

Кисәнән Баймаҡ ҡалаһында тирә-яҡҡа аҡлыҡ һәм паклыҡ өҫтәп ҡар яуа. Ә ҡар яуһа, Баймаҡ халҡы шатлана ғына. Ни өсөн тигәндә, ҡар менән "әпәкәй" яуа, ти улар. Ни тиһәң дә, һуңғы йылдарҙа ҡабатланған ҡоролоҡ район халҡын тамам йонсотто.
Әле бына кисә лә район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре ҡулдарына көрәк алып ҡар таҙартырға сыҡты. "Ҡар өмәһе" акцияһында ҡала һәм район халҡы ла әүҙем ҡатнашты. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһенә былай тип яҙҙы: "Бөгөн ҡалала һәм районда "Ҡар өмәһе" акцияһы уҙҙы. Уның барышында биналар эргәһе, юлдар ҡарҙан таҙартылды. "Ҡар өмәһе" - ул тирә-яҡты таҙартыу ғына түгел, ә физик сынығыу, сәләмәтлекте нығытыу өсөн шәп ысул.
Ҡарҙы таҙартыуҙа ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт!"
Фото: Фәнис Әминевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.