

Бөгөн Тәтешле район мәҙәниәт һарайында “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2022” асыҡ республика конкурсының зона этабы үтте. Унда һигеҙ райондан вәкилдәр ҡатнашты: Асҡын, Бөрө, Борай, Ҡариҙел, Кушнаренко, Нуриман, Тәтешленән һәм Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районынан.
Эпидемиологик хәлгә бәйле, конкурс онлайн тәртиптә үткәрелде. Баһалама ағзаларына ғаиләләр өс номинацияла – “Ғаилә ижады”, “Ғаилә кәсебе” һәм “Ғаилә ҡиммәттәре”ндә видеороликтар ебәрҙе. Видеоматериалдарҙы баһалау һөҙөмтәләре буйынса урындар түбәндәгесә бүленде:
1-се номинацияла 1-се урын – Ҡурғандан Ғәлиевтәр; 2-се урын – Тәтешленән Ҡыямовтар; 3-сө урын – Бөрө районынан Ғариповтар;
“Ғаилә кәсебе”ндә – Ҡариҙел районынан Ғәлинуровтар, Асҡындан Ғәлиевтәр, Тәтешленән Сәлимгәрәевтәр;
өсөнсө номинацияла – Тәтешле районынан Арманшиндар, Асҡындан Суфияновтар һәм Нуримандан Фәйзуллиндар.
Тәтешле районынан хәбәрсе Альвира Шәрипова хәбәр итеүенсә, район вәкилдәре булып сығыш яһаған һәр ғаиләнең зонал этабы еңеүселәре булыуы ҡыуандыра. Уларҙың һәр ҡайһыһы менән яҡынданыраҡ таныштырып үтәбеҙ.
Арманшиндар – Ғәли Соҡорой музейы хеҙмәткәрҙәре, улар тиҫтә йылдар буйы тыуған яҡты өйрәнеү һәм ижтимағи эшмәкәрлек алып барыуы менән билдәле. 2019 йылғы “Йыл ғаиләһе” Бөтә Рәсәй конкурсында ла еңеүселәр иҫәбендә булғандар. Арманшиндар нәҫел шәжәрәһен төҙөп, уның менән таныштырған.
Күп балалы Гөлназ менән Айнур Ҡыямовтарҙы ла райондан ситтә лә беләләр. Ғаилә башлығы – виртуоз музыкант. Улар матур музыкаль видеоролик төшөргән: башҡорт тирмәһе эргәһендә тороп, ҡурай моңо аҫтында “Урал батыр” эпосынан өҙөк уҡып ишеттергәндәр, милли бейеү башҡарғандар.
Әлфиә менән Алмас Сәлимгәрәевтәрҙе лә тәтешлелер яҡшы белә. Улар үҙ кәсебенә арналған ролик төшөргән – йәш ғаилә быуындан быуынға тапшырыла килгән умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Уҙған йылда “Фермер мәктәбе” программаһында ҡатнашып, ғаилә башлығы грант отҡан. Тәтешле районының Умартасылар йәмғиәтенә нигеҙ һалыусы ла ул. Сәлимгәрәевтәр район, республика кимәлендәге сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
Зона этабы еңеүселәре Арманшиндар мартта республика этабында ҡатнашасаҡ. Уларға уңыштар теләйек!
Фото: Тәтешле районы хакимиәте.