Йәмғиәт
9 Февраль 2022, 11:15

Мәғлүмәт системаһының мөмкинлектәре ҙур

Ғәҙәттә, беҙ был файҙалы һәм уңайлы мөмкинлектәр тураһында белеп етмәйбеҙ. Республикаға идара итеү үҙәге аңлатма бирҙе. 

Мәғлүмәт системаһының мөмкинлектәре ҙурМәғлүмәт системаһының мөмкинлектәре ҙур
Мәғлүмәт системаһының мөмкинлектәре ҙур

"Торлаҡ-коммуналь хужалығы дәүләт мәғлүмәт системаһының мөмкинлектәре ҙур. Ғәҙәттә, беҙ улар тураһында аҙ беләбеҙ. Комиссияһыҙ торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре өсөн түләүҙәр башҡарыу, күп фатирлы йорттоң ҡасан Капиталь ремонтлау фонды программаһына эләгеп, ипкә килтереләсәге, ҡасан, нимәне һүндерәсәктәрен алдан белеү – был халыҡҡа уңайлы булған системаның мөмкинлектәре.

БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы вәкиле Кристина Дикова “Сәләм” программаһында Республикаға идара итеү үҙәгенән тура бәйләнештә порталдың электр, һыу, йылылыҡ, капиталь ремонт өсөн һәм башҡа түләү документтары менән эш иткәндә нисек ярҙам итеүен ябай ғына итеп аңлатты.

Торлаҡ-коммуналь хужалығы дәүләт мәғлүмәт системаһы менән дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлгән һәр кем ҡуллана ала. Система аша халыҡ идарасы, ресурстар менән тәьмини итеүсе ойошмалар, торлаҡ милекселәре ширҡәте, төрлө кимәлдәге власть органдары менән бәйләнешкә инә ала. Уның функциялары менән түбәндәге һылтанма аша инеп, танышырға була: https://dom.gosuslugi.ru/#!/main.

Система аша нимәләр мөмкин:

▫ ағымдағы һәм үткән түләүҙәрҙе белергә;

▫ торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләргә;

▫ иҫәп приборҙарын тикшерергә һәм индерергә була.

Статистикаға килгәндә, Республикаға идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системаһына төҙөкләндереү буйынса 307 мөрәжәғәт ҡабул ителде. Икенсе урында – һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре (303). Өсөнсө урында – Торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһенә ҡағылған һорауҙар (286).

Беҙҙең төп бурысыбыҙ – халыҡҡа файҙалы, кәрәкле, мөһим мәсьәләләрҙе күтәреү һәм ҡыҙыҡлы темалар тураһында һөйләү. Барығыҙға ла уңышлы көн теләйбеҙ", - тип яҙҙы Республикаға идара итеү үҙәге коллективы социаль селтәрҙе сираттағы яҙмаһында.

Фото: видеояҙманан скриншот. 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас