Йәмғиәт
11 Февраль 2022, 16:30

“Таҙа һыу”ҙың уңышлы эшләүе сәбәбе ниҙә?

Иғтибар үҙәгендә - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы мәсьәләләре.

“Таҙа һыу”ҙың уңышлы эшләүе сәбәбе ниҙә?“Таҙа һыу”ҙың уңышлы эшләүе сәбәбе ниҙә?
“Таҙа һыу”ҙың уңышлы эшләүе сәбәбе ниҙә?

11 февралдә Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә торлаҡ-коммуналь хужалығы тармағы үҫешенә арналған видеоконференция режимында эш кәңәшмәһе үтте.

“Илебеҙҙең ҡала-райондарында йәшәүселәргә уңайлы тормош шарттары тыуҙырыу – бөгөн бөтә кимәлдәге властар өсөн иң мөһим бурыстарҙың береһе. Тап шуның өсөн беҙгә төп маҡсаттарҙы, ниндәй темп менән хәрәкәт иткәнебеҙҙе асыҡларға, проблемалар тураһында һөйләшергә  кәрәк”, - тине Андрей Назаров.

Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыуҙың яҡынса һөҙөмтәләре һәм республиканың кесе ҡалаларында уңайлы мөхит булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыуы тураһында бәйән итте.

Шулай, 2021 йылда “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль проекты нигеҙендә 63 муниципаль берәмектә 1282,8 миллион һумлыҡ 146 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән.

Ағымдағы йылда республиканың ҡала-райондарында 122 биләмәне төҙөкләндереү күҙаллана. 2022 йылда финанслау күләме 1263,7 миллион һум тәшкил итәсәк. Төҙөлөш-монтажлау эштәре 1 апрелдә башланып, 1 октябрҙә тамамланырға тейеш.

Конкурсҡа килгәндә, былтыр Яңауыл, Дүртөйлө, Мәләүез, Ағиҙел, Краснокама районының Николо-Берёзовка ауылында биш конкурс программаһы ғәмәлгә ашырыла. Шулай уҡ Баймаҡ, Белорет, Благовещенск, Дәүләкән, Сибай, Учалы ҡалаларында, Мәләүез районының Воскресенск ауылында һәм Йылайырҙа проекттар буйынса төп эштәр башҡарыла. Сентябрь айына был объекттарҙа эштәр тамамланырға тейеш тип иҫәп тотола.

Бынан тыш, республика тағы алты проектты - Бөрө, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Туймазы, Межгорье ҡалаларында тормошҡа ашыра башлаясаҡ.

Республикала уңышлы ғәмәлгә ингән проекттарҙың береһе – “Таҙа һыу” төбәк проекты. Бөгөн финанслау күләме буйынса был проект Волга буйы федераль округында беренсе урында. Проект сиктәрендә 2021 йылда республикала алты һыу менән тәьмин итеү объекты сафҡа индерелгән. Уның һөҙөмтәһендә сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителеүсе халыҡ өлөшө 0,3 процентҡа артып, 88,1 процент тәшкил иткән.

2022 йылға шундай туғыҙ объект төҙөләсәк тип планлаштырыла.

Кәңәшмәлә шулай уҡ республиканың Торлаҡ-коммуналь өлкәһен коммуналь техника менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә ҡаралды.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

 

 

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас