Йәмғиәт
12 Февраль 2022, 15:30

Ҡала юлдары таҙа булһын өсөн

Башҡортостан Башлығы күрһәтмәһе буйынса баш ҡалаға яңы коммуналь техника  ҡайтарыла башланы.

Ҡала  юлдары таҙа булһын өсөнҠала  юлдары таҙа булһын өсөн
Ҡала юлдары таҙа булһын өсөн

Башҡортостан Башлығы күрһәтмәһе буйынса баш ҡалаға яңы коммуналь техника ҡайтарыла башланы.

12 ғинуарҙа  баш ҡалаға “Урал” автотранстпорты нигеҙендәге тәүге дүрт ҡар таҙартыу машинаһы алып киленде. Уларҙың өҫтөнлөгө  -  ҙур ҡар өйөмдәрен таҙарта алыуҙа.

–  Бығаса миллионлы ҡалала ошондай ике генә транспорт сараһы бар ине. Улар 30 йыл самаһы эшләгән һәм һөҙөмтәлелеге юғары тип әйтеү шикле. Республика Башлығы Радий Хәбировтың шәхсән ҡатнашлығы һөҙөмтәһендә баш ҡаланың коммуналь техника паркын киңәйтеү мөмкинлеге тыуҙы. Был бик күп ыңғай үҙгәрештәргә нигеҙ буласаҡ, - тип яҙҙы респубиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев.

Быйыл ҡар күп яуыуға бәйле граждандар рәсми власть вәкилдәренә бихисап тәҡдимдәр, мөрәжәғәттәр яҙҙы. Республика етәкселеге проблеманы яңы техника һатып алыу менән хәл итеп булыуына инана.

Торлаҡ-коммуналь  хужалыҡ министрлығы был йәһәттән анализ үткәргән һәм республика буйынса коммуналь хужалыҡ өсөн 10 миллиард һумлыҡ техника кәрәклеген асыҡлаған. Шул иҫәптән, баш ҡалаға - 4,5 миллиард һумлыҡ.  

Ағымдағы йылдың 10 мартына тиклем конкурс процедуралары үтергә тейеш, улар үҙәкләштерелгән форматта ойошторола.  Ағымдағы йылдың 1 майына тиклем район һәм ҡалаларға йәйге техника ҡайтарыласаҡ, артабан 1 июлгә тиклем – ҡышҡыһы.  Шулай уҡ ошо көндәрҙә Өфөгә шнекороторлы ҡар таҙартыусы биш техника киләсәк.

Фотолар рәсми сығанаҡтан.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас