

“Мин йәшләй генә кейәүгә сыҡтым. Ирем ҙур компанияларҙың береһендә баш инженер булып эшләй. Барыһы ла яҡшы кеүек, ике балабыҙ үҫеп килә, тик кейәү менән ҡәйнә араһындағы мөнәсәбәттең боҙҙай һалҡынлығы йөрәгемде өтә...
Бынан 18 йыл элек тормошҡа сығырға йыйынғас, әсәйемдән бығаса ишетмәгән тәнҡит һүҙҙәрен ишетергә, нахағын да, хағын да кисерергә тура килде. Фәнил менән торлаҡ-хужалыҡ участкаһында осраҡлы ғына таныштыҡ. Баш ҡалаға ауылдан эшкә килгән, һөнәре буйынса – сантехник. Институтҡа тәүге йылда инә алмағанлыҡтан, сантехник булып эшкә урынлашырға ҡарар иткән. Ә түләп уҡытырға ата-әсәһенең финанс мөмкинлектәре етешмәгән.
Минең кемгә кейәүгә сығырға йыйынғанды ишетеп, әсәйемдең сәсе үрә торҙо: “Шунан да яҡшыраҡ кандидат булманымы ни?”, “Яҡшыраҡтарын һайлап алып бөтөргәндәрме әллә баш ҡалала, һиңә сантехник ҡына ҡалғанмы?”– тип йәнде үртәй. Ҡыйын булһа ла, ни эшләйһең, тәүҙә бергә йәшәргә тура килде.
Фәнил икенсе йыл уҡырға инде, тик һөнәрен ташламаны, сөнки етәкселәре алтын ҡуллы, тәртипле сантехникты эштән ебәрергә тырышманы, өгөтләп үҙҙәрендә ҡалдырҙы. Фатирҙа уның ҡулы теймәгән, ремонтламаған бер ни ҙә ҡалмағандыр, моғайын. Тик әсәйемде кейәүенең тырышлығы ла, тыңлаусанлығы ла “йомшарта” алманы, хатта уны пропискаға индереүҙән баш тартты.
Ә минең сабый көткәнемде белгәс, түҙмәне, мине лә йәлләмәне, уҫал ғына итеп “сәнстереп” алды: “Һин кемдән бала табырға булдың, сантехниктанмы? Мин һине аҡылға ултырырһың, тип уйлағайным”. Шуныһы айырыуса асыуға тейҙе – ағыулы һүҙҙәрен иремә ишеттерерлек итеп әйтте.
Был хәлдән һуң бергә йәшәү мөмкин түгел ине, тиҙ арала Фәнил ятаҡтан бүлмә юллап алды. Ҡыҙыбыҙ ҙа шунда тыуҙы. Һиҙелмәй ҙә үткән өс йыл эсендә ғаиләбеҙҙә ҙур ғына үҙгәрештәр булды, ирем компанияла вазифалы урынға үрләтелде, фатир һатып алдыҡ. Тик әсәйем беҙҙең йортҡа аяҡ баҫырға ла теләмәй. Ҡыҙым менән йыш ҡына барып, хәлен белешәбеҙ. Барған һайын Фәнилдең тетмәһен тетеүҙән бушамай, имеш, кейәү булып, ярҙам иткәне юҡ, тегенеһен эшләргә, быныһын йүнәтергә ваҡыт еткән... Ирем уға ремонт эштәре өсөн аҡса бирергә әҙер, тик “ҡәйнәмдең тупһаһына аяҡ баҫмаясаҡмын” ти.
Ярты ғүмер шулай әсәйем менән тартҡылашып, үпкәләшеп үтеп килә. Мин уны йәлләйем, аңларға, ярҙам итергә тырышам, тик ул үҙен генә хаҡлы тип иҫәпләй, Фәнилгә кейәүгә сығыуымды һаман да ғәфү итә алмай”, – тип кәңәш һорап яҙған Лилиә Я. Кешегә аҡыл өйрәтеүҙән дә ҡыйын ғәмәл юҡ. “Йөрәгеңде тыңла, башың менән эш ит” тигән аҡыл эйәләре хаҡлылыр.
Динә Арыҫланова.