

“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто контентының үҙенсәлеге, ҡиммәте шунда: ул республиканың һәр ҡалаһында һәм муниципалитетында күрһәтелгән. Тимәк, уның хәбәрселәре локаль мәғлүмәттәр менән файҙалана, Башҡортостандың бәләкәй ҡалалары, алыҫ ауылдары халҡының көндәлек хәстәрҙәре менән йәшәй.
“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто сайттары төркөмөн, 2021 йыл йомғаҡтары буйынса, 2 934 000 тапҡыр ҡарағандар һәм айына уртаса 620 000 кеше ингән. Был уға тәүге тапҡыр популяр мәғлүмәт ресурстарының тәүге бишәүһе исемлегенә инергә мөмкинлек бирҙе.
Башҡортостанда бөтә категория ресурстар араһында иң күп кеше ҡараған сайт – “Башинформ” мәғлүмәт агентлығыныҡы (5 680 000 ҡарау). Икенсе урында “ufa.kp.ru” сайты – 3 747 000 ҡарау. Йәмәғәт электрон гәзиттең дә күрһәткестәре һәйбәт – 1 477 000 ҡарау.
Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Зөһрә Сәйетҡолова билдәләүенсә, заманса медиаҡулланыу тенденцияһы шундай: бөгөн халыҡ яңылыҡтарҙы иң элек интернет-ресурстар аша ала.
"Беҙгә унда конкуренцияға һәләтле булыу, “һанлы” мускулдарҙы үҫтереү мөһим. Шуға күрә 2021 йылдың аҙағында Матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығы ойошторған медиамәктәптең тәүге ағымында нәҡ республика, район һәм ҡала баҫмалары мөхәррирҙәре, хәбәрселәре уҡып сыҡты. 15 спикер, шул иҫәптән федераль эксперттар ике аҙна дауамында коллегаларыбыҙҙы заманса медиа технологияларына өйрәтте. Артабан да алдынғылыҡты һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ", – тип билдәләне Зөһрә Фәрғәт ҡыҙы.
Блогер һәм медиатренер Ольга Маловица фекеренсә, дәүләт киң мәғлүмәт сараларының үҙ эше һөҙөмтәләрен асыҡтан-асыҡ күрһәтеүе бик мөһим.
"Бер нисә йыл киң мәғлүмәт саралары мөхәррире булып эшләнем һәм статистиканың асыҡлығы ни тиклем мөһим булыуын аңлайым. Үҫеш бөтәһенең дә һөҙөмтәле эшләүенә бәйле – республика халҡы өсөн көнүҙәк темаларҙы күтәргән журналистарҙың да, идарасыларҙың дөрөҫ эше мөһим", – ти эксперт.
Публицист, экс-медиаменеджер Шамил Вәлиев билдәләүенсә, төбәк медиа блогы һанлы транзитты юғалтыуһыҙ үткәрә алған һәм республикала йәшәгән һәр кешегә тиерлек барып етә.
– Социаль селтәрҙәр – элеккесә ғәҙәти редакцияларҙа яһалған контентты алып барыу юлы ғына. Мәғлүмәт киңлегендә төбәк медиалары өҫтөнлөк итеүе – журналистарҙың күп йыллыҡ хеҙмәте һөҙөмтәһе. Хәҙер иһә репортажлыҡты һәм аналитиканы арттырыу, шулай уҡ һәр блогер менән конкурентлыҡ итә алырлыҡ медиа йондоҙҙар пулын булдырыу бурыстары тора, – тип иҫәпләй публицист.
“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто – республиканың ҙур предприятиеһы, ул төбәктең бөтә дәүләт баҫма киң мәғлүмәт сараларын һәм тейешле инфраструктураны берләштерә. Бөгөнгө көнгә нәшриәт йорто сайттары материалдарын ҡарау уртаса алты миллион тәшкил итә, аудитория – бер миллиондан ашыу кеше. “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң социаль селтәрҙәренә яҙылғандар һаны 1,5 миллиондан ашҡан.
Фото: rb7.ru