

Америка журналисын ҡотопсо, бихисап Арктика экспедицияларында ҡатнашыусы Евгений Ферштер оҙатып йөрөй. Андреа Питцер - өс китап авторы, шул иҫәптән береһе XVI быуатта йәшәгән Арктиканы өйрәнеүсе голланд диңгеҙсеһе Виллем Баренцҡа арналған.
2020-2021 йылдарҙа Андреа Питцер Яңы Ер һәм Франц-Иосиф еренә булған Рәсәй Арктик экспедицияларында ҡатнашҡан. Әлеге ваҡытта автор Георгий Седов һәм Георгий Брусилов ойошторған поляр экспедициялар тураһындағы китап өҫтәндә эшләй. Өфөгә иһә ул Брусиловтың “Изге Анна” шхунаһындағы экспедиция тураһында мәғлүмәт йыйырға килгән. Билдәле булыуынса, уның штурманы Өфө кешеһе Валериан Альбанов булған.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Америка яҙыусыһын Башҡортостан ерендә тәбрикләне һәм Валериан Альбанов исемендәге Ҡотопсолар музейын булдырыу тарихы хаҡында һөйләп үтте. Был башланғысҡа этәргес биреүселәрҙең береһе – яҙыусы Михаил Чванов. Ул 1981 йылда “Штурман Альбанов сере” исемле итап яҙған.
– Бала саҡта беҙ барыбыҙ ҙа совет яҙыусыһы Вениамин Кавериндың “Ике капитан” әҫәрен уҡыныҡ, уның сюжеты нигеҙендә “Изге Анна ” экспедицияһы тарихы ята. Был әҫәр буйынса бер нисә фильм төшөрөлгән, улар нигеҙендә бер нисә быуын тәрбиәләнгән. Михаил Чванов музей булдырыу турһындағы идеяһы менән бүлешкәс, беҙ был башланғысты хупланыҡ. Музейҙың маҡсаты – яҡташтарыбыҙ хаҡында иҫтәлекте мәңгеләштереү, улар тураһында киләсәк быуындарға мәғлүмәт еткереү, сөнки Арктиканы тикшереү – ысын батырлыҡ, - тип билдәләне Радий Фәрит улы.
Ҡотопсолар музейы Өфөлә былтыр майҙа асылды. Ул Свердлов урамында урынлашҡан. 300 квадрат метр майҙандағы экспозиция бер нисә тематик зонанан тора.
Андреа Питцер Башҡортостан Башлығына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм пландары менән бүлеште.
Радий Хәбиров, Андреа Питцер һәм Евгений Ферштер тиҙҙән Франц-Иосиф еренә штурман Альбанов эҙҙәре буйынса планлаштырылған экспедицияны тикшерҙе.
Мәғлүм булыуынса, былтыр августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров экипаж составына Башҡортостан вәкилдәрен индереү башланғысы менән сыҡҡайны. Был ваҡиға Рус география йәмғиәте төбәк ойошмаһының Попечителдәр советы ултырышында булғайны. Экспедиция составына Андреа Питцер һәм Евгений Ферштер инергә ниәтләй.
Бөгөнгө иҫтәлекле ваҡиға тураһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәюиров социаль селтәрҙә лә яҙҙы.
"...Бында балаларығыҙҙы алып килегеҙ. Легендар яҡташыбыҙ Валериан Альбановтың музейына үҙегеҙ ҙә килегеҙ. Һәм хыялда ғына булһа ла Арктиканы, боҙло тынлыҡты үҙләштереү ауырлыҡтарына сумығыҙ... Бөгөн Америка яҙыусыһы Натали Андреа Питцер һәм Арктиканы өйрәнеүсе Евгений Ферштер менән Франц-Иосиф еренә экспедиция әҙерләү пландарын тикшерҙек. Пландар ҡатмарлы, әммә тормошҡа ашырлыҡ. Барығыҙға ла яҡшы ял көндәре!", - тип яҙҙы Радий Фәрит улы.
Фото: glavarb.ru