Йәмғиәт
11 Февраль 2022, 11:00

Уларҙы алда республика кимәлендә һынау көтә

Салауат ерендә лә "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2022" конкурсының зона этабы үтте

Уларҙы алда республика кимәлендә һынау көтәУларҙы алда республика кимәлендә һынау көтә
Уларҙы алда республика кимәлендә һынау көтә

Малаяҙҙа кисә башҡорт ғаиләләренең быйылғы асыҡ республика конкурсының зона этабы ойошторолған. Унда Балаҡатай, Белорет, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат, Учалы райондарынан һәм Межгорье ҡалаһынан 14 ғаилә ҡатнашҡан. Был турала Салауат районы гәзитенән коллегаларыбыҙ хәбәр итә.

Билдәле булыуынса, баһалама еңеүселәрҙе өс номинацияла билдәләй: “Ғаилә ижады”, “Ғаилә кәсебе” һәм “Ғаилә ҡиммәттәре”. Конкурс башҡорт мәҙәниәтенә тоғро ҡалып, уны үҫтереүгә, һаҡлауға ҙур өлөш индергән сағыу ғаиләләрҙе асыҡлау йәһәтенән үткәрелә. Ундай ғаиләләлргә Башҡортостаныбыҙ ғәйәт бай, шуныһы ҡыуаныслы.


Конкурс онлайн тәртиптә барған. Зона этабын ҡабул иткән яҡ булараҡ, Салауат районы иң күп ҡатнашыусыларҙы сығарған. Улар – Илфат менән Әлиә Исмәғилевтар, Рәлим менән Раушания Ғәҙелшиндар, Фларис менән Альбина Ғайсиндар, Ринат менән Венера Нурмөхәмәтовтар.


Балаҡатай исеменән – Хөснөтдиновтар, Белореттан – Ғәлиуллиндар һәм Хәйбуллиндар, Ҡыйғынан – Әхкәмовтар, Ғәлиндар һәм Йосоповтар, Мәсетленән – Хановтар, Учалы районынан – Мөхәмәтовтар, Межгорьенан Әбүбәкеровтар ҡатнашҡан.


Бар ҡатнашыусылар ҙа ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле һәм сағыу видеороликтар менән ҡыуандырған. Һөҙөмтәлә “Ғаилә ижады” номинацияһында – Хөснөтдиновтар, “Ғаилә ҡиммәттәре”ндә – Ғәлиуллиндар, ә “Ғаилә кәсебе”ндә Исмәғилевтәр еңеп сыҡҡан. Уларҙы алда республика этабында һынау көтә.

Фотолар - Салауат районынан.

Уларҙы алда республика кимәлендә һынау көтә
Уларҙы алда республика кимәлендә һынау көтә
Уларҙы алда республика кимәлендә һынау көтә
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас