Йәмғиәт
10 Февраль 2022, 08:00

Тыуған яҡ тарта шул...

Сит-ят ерҙә япа-яңғыҙ ҡалып, инсульт кисереп, ярҙамға мохтаж хәлдә булған Флүрә Поличева нисек итеп тыуған төйәгенә ҡайтып еткән? 

Тыуған яҡ тарта шул...Тыуған яҡ тарта шул...
Тыуған яҡ тарта шул...

Флүрә Поличева Ҡаҙағстанға йәш сағында уҡ күсеп китә. Ҡыҙ шул яҡта кейәүгә сыға, ҡыҙҙары тыуа. Матур ғына башланған тормош аҙаҡ ҡаты һынауҙарға дусар ителә: ҡыҫҡаса ғына һөйләгәндә, ҡатындың тәүҙә ире үлеп ҡала, шунан берҙән-бер ҡыҙы ла уны мәңгелеккә ташлап китә... Ауыр ҡайғылар кисергән ҡатынды инсульт һуға.
Сит яҡта япа-яңғыҙы ҡала ҡатын. Ә һаулығы буйынса артабан үҙе генә йәшәй алмай ул - айырым тәрбиә талап ителә. Башҡортостандағы туғандары йыл буйы уны ҡайтарыуҙы ойоштороуҙы хәстәрләй, әммә коронавирус таралыу сәбәпле, сикләүҙәр арҡаһында быны үҙаллы атҡарып сыға алмайҙар.

Ахыр сиктә мохтаж ҡатындың апаһы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа Флүрәне тыуған яғына ҡайтарыуҙы хәл итешеүен үтенеп мөрәжәғәт итә. Ул арала Ҡаҙағстан ирекмәндәре лә ҙур ярҙам күрһәтә: юлға аҡса йыя, инвалид коляскаһы һәм махсус матрас менән тәьмин итә.
Һәм, ниһайәт, 7 февралдә ҡатынды махсус транспорт менән Рәсәйгә килтерәләр. Сик буйында уны туғандары ҡаршы ала. Шунан улар тура тыуған йорттарына - Нуриман районының Красная Горка ауылына йүнәләләр. Флүрәгә хәҙер оҙайлы дауаланыу курсы үтергә кәрәк буласаҡ.
Кеше хәленә битараф ҡалмай, ярҙам итеүсе изге күңелле барлыҡ кешеләргә рәхмәтле бөгөн ауыр тормош һынауына тарыған ҡатын.

Фото: bashinform.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас