Йәмғиәт
11 Февраль 2022, 08:00

Владимир Жириновский ауыр хәлдә...

Көслө сәйәсмән был сиргә бирешмәҫ, тип ышанабыҙ.

Владимир Жириновский ауыр хәлдә...Владимир Жириновский ауыр хәлдә...
Владимир Жириновский ауыр хәлдә...

Мәғлүм булыуынса, Дәүләт Думаһы депутаты, ЛДПР-ҙың алыштырғыһыҙ лидеры Владимир Жириновский, өйөндә оҙайлы дауаланғандан һуң, хәле ауырлашып, 2 февралдә COVID “омикрон” диагнозы менән Үҙәк клиник дауаханаға оҙатыла. Сәйәсмәндең үпкәләре 50-75 процент зыян күргән.

“РБК” мәғлүмәт агентлығы Владимир Жириновскийҙы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырыуҙары тураһында хәбәр иткәйне. Әле “Ura.ru” мәғлүмәт агентлығы: “Владимир Жириновский үҙенең иптәштәрен дә, туғандарын да, табиптарҙы ла танымай. Уның хәле ауыр һәм медицина хеҙмәткәрҙәре артабан нимә булырын әйтә алмай”, – тип яҙған. Әммә ЛДПР вәкилдәре: “ЛДПР аноним сығанаҡтарҙың белдереүҙәрен тулыһынса кире ҡаға”, – тип белдерҙе.

75 йәшлек сәйәсмән ковидҡа ҡаршы вакцинаны даими эшләтеп килде һәм башҡаларҙы ла уны яһатырға саҡырҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ҡәһәрле сир береһен дә аямай. Көслө сәйәсмән был сиргә бирешмәҫ, тип ышанабыҙ.

Фото: news.myseldon.com  

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас