымдағы йылда капиталь ремонт 742 йортта үткәреләсәк. Бөтә йорттар буйынса тиерлек проект-смета документацияһы әҙерләнгән һәм электрон аукциондар һөҙөмтәләре буйынса төҙөлөш-монтаж эштәрен башҡарыу өсөн подряд ойошмалары билдәләнгән. Килешеүҙәр буйынса эштәрҙең хаҡы 5 миллиард һум тәшкил итә.
Генераль директор шулай уҡ подряд ойошмаларына Төбәк операторы сайтында онлайн-трансляция менән видеокамералар ҡуйырға ҡушыуын белдерҙе. Теләгән һәр кем тура эфирҙа Төбәк операторы сайтының “Онлайн капиталь ремонт” бүлегендәге эштәрҙең үтәлеше менән таныша ала.
Әммә доклад барышында был камераларҙың эшләмәүе асыҡланды. Радий Хәбиров етәксегә һәр әйткән һүҙе буйынса яуап бирергә кәрәклеген әйтте.
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.