

Көн һайын Республикаға идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системаларына төбәктәге халыҡтан меңдәрсә мөрәжәғәт килә. Уларҙың береһе лә яуапһыҙ ҡалмай. Бөгөн был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәгенән БЮТ телеканалының “Сәләм” тапшырыуында үҙәк хеҙмәткәре Зөлфиә Басирова тура бәйләнештә һөйләне.
Юлдар темаһы үҙәк статистикаһында беренсе урында тора. 2022 йылдың 10 февраль иртәһенә был темаға ҡағылышлы 138 хәбәр теркәлгән. Шулай уҡ халыҡты иң ныҡ борсоған һорауҙар рәтенә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ (127) һәм һаулыҡ һаҡлау (119) темалары ла инә. Коронавирус - дүртенсе урында (23).
Зөлфиә Басирова белдереүенсә, Үҙәктең мәғлүмәт системалары көн һайын йөҙәрләгән мөрәжәғәттәрҙе "тота". Уларҙың береһе лә яуапһыҙ ҡалмай, йыш ҡына, борсоған мәсьәлә тураһында ҡайҙа һәм нисек яҙырға мөмкин, тип һорайҙар.
"Бының өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың аккаунтына, шулай уҡ республиканың Премьер-министры, министрҙар һәм республика ведомстволары етәкселәре, Башҡортостандың ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтары, министрлыҡтар, хакимиәттәр һәм Республикаға идара итеү үҙәге сәхифәләрендә комментарий яҙырға кәрәк.
Шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙең ниндәйендә булһа ла яҙырға мөмкин - "Бәйләнештә", "Фейсбук", "Класташтар", "Инстаграм" социаль селтәрендә үҙегеҙҙе борсоған һорауҙы яҙып, шунда уҡ фото йәки видео ҡушып һалырға була.
"Дәүләт хеҙмәттәре" порталында шәхси кабинетығыҙ булһа, ундағы "Госуслуги. Решаем вместе" ҡушымтаһы аша ла мөрәжәғәт ебәрергә мөмкин. Борсоған мәсьәлә ниндәй ҡалала йәки ауылда барыуы хаҡында, уның адресын яҙырға онотмағыҙ.
Яуап мөрәжәғәт яҙған социаль селтәрҙә буласаҡ. Тик социаль селтәрҙәр ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа һәм спам ҡулланмаҫҡа кәрәк.
Мәҫәлән, 2022 йылдың 1 февралендә беҙгә Нефтекама ҡалаһының Карл Маркс һәм Комсомол урамдары киҫелешендә люк асыҡ, тип хәбәр иттеләр. Бындай осраҡта беҙ тиҙ арала хакимиәт менән бәйләнешкә инәбеҙ. Был юлы ла ҡала хеҙмәте бер сәғәт эсендә люкты япты һәм яҙған кешегә яуап бирҙе.
Халыҡ мөрәжәғәттәре менән эшләү системаһы кешеләрҙең теләктәре менән туранан-тура бәйле. Һәм был бәйләнеш ике яҡлы", тип аңлатма бирҙеләр Республикаға идара итеү үҙәгенән.
Видео: Республикаға идара итеү үҙәге.