

12 йәше тулған үҫмерҙәргә теләк буйынса махсус вакцина эшләнә башланы. Бөгөн республикаға сираттағы партияны алып килеүҙәрен көтәләр. Социаль селтәрҙәрҙә иһә вакцинацияға ҡарата һүҙ ҡуйыртыу көндән-көн арта. Шуға йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән, психолог, “Мастерок” балалар үҙәге етәксеһе, “Многодеток” АНО-һын ойоштороусы күп балалы әсә Ирина Сухарева Өфөнөң 3-сө балалар поликлиникаһы табибы Әлфиә Нурғәлиеваны тура эфирға саҡырып, тәү сиратта үҙен һәм башҡа ата-әсәләрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе.
Был әңгәмә күптәргә ҡыҙыҡ булды, тура эфирҙы ҡараусылар һаны меңдән ашты. Табип иһә ата-әсәләрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға ентекле яуап бирҙе.
“Дүрт бала әсәһе булараҡ, үҙем өсөн мәғлүмәт туплап, артабан ҡарар ҡабул итеү мөһим. Интернет селтәренән яуған мәғлүмәт албырғата һәм фекерҙе тарҡата. Ә 30 йылдан ашыу стажы булған белемле һәм тәжрибәле табип менән әңгәмә барыһына ла дөрөҫ юл һайларға, борсоған һорауҙарға яуап алырға ярҙам итер тип ышанам”, - ти Ирина Сухарева.
Әлфиә Шәмсетдин ҡыҙы тәү сиратта ата-әсәләрҙе прививканан ҡурҡмаҫҡа, участка педиатры менән туранан-тура бәйләнештә булып, аңлашып эшләргә саҡырҙы.
- Һәр поликлиниканың үҙ сайты һәм социаль селтәрҙәрҙә сәхифәһе бар. Бөтөн кәрәкле мәғлүмәт, тура бәйләнеш телефондары ошонда тупланған. Үҫмергә вакцинация эшләргә кәрәк тип ҡарар ҡабул итһәгеҙ, алдан педиатрға шылтыратығыҙ. Артабан ул һеҙҙе күҙәтеү аҫтына аласаҡ һәм тәғәйенләнгән көнгә саҡыртасаҡ. Поликлиника хеҙмәткәрҙәре барыһы ла прививка эшләткән, ревакцинация үткән. Мәктәп фельдшерҙары ла шулай уҡ прививкалы. Вакцинаны, әлбиттә, һәр кем үҙенсә үткәреп ебәрә, әммә әлегә тиклем ғәҙәттән тыш хәлдәр теркәлмәне һәм улар булмаясаҡ та. Беҙ һәр ғаилә менән шәхсән эшләргә әҙер, һәр кемдең һорауҙарына яуап бирәсәкбеҙ, - тине табип.
Әлеге пандемия осоронан да Әлфиә Нурғәлиева ыңғай яҡтар таба: ата-әсәләр балаларын үҙҙәре дауалауҙан туҡтаны, ти ул.
- Был - беҙҙең өсөн бик ыңғай күренеш. Быға тиклем ата-әсәләр үҙ белдеге менән дарыуҙар һатып алып, балаларын үҙҙәре дауалап маташа ине. Ваҡыт үтә һәм баланы дауалауы ауырлаша ине. Хәҙер температура күтәрелеү менән табипҡа мөрәжәғәт итәләр. Был шулай булырға тейеш һәм иң дөрөҫ юл, - ти табип.
Фото: nash-krai.ru