Йәмғиәт
9 Февраль 2022, 08:30

Модулле конструкциялар нимә бирер?

Премьер-министр яңы төрҙәге юл буйы сервисы объекттары менән танышты. 

Модулле конструкциялар нимә бирер?Модулле конструкциялар нимә бирер?
Модулле конструкциялар нимә бирер?

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров эш сәфәре сиктәрендә Өфө районының юл буйы сервисы объекттарында булды.

– Һәр төбәк өсөн юл буйы сервисы – ул бренд һәм юлдарҙа хеҙмәтләндереү сифаты. Беҙҙең автомобиль юлдары селтәренең күп тармаҡлы булыуын һәм илдең иң уңайлы төбәге исеменә дәғүә итеүебеҙҙе иҫәпкә алып, беҙгә Башҡортостанда юл буйы сервисын икенсе кимәлгә күтәрергә кәрәк. Әле күп кенә автозаправка станциялары хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртты, ашарға, ҡулдарҙы йыуырға мөмкин булған урындар күбәйҙе. Республика буйлап йөрөгән байтаҡ кешеләр һәм ҡунаҡтар үҙгәрештәрҙе күрҙе лә инде. Әммә эште дауам итергә кәрәк, - тине Андрей Назаров.

Премьер-министрҙың барған беренсе объекты булып Өфө районы Жуков ауылындағы “Карат” кафе-кемпингы торҙо. Инвестициялар күләме 50 миллион һум тәшкил иткән. Объектты 2020 йылдың аҙағында файҙаланыуға тапшырғандар. Андрей Назаров унда етештереү биналарын, магазиндарҙы, кер йыуыу бүлмәләрен һәм кафены ҡараны, шулай уҡ 2022 йылда комплекста ҡунаҡхана асыу мәсьәләһен тикшерҙе. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн инвестицияларҙың яҡынса күләме 20 миллион һум тәшкил итәсәк.

Бынан һуң Андрей Назаров Өфөләге М-5 “Урал” трассаһында асылған беренсе модулле конструкцияларҙан төҙөлгән “Башҡортостан” кафеһында булды. Уның адресы, Өфө ҡалаһы, Академик Курчатов урамы, 1.

Был комплекс пилот проекты сифатында эшләй башланы, артабан бындай типтағы объекттар күбәйтеләсәк һәм тиҙ арала эшләнәсәк. Бында 15 урынлыҡ кафе бар, унда сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр һәм килеүселәр өсөн айырым бәҙрәф бүлмәләре, шулай уҡ ғибәҙәт ҡылыу бүлмәһе ҡаралған. Әҙер планлаштырыу һәм стилистик ҡарар, етештереү һәм монтажлау эштәренең ҡыҫҡа ваҡыты, клиенттар өсөн объекттың йәлеп итеүсәнлеге, эшмәкәрлекте ойоштороуҙа консультация һәм методик ярҙам – бындай объекттың өҫтөнлөгө булып тора.

Эске һәм тышҡы биҙәү эштәрен, файҙаланылған материалдарҙы иҫәпкә алып, бындай модулдең хаҡы – 6 миллион һумдан алып башлана. Эшҡыуарҙарға капиталь төҙөлөш объекттарына альтернатива сифатында модулле конструкцияларҙы файҙаланырға тәҡдим ителә. Өҫтөнлөгө шунда: ул тиҙ арала ҡорола, оҙайлы ваҡыт хеҙмәт итә һәм тыштан бик матур.

– Әлегә бизнес әкрен үҫешкән урындарҙа һуңынан биналарҙы эшҡыуарҙарға ҡуртымға биреү өсөн шарттар булдырыу тураһында ҡарар ҡабул иттек. Бындай павильонды әҙерләү республика өсөн тәүге тапҡыр булып тора. Хәҙер беҙ арендаторҙан нимәне үҙгәртергә һәм яҡшыртырға кәрәклеген белдек, – тине Андрей Назаров.

Бындай комплекстар республиканың бөтә территорияһында барлыҡҡа киләсәк һәм 2024 йылға төбәктә юл буйы сервисы объекттары менән хәлде ярайһы уҡ яҡшыртыуға өлгәшеләсәк. Беҙҙең маҡсат – 1000 яңы юл яны сервисы объектын сафҡа индереү, тип билдәләне ул. 

Сығанаҡ һәм фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас