Йәмғиәт
10 Февраль 2022, 16:45

“Автомиг” Өфө юлына яңы автобустарын сығара

35 автобус 258-се “Дим – Инорс” маршрутында эшләй.

“Автомиг” Өфө юлына яңы автобустарын сығара“Автомиг” Өфө юлына яңы автобустарын сығара
“Автомиг” Өфө юлына яңы автобустарын сығара

Бөгөн Өфөнөң Дим районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шәхси пассажирҙар ташыу компанияһы – “Автомиг” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эше менән танышты. Компания майҙансығында “Лотос” маркалы ҙур класлы ҡала автобусын күрһәттеләр.

Бындай автобустарҙы “РариТЭК” холдингы сығара. LOTOS 105 моделенә тәбиғи газ менән эшләгән экономиялы һәм һөҙөмтәле двигатель, ныҡлы шасси ҡуйылған, ә корпусты эшләгәндә перспективалы технологиялар һәм алдынғы йүнәлештәр иҫәпкә алынған. Ул 92 пассажирҙы һыйҙыра ала. Яңы автобустар USB-розеткалар, йылытҡыстар, климат-контроль системаһы менән йыһазландырылған, хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн майҙансығы бар.

2021 йылдың декабренән 35 автобус 258-се “Дим – Инорс” маршрутында эшләй. Йәнә 35 яңы автобус дүшәмбенән Өфө юлына сыға. Уларҙы республикала теркәлгән шәхси пассажирҙар ташыу компанияһы “Автомиг” йәмғиәте һатып алған. Уның эшмәкәрлегенән һалым урындағы бюджетҡа индерелә.

Төбәк етәксеһе водителдәрҙең эш шарттары һәм хеҙмәт хаҡы менән ҡыҙыҡһынды. Компания вәкилдәре әйтеүенсә, һәр автобусҡа ике водитель беркетелгән, улар айына уртаса 50-60 мең һум эш хаҡы ала.

– Пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнгән коммерция компаниялары яңы автобустар һатып алыуға аҡса бүлһә, беҙҙең талаптарҙың барыһын да үтәһә, мин уларға һәр саҡ дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек ҡулын һуҙам, – тине Радий Хәбиров.

Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/149888.html

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/149888.html

 

 

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас