Йәмғиәт
9 Февраль 2022, 14:30

"Битараф булмағанығыҙ өсөн рәхмәт!"

Мәктәпкә илткән юл буйында бәлә булыуы ихтимал ине...

"Битараф булмағанығыҙ өсөн рәхмәт!""Битараф булмағанығыҙ өсөн рәхмәт!"
"Битараф булмағанығыҙ өсөн рәхмәт!"

“Өфөнөң Владивосток урамында урынлашҡан электр щитын тиҙерәк ябығыҙ” –  1 февралдә социаль селтәрҙәрҙә ошондай мөрәжәғәт ҡалдыра баш ҡала гражданы Джин Кувшин исеме аҫтында.

"Бындай мөрәжәғәттәр фаст-трек иҫәбенә инә, халыҡтан килгән ошондай сигналдарҙы шунда уҡ иғтибар үҙәгенә алырға кәрәк, - тип белдерҙеләр Республикаға идара итеү үҙәге төркөмөндә. - Тышҡы яҡтыртыу сығанағы пунктының ишеге емерелгән була. Ә эргәлә мәктәпкә илткән юл урынлашҡан. Бәлә булыуы ихтимал".

Республикаға идара итеү үҙәге инцидент тураһында Өфөнөң Совет районы хакимиәтенә хәбәр итә. “Уфагорсовет” хеҙмәткәрҙәре ишекте ябалар, пункт алдындағы яҙыуҙарҙы буяйҙар. Барыһы ла имен тамамланыуы яҡшы.

Ә бына икенсе осраҡ. Нефтекама кешеһе 1 февралдә социаль селтәрҙәрҙә Карл Маркс һәм Комсомол урамдары киҫелешендәге люктың асыҡ булыуы тураһында хәбәр итә. Ҡала хакимиәте тиҙ арала проблеманы хәл итә.

Республикаға идара итеү үҙәге командаһы битараф булмағандарға рәхмәт белдерә.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас