Йәмғиәт
10 Февраль 2022, 14:00

“Ни тиһәң дә, бында Техас түгел бит...”

Дүшәмбенән Өфө урамдарында тағы ла яңы 35 автобус йөрөй башлай.

“Ни тиһәң дә, бында Техас түгел бит...”“Ни тиһәң дә, бында Техас түгел бит...”
“Ни тиһәң дә, бында Техас түгел бит...”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн дүшәмбе маршрутҡа сығасаҡ яңы автобустарҙы ҡарап сыҡты. Пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнгән шәхси компаниялар транспорт реформаһы нигеҙендә һатып алған автобустар Башҡортостан транспорты бренды аҫтында хеҙмәт күрһәтәсәк. Республика Башлығы яңы транспорт тураһында социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы.

“Дүшәмбенән Өфө урамдарында тағы ла яңы 35 автобус йөрөй башлай. Улар Черниковканан Октябрь проспекты, Йәшел сауҡалыҡ һәм Салауат Юлаев проспекты аша аэропортҡа тиклем яңы маршрутҡа сыға. Был маршрут яңы, беҙ уны һынап ҡарайбыҙ. Пассажирҙарҙың үтенесе  буйынса төҙәтмәләр индереүебеҙ ҙә бар.

Яңы автобустар экологик яҡтан хәүефһеҙ, газ менән эшләй. Улар ҙур класлы, тәпәш иҙәнле, ҡала маршруттары өсөн был бик уңайлы.

Шуныһы мөһим: улар дәүләт автобустары түгел. Беҙҙең үтенес буйынса уларҙы шәхси пассажирҙар ташыу компаниялары һатып ала.

Әйткәндәй, пассажир автобустарының уртаса йәше буйынса беҙ Волга буйы федераль округында алдынғы урындарға сыҡтыҡ. Уларға башлыса өс-дүрт йыл. Бер нисә йыл элек кенә был күрһәткес 10 йыл һәм унан да күберәк ине.

“ПАЗик”тарҙы урамдарҙан алыуға, халҡыбыҙҙы иҫке машиналарҙы ташыуҙы тыйыуға бәйле бик күп шау-шыу булды. Беҙҙең Өфө өр-яңы һәм заманса автобустар паркына лайыҡ, тигән фекерҙәмен. Йыл аҙағына тиклем дәүләт пассажирҙар ташыу ойошмаһы – “Башавтотранс”ҡа йәнә ҙур 77 автобус тапшырасаҡбыҙ, шәхси компаниялар ҙа яңы техника һатып аласаҡ.

Беҙ Башҡортостанда транспорт реформаһының пассажирҙар ташыу графигын, хәрәкәт итеү интервалдарын үтәү, ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеү, дөйөм алғанда, пассажирҙарҙы итәғәтле һәм заманса хеҙмәтләндереү кеүек киләһе мөһим этабын башланыҡ.

P.S. Хәтерҙе яңыртыу өсөн фотоларға күҙ һалығыҙ ҙа, башбаштаҡ “ПАЗиктар”, агрессив йөрөү һәм пассажирҙарға һунар итеү стиле өҫтөнлөк иткән Өфө урамдарындағы хәлде иҫегеҙгә төшөрөгөҙ һәм автобустарҙың бөгөнгө торошо менән сағыштырығыҙ. Ни тиһәң дә, бында Техас түгел бит”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Фото: vk.com/wall413272232_757530

Сығанаҡ: vk.com/wall413272232_757530

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас