

Бөгөн видеоконференция тәртибендә Евразия халыҡтары ассамблеяһының Генераль советы ултырышы үтте, унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры, ассамблеяның республикалағы вәкиллеге етәксеһе Андрей Назаров та ҡатнашты.
Ҡатнашыусылар 2021 йылғы эш һөҙөмтәләрен барланы, яңыһына пландар ҡорҙо. Мөһим ойоштороу мәсьәләләре, яңы партнерҙар менән хеҙмәттәшлек тә ҡаралды.
Ассамблеяның Генераль секретары Андрей Бельянинов сәләмләү һүҙендә үткән йылдағы уңышлы эш өсөн рәхмәт әйтте: ассамблея ЮНЕСКО-ның Тыныслыҡ премияһына дәғүәсе итеп теркәлгән.
Генераль секретарҙең беренсе урынбаҫары Светлана Смирнова ойошманың эш һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Яңы структуралар - Юғары консультация советы һәм Медиасовет төҙөлгән, масштаблы проекттар тормошҡа ашырыла.
Андрей Назаров сығышында ассамблея етәкселегенә Башҡортостан вәкиллегенә булышлыҡ өсөн рәхмәт белдерҙе. Үткән йылды республика ойошмаһы ла яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамлаған.
Республика вәкиллегенең структураһы ла камиллаштырылған: сәнәғәт, Италия менән хеҙмәттәшлек, рухи мәҙәниәт, әҙәбиәт һәм сәнғәтте үҫтереү буйынса профилле комитеттар булдырылған.
Андрей Назаров Башҡортостандың 2022 йылда Евразия халыҡтары ассамблеяһы көндәре барышында халыҡ-ара делегацияны ҡабул итергә әҙерлеген белдерҙе. "Был сараны ойоштороу комитеты булдырылды. Әҙерлек эштәре башҡарылды. Беҙгә аныҡ көндө билдәләргә һәм ҡунаҡсыл Башҡортостан ерендә осрашыуҙы көтөргә генә ҡала", - тине ул.
Ултырыш барышында был киң сараны ошо яҙға билдәләү тураһында килешелде.
Фото: pravitelstvorb.ru