

Кремль сайтында баҫылған рәсми документҡа ярашлы, “Мәңгелек ут” һәм яугирҙәр ерләнгән урындарҙағы, мемориалдарҙағы "Хәтер уттары" даими янып торһон өсөн тәбиғи газ бушлай биреләсәк.
Рәсәй Президенты был мәсьәләне 1 майға тиклем хәл итергә ҡушты.
12 ғинуарҙа Рәсәй Президентының Хөкүмәт ағзалары менән осрашыуы барышында “Берҙәм Рәсәй” Генераль советы секретары Андрей Турчак “Мәңгелек ут”тар туҡтауһыҙ эшләһен өсөн газға хаҡты нуль кимәлендә ҡуйырға тәҡдим итте. Уның һүҙҙәренсә, илдә уларҙың эшләү тәртибе әлегәсә аныҡ билдәле түгел. Муниципаль властарҙың “Мәңгелек ут”ҡа киткән газға түләү буйынса бурыстары булыуы сәбәпле, уларҙы бер нисә тапҡыр туҡтатырға ла мәжбүр булғандар. Был тәҡдимде ил Президенты хупланы.
Дәүләт Думаһының Мәғлүмәт сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Тарихи хәтер” федераль партия проекты координаторы Александр Хинштейн партияның былтыр 7 декабрҙә уҙған “Беҙҙең Еңеү” ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй биләмәһендә “Мәңгелек ут”тарҙың даими эшләүен ҡануниәт менән көйләү тәҡдимен еткергәйне.
Автор фотолары.