Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Февраль 2022, 10:42

Викимедиа проекттарын… нисек үҙ мәнфәғәтеңдә файҙаланырға?

Бөгөн Википедия тип берәүҙе лә аптыратып булмай, сөнки күпселек үҙе шәхсән унда ҡулын да тығып ҡарамаһа ла, бер ни тиклем ишетеп белә. Әммә Википедияның Викимедианың бер өлөшө генә булыуы, ә уның шундай файҙалы проекттары байтаҡ икәнлеге тураһында бик аҙҙар ғына хәбәрҙарҙыр, моғайын. Өйрәнеп, төбөнә төшөнөп ҡулланғанда, Википедияны ғына түгел, уның башҡа проекттарынан да файҙа күрергә, уны үҙ мәнфәғәтеңдә эшкә егергә мөмкин, шуға күрә бөгөн уның һәр проекты менән яҡынданыраҡ таныштырырға булдым.

Викимедиа тигән ҙур “ғаиләнең”, беҙ белгән Википедиянан һәм уның төрлө телдәрҙәге бүлектәренән тыш, тағы ла Викикитап, Викитека, Викиөҙөмтә, Викидата, Викимилек, Викисәйәхәт, Викиинкубатор, Викияңылыҡтар, Викиверситет, Викитөрҙәр тигән “балалары” бар.

Бөгөн был “балалар” менән дуҫлашыу бигерәк тә көнүҙәк, сөнки һанлы технологиялар заманында баҫма мәғлүмәт яйлап ҡына үҙенең дәғүәселек һәләтен кәметә бара, ә инде һинең белемең йәки баҫма сығанаҡтарҙа донъя күргән мәҡәләләрең һ.б. һанлы донъяла, шулай уҡ Википроекттарҙа урын алмаған икән, тимәк, уларҙы юҡ тип әйтергә лә була. Икенсенән, мәҫәлән, ниндәйҙер тематика буйынса китап сығарыу өсөн аҡса кәрәк булһа, тупланған белемде бер сығымһыҙ һәм артыҡ баш ватмай ғына Викимедиа проекттарында урынлаштырырға мөмкин. Өсөнсөнән, мәғлүмәттең электрон вариантынан күп кеше ҡуллана. Дүртенсенән, кәрәкле мәғлүмәт һәр саҡ һинең эргәңдә, усыңда йәки кеҫәңдә генә йөрөй. Интернет тотҡан теләһә ниндәй урында эҙләү сараһы аша һорау яҙыуға һә тигәнсә яуабын да алырға була.

Танышыуҙы күпселек өсөн яңылыҡ булмаған Википедия проектынан башлайыҡ. Википедия – ул глобаль энциклопедия, донъялағы барлыҡ мәғлүмәтте бер урынға туплау майҙансығы. Унда, баҫма матбуғатҡа йәки уның электрон вариантына һылтанып, үҙеңде ҡыҙыҡһындырған тема йәки аныҡ объект тураһында мәҡәлә яҙырға, тәржемә итергә мөмкин. Әммә шуны билдәләргә кәрәк: Википедия беренсел сығанаҡ түгел, ул икенсел һәм өсөнсөл сығанаҡтарға нигеҙ­ләнә, шуға күрә мәҡәлә яҙғанда ҡулланылған сығанаҡтар абруйлы булырға тейеш. 

Викидәреслек – электрон дәреслек, йәғни унда һеҙ башҡалар менән үҙегеҙҙең тәжрибәгеҙҙе, белемегеҙҙе уртаҡлаша алаһығыҙ. Башҡорт википедистары эшләгән буклетта Викидәреслек тураһында шулай тип аңлатыла: “Викидәреслек – беренсе тапҡыр нәшер итергә мөмкин булған тыуған яҡты өйрәнеү яҙмалары, уҡыу-уҡытыу әсбаптары, хәтирәләр йыйынтығы”, йәғни уҡытыусыларҙың ниндәйҙер тема буйынса асыҡ дәресе бар икән, уны Викидәреслеккә урынлаштырырға мөмкин. Шулай уҡ кемдер балаларға сит телде өйрәтеү буйынса үҙ методикаһын булдырған икән – ошо белеме менән уртаҡлаша ала. Бында сикләүҙәр юҡ, әммә мәҡәләләрҙе автор үҙе урынлаш­тырырға йәки кемдер уның алымы тураһында яҙып, авторға һылтанма ҡуйырға тейеш. Әгәр Википедия мәҡәләһенә уй-фекерҙәрегеҙҙе, һығымталарығыҙҙы индерергә ярамаһа, Викидәреслек өсөн яҙылған мәҡәләлә бындай сикләү юҡ. 

Викимәғлүмәт (Викидата) – ул Википедия мәҡәләләренең төрлө телдә яҙылған структуралы мәғлүмәт базаһы. Әгәр Википедияла төп урында мәҡәлә торһа, Викидата ошо мәҡәләләге төп мәғлүмәтте генә үҙ эсенә ала, мәҫәлән, ниндәйҙер шәхес тураһында яҙғанда, Викидата проектында булдырылған элементта уның заты, тыуған (вафат булған) йылы, тыуған (вафат булған) урыны, гражданлығы, белеме, уҡыу йорто, эшләгән урыны, биләгән вазифаһы, дәрә­жәһе, наградалары һәм маҡтаулы исемдәре, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙәге аккаунттары, энциклопедияларҙағы мәғлүмәткә һылтанмалар һ.б. тултырыла. Һуңғы йыл­дарҙа Викимедиа йәмәғәтселеге Викидатаға ҙур иғтибар бүлә, сөнки донъяның бер телендә тултырылған мәғлүмәт барлыҡ телдәрҙә лә күренә. 

Викикитапхана – исеменән аңлашы­лыуынса, ирекле электрон китапхана, йәғни йәмғиәт милкенә күскән хеҙмәттәр тупланған урын. Теләге булған һәр кем бушлай үҙ китапханаһын булдыра ала. Бының өсөн махсус өлгө буйынса һәр китапҡа йәки гәзит-журнал мәҡәләһенә ирекле таратыуға рөхсәт – ирекле лицензия алыу зарур. Ирекле лицензия нимәне аңлата? Хеҙмәт авторы булып һеҙ ҡалаһығыҙ, әммә ирекле лицензия нигеҙендә Викитекаға урынлаштырып, башҡаларға һеҙҙән ҡабаттан һорап тормайынса ҡулланырға рөхсәт итәһегеҙ. Теләгән кешегә коммерция маҡсатында баҫтырырға, һатырға, һатыуҙан килем алыуҙа ҡулланыуға рөхсәт бирәһегеҙ, шул уҡ ваҡытта килгән килемде коммерция маҡсатында ҡулланған кеше ала. Нәшер итеүсе һеҙгә гонорар түләргә йәки түләмәҫкә мөмкин – был уның ихтыярында. Эштәрҙе ирекле лицензия бил­дәһе менән артыҡ бюрократик ысулдарһыҙ ҙа эшләргә мөмкин, бының өсөн бары тик хеҙмәтегеҙҙең электрон вариантына ирекле лицензия билдәһен, мәҫәлән, CC BY-SA 4.0 (4.0 урынында башҡа һан да булыуы мөмкин) ҡуйырға һәм Викитекаға урынлаштырырға кәрәк. Әлеге ваҡытта Викитеканың башҡортса бүлеге инкубаторҙа ята. Башҡа тел бүлеге википедистары уны дөйөм киңлеккә сығарырға тырыша, әммә проектты алып барырға теләүсе юҡ.

Викияңылыҡтар – Викимедианың мәғлү­мәт агентлығы. Унда ирекле лицензияһы булған баҫма йәки электрон мәғлүмәт сараларынан алынған һәм википедистар үҙҙәре яҙған яңылыҡтар, репортаждар, хәбәрҙәр урын ала. Әлеге ваҡытта Рус Викияңы­лыҡтарында башҡорт, татар, эрзән, удмурт күп телле яңылыҡтар бүлеге бар.

Викимилек – үҙенсәлекле фото-, ау­ди­о-, ви­деоальбом. Унда донъяның төрлө төбәктәрендәге википедистар үҙҙәре төшөргән фотоларҙы урынлаштыра һәм, ниндәйҙер мәҡәләне биҙәргә кәрәк булғанда, ошо альбомдарҙан да булыуың “текәлек” билдәһе түгел, ә викимилектә үҙ категорияң булыу “текәлек”.

Викиөҙөмтә – ул цитаталар, матур, ҡанатлы фекерҙәр тупланмаһы. Уларҙы алфавит йәки авторҙар буйынса тупларға мөмкин. Уңайлылығы нимәлә – ҡапыл кәрәк булған фекерҙе йәки цитатаны, ул унда индерелгән булһа, тиҙ генә ошо проектта табырға мөмкин. Башҡортса Викиөҙөмтә лә шулай уҡ инкубаторҙа “моронлай”.

Викиһүҙлек – күп функциялы һүҙлек. Нәшер ителгән һүҙлектәрҙә табып булмаған, ҡасандыр ҡулланылып, бөгөн онотолоуға дусар булған, телмәребеҙҙән төшөп ҡалған йәки фекер алышыу нигеҙендә башҡортса ҡулланыу ихтыяжы булған һүҙҙәр тупланмаһы. Шулай уҡ әлегә төҙөлмәгән башҡорт-сит телдәр һүҙлеге. Мәҫәлән, әүҙем вики-өләсәй Гүзәл Ситдиҡова төҙөй башлаған башҡортса-монголса һүҙлекте бары тик Викиһүҙлектә генә таба алаһығыҙ. Проект шулай уҡ Викиинкубаторҙа ята.

Викисәйәхәт – ул үҙенсәлекле юл күрһәткес. Был проектты теге йәки был рес­публиканың, төбәктең, ҡаланың, райондың, хатта ауылдың туристик ылыҡтырыусан­лығын күтәреү маҡсатында ҡулланыу урынлы. Унда барлыҡ турист маршруттары, иҫтәлекле урындар тураһында яҙырға була. Википедиянан айырмалы, Викисәйәхәттә һылтанмалар кәрәкмәй, шул уҡ ваҡытта маршрутта йәки объектта үҙгәрештәр булыу менән шунда уҡ төҙәтеүҙәр индереү зарур. Юл күрһәткес булараҡ, был проектта объект тураһында ғына түгел, ә унда нисек, ниндәй төр транспорт менән барырға, ҡайҙа ашарға, йоҡларға, ҡайҙа сувенирҙар һатып алырға мөмкин икәнлеге һәм яҡынса хаҡтар тураһында ентекле мәғлүмәт бирелә. Әлеге ваҡытта был проектты Санкт-Петербургтың тыуған яҡты өйрәнеүселәр юзер-төркөмө уңышлы алып бара һәм, нигеҙҙә, Питерҙың барлыҡ иҫтәлекле урындары, турист маршруттары тураһындағы мәғлүмәт менән тулыландыра, бының өсөн махсус экскурсиялар ойоштора. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Викисәйәхәттең Башҡортостан тураһындағы бүлегендә рус википедистары башҡорт-рус һөйләшеү һүҙлеген урынлаштырған. Викиверситет – мәғариф һәм фән өлкәһендәге интерактив асыҡ проекттар. Викитөрҙәр – биологик төрҙәр хаҡында белешмәләр йыйынтығы. Үкенескә ҡаршы, башҡорт википедистары әлегә һуңғы өс проектҡа бөтөнләй тотонмаған.

Викиинкубатор – ниндәйҙер тел бүле­гендә башланып, дөйөм киңлеккә сығырға үҙ ваҡытын көтөп ятҡан проекттар урыны. Үҙаллы бүлек булып эшләй башларҙан алда проекттар инкубаторҙа әҙерләнә, билдәле бер кимәлгә етә һәм проектты артабан алып барырлыҡ көстәр барлыҡҡа килгәндә тулы хоҡуҡлы булып ҙур донъяға сыға. Үҙаллы Википроекттарҙың тағы бер мөһим үҙенсәлеге бар – уларҙағы мәғлүмәтте Викидата аша бер-береһе менән бәйләп була.

Барлыҡ ошо проекттарҙы нисек итеп үҙ төбәгеңә, республикаңа, район-ҡалаңа, ауылыңа файҙа килтерерлек итеп ҡулланырға? Тәү сиратта – ауылың, ауылыңдың абруйлы, маҡтаулы исемдәре булған кешеләре, иҫтәлекле урындары тураһында мәғлүмәттең бар донъяға күрһәтеү теләге кәрәк. Эйе, бик күп сикләүҙәр һәм талаптар арҡаһында бындай мәғлүмәтте Рус Википедияһына яҙып булмай, әммә халыҡ-ара һәм башҡа конкурстар ойоштороу рус Википедияһын урап үтеп, туранан-тура башҡа тел бүлектәренә мәҡәлә яҙыу мөмкинлеген арттыра. Бында Викидата проекты ла ныҡ ярҙам итә.

Бөгөн тотош республикала ғына түгел, айырым төпкөл ауылдарҙа ла төрлө саралар, шул төбәккә генә хас йолалар үтеп тора, социаль селтәрҙәргә күҙ яуын алырҙай фотолар һалына. Ә ни өсөн был брендҡа әүерелгән, тергеҙелгән йолалар тураһында Башҡорт Википедияһында мәҡәләләр, фотолар, Викияңылыҡтарҙа репортаждар, Вики­дәреслектә нисек ойоштороу һәм үткәреү буйынса дәрестәр юҡ? Уларҙы кем эшләргә тейеш? Ә бит район ғына түгел, республика гәзиттәрендә мәғлүмәт бирелә (сығанаҡ!), шулай уҡ башҡорт халыҡ ижады, фольклоры менән шөғөлләнгән ғалимдарҙың хеҙмәте лә бар бит. Бары тик ең һыҙғанып тотоноп, эшләргә генә кәрәк.

Башҡорт милли кейеме парады, “Тамға” конкурсы, “Айыҡ ауыл”, Фольклориада... Һанай китһәң, күпме матур байрамдар һәм конкурстар тап Башҡортостанда башлана, әммә улар тураһында глобаль энцикло­педияға яҙыусы юҡ… Ирекмәндәр етмәй, булғандары барлыҡ йүнәлеште күтәрә алмай.

Бөгөн эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү, туристарҙы йәлеп итеү тураһында даими һөйләнелә, туризм индустрияһында эшләүселәр йылдан-йыл уңыштар ҡаҙана, Рәсәй буйынса беренселәр рәтендә йөрөй. Әммә уларҙың хеҙмәте, маршруттары тураһында Википедияла һәм Викимедианың башҡа проекттарында мәғлүмәт бармы? Әгәр маҡсатлы эш алып барғанда, Викисәйәхәт проекты һәм башҡа проекттар туризмды үҫтереүгә, рекламалауға ҙур өлөш индерәсәк. Әлеге ваҡытта тормошобоҙға QR-код ныҡлы килеп инде. Уны Википедия менән бәйләп тә ҡулланырға мөмкин. Рәсәйҙә Санкт-Петербург менән Татарстан википедистары был йүнәлештә эш башланы ла инде. Мәҫәлән, улар әлеге ваҡытта Санкт-Петербургтың һәм Ҡазандың иҫтәлекле урындарына, мәҙәни мираҫ объекттарына, музейҙарына, мәсеттәренә Википедиялағы мәҡәләнең QR-кодын ҡуйыу идеяһын тормошҡа ашыра. Һөҙөмтәлә экскурсиялағы кеше смартфоны аша объект тураһында мәғлүмәт менән үҙе теләгән телдә таныша ала.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2022 йылды Башҡорт мәҙәниәте йылы тип иғлан итте. Уның барышында тәжрибә рәүешендә эште музейҙарҙан башлап, ундағы экспонаттарға Башҡорт Википедияһындағы мәҡәлә QR-кодын ҡуйып сығыу һис зыян итмәҫ ине, моғайын (әлегә башҡорт телендәге мәҡәләгә генә булһа ла). Шулай уҡ фондта булған экспонаттарҙың фотолары Викимилеккә тейәлһә һәм виртуаль музей эшләнһә, насармы ни?!

Ғөмүмән, Викимедиа проекттарын тормошобоҙҙоң төрлө өлкәһендә ҡулланырға мөмкин. Бының өсөн проекттар менән ҡыҙыҡһынған, уны ныҡлап аңларға һәм үҙ эшендә ҡулланырға теләге булған бер генә хеҙмәткәр ҙә етә.

Викимедист булыуы ауырмы? Башҡорт телен донъя кимәленә сығарыуға, уның интернет селтәрендә ҡулланыу даирәһен киңәйтеүгә, донъя халҡы туплаған барлыҡ белемде башҡорт телендә булдырыуға, онлайн-тәржемәселәрҙең башҡорт телен өйрәнеүенә, яһалма интеллект өсөн башҡорт теленә иң ҡыҫҡа юл күрһәтеүгә саҡ ҡына үҙ өлөшөгөҙҙө индерергә теләгегеҙ булһа, ауыр түгел. Бөгөн хаҡлы ялдағы вики-өләсәйҙәр йәки Бөрйән районының Ғәлиәкбәр урта мәктәбе уҡыусылары буш ваҡыттарында Википедияны тулыландыра икән, башҡалар булдыра алмаймы ни?! Етди ниәтегеҙ булһа, тәү сиратта теркәлеү үтергә кәрәк, артабан бер логин (никнейм) менән барлыҡ проекттарҙа ла ҡатнашырға мөмкин. Ә инде бары тик ҙур булмаған төҙәтеүҙәр генә индерергә теләһәгеҙ (өтөр, нөктә, хәреф хатаһы), теркәлеү ҙә кәрәкмәй, әммә теркәлеүҙең дә үҙенең ыңғай яҡтары бар. Викимедистар рәтенә баҫырға, төплө итеп өйрәнергә теләһәгеҙ, Башҡорт Википедияһы хакимы Рөстәм Нурыевтың онлайн-викимәктәбенә белем алырға килегеҙ (уҡыуҙар бушлай) йәки Stepik мәғариф платформаһындағы “Википедияға инеш” исемле онлайн-курсты үҙаллы өйрәнегеҙ. Икеһендә лә уҡыуҙар бушлай, уңышлы тамамлағандарға сертификат бирелә.

 

Зәйтүнә ӘЙЛЕ,

алты йыллыҡ стажға эйә викиирекмән.

Читайте нас: