

Берҙәм, әүҙем, дәртле кешеләр йәшәй Белорет районының Асы ауылында. Биләмә халҡы “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында йыл һайын ҡатнаша. Программаға ярашлы, 2017 йылда “Беларусь” тракторы һатып алалар.
Ауыл советы биләмәһенә йәнә Береш, Берештамаҡ, Мулдаҡай, Исҡушта ауылдары ҡарай. Ҡыш был яҡтарҙа күҙ асҡыһыҙ бурандар уйнай, көслө ҡарҙар яуа, ҡайһы саҡ урамға ла сығырлыҡ түгел. Юлдарҙы таҙартырға үҙҙәренең техникаһы булғас, хәл күпкә еңеләйә. Тағылмалы арбалы тракторҙы һаҡлап ҡына тотонорға тырыша асылар.
2018 йылда программа нигеҙендә ауылда 700 мең һумлыҡ спорт майҙансығы төҙөлә. Ҡойма менән уратылып алынған, асфальт түшәлгән майҙансыҡта баскетбол, мини-футбол уйнау өсөн шарттар тыуҙырыла, балалар өсөн дә бер нисә спорт ҡорамалы ҡуйыла.
Мәктәптең үҙ стадионы булмау сәбәпле, майҙансыҡ ололарҙың ғына түгел, балаларҙың да спорт менән шөғөлләнеү урынына әйләнә.
Былтыр көҙ асылар йәнә бер шатлыҡлы ваҡиға кисерә. Ауыл эшҡыуары Денис Ғәлиев, “Атайсал” проектына ярашлы, ауылдаштарына ҙур бүләк яһай – хоккей ҡабы эшләү өсөн алты кубометр таҡта бүлә. Ир-ат йыйылып, көҙ хоккей ҡабын эшләп тә ҡуя.
– Денис Казбек улы – урман тармағында эшмәкәрлек иткән уңышлы эшҡыуарҙарыбыҙҙың береһе, ауылдаштарына даими ярҙам күрһәтә. Хоккей майҙансығы тураһында күптәнән хыяллана инек, биләмәбеҙҙә был спорт төрөн үҙ итеүселәр күп. Илһөйәр ауылдашыбыҙ төҙөлөш материалы бүлеү менән, ир-егеттәр йыйылып, эште башҡарып та ҡуйҙы. Башҡа ауыл командалары менән осрашырға быға тиклем майҙансыҡ булманы, хәҙер үҙебеҙҙе күрше биләмә командалары менән дә һынап ҡараясаҡбыҙ. Йәй хоккей ҡабын волейбол, мини-футбол майҙансығы итеп тә ҡулланырға мөмкин буласаҡ, – тип шатлығын йәшермәй Асы ауыл Советы хакимиәте башлығы Венер Йосопов.
Хоккей ҡабы буш тормай, бигерәк тә Яңы йыл каникулында унан кеше өҙөлмәй. Күптән түгел быймала хоккей турниры ла уҙғарыла.
– Сарала Ташбесән менән Олойылға, Утар менән Мөбәрәков урамдары ҡатнашты. Турнир бик ҡыҙыу, мауыҡтырғыс барҙы. Һөҙөмтәлә Олойылға урамы беренсе урынды яуланы. Утар урамының йыйылма командаһы – икенсе, Ташбесән һәм Мөбәрәков урамдары хоккейсылары өсөнсө урынға сыҡты.
Был ысын хоккей байрамы булды. Баһалама ағзалары, ғәҙел баһа биреп, еңеүселәрҙе билдәләне, грамоталар һәм миҙалдар тапшырҙы. Һуңынан бергәләшеп саф һауала тәмле ризыҡтар менән һыйланып, ауылыбыҙ ағинәйе Сәриә апай Шәрәфетдинованың самауыр сәйен эстек. Миңлеғәле ағай Иҡсановтың дәртле гармун көйҙәре һыуыҡ ҡышҡы көндә күңелдәргә яҙ йылыһы өләште, – тип шатлығын уртаҡлашты ауыл әүҙемсеһе Зәлиә Баййегетова.
Йыл аҙағында республика Хөкүмәте бүлгән аҡсаға Асы ауыл Советы хакимиәте, йәш быуынды хәстәрләп, 200 мең һумлыҡ балалар майҙансығы һатып ала.
– Майҙансыҡта балаларға күңел асыу, спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырыласаҡ: бәүелсәктәр, пирамидалар, таусыҡтар урынлаштырыласаҡ. Яҙ еткәс, уны спорт майҙансығы биләмәһендә күмәк көс менән ҡороп ҡуймаҡсыбыҙ. Сермән Урал спорт ҡорамалдары заводында етештерелгән заманса балалар майҙансығы хәүефһеҙлек талаптарына тулыһынса яуап бирә: ҡоролмалар яҡшылап нығытылған һәм тимерҙәре сығып тормай, – тине Венер Ғариф улы.
Биләмә халҡы, ата-бабаларының рухына тоғро ҡалып, зыяраттарҙы ла иптә тоторға тырыша, йыш ҡына ошо маҡсатта өмәләр ойоштора. 2019 йылда “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы буйынса Берештамаҡ ауылы зыяраты кәртәләнә. Киләсәктә Береш ауылы зыяратын да кәртәләтеүҙе күҙаллайҙар. Тырыш, берҙәм халыҡтың был теләге лә, һис шикһеҙ, тормошҡа ашыр.
Римма СОЛТАНОВА.