

Мутлашыусылар һеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе урламаһын өсөн ни эшләргә? Социаль селтәрҙәрҙә үҙ аккаунтыңды нисек һаҡларға?
Республикаға идара итеү үҙәге төркөмөндә был йәһәттән Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Рөстәм Хәмәтвәлиевтән кәңәштәр бирелде:
* һәр социаль селтәр өсөн айырым пароль уйлар кәрәк,
* пароль ышаныслы булырға тейеш,
* социаль селтәрҙәрҙәге паролдәрҙе даими алмаштырып тороу мөһим,
* электрон почтағыҙҙы ышанысһыҙ сайттарҙа ҡалдырмағыҙ – бының ярҙамында мутлашыусылар социаль селтәрҙәрҙәге аккаунттарҙы емереүе ихтимал.
"Диалог" и Meta коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмалар “Социаль селтәрҙәрҙе һәм мессенджерҙарҙы нисек һаҡларға” тип аталған белешмә әҙерләгән.
Социаль селтәрҙәрҙең һәм мессенджерҙарҙың көйләүен нисек тикшерергә?
Facebook: facebook.com/privacy/checkup/
Instagram: instagram.com/accounts/privacy_and_security/
WhatsApp: whatsapp.com/safety
#ЦУРБашкортостан #решаемвместе