Йәмғиәт
13 Февраль 2022, 15:45

Ҡар өмәһенә сыҡтылар

Өфөлә “Бергәләп ҡарҙы таҙартайыҡ!” акцияһында 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.

Ҡар өмәһенә сыҡтыларҠар өмәһенә сыҡтылар
Ҡар өмәһенә сыҡтылар

Өфөлә тротуарҙарҙы һәм дауалау-профилактик  учреждениеларҙың биләмәләрҙе ҡарҙан таҙартыу буйынса “Бергәләп ҡарҙы таҙартайыҡ!” акцияһы үтте.

Сараны “Берҙәм Рәсәй” партияһының ҡала бүлексәһе “Берҙәм Рәсәй"ҙең "Йәштәр Гвардияһы” төбәк бүлексәһе менән берлектәр ойошторҙо.

Баш ҡаланың 23 социаль әһәмиәттәге объекттарында, шул иҫәптән 12 медицина учреждениеларында 300-ҙән ашыу кеше ҡар таҙартыуҙа ҡатнашты.

Ҡар өмәһенә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, Өфө ҡала Советы  депутаттары, ҡала хакимиәте вәкилдәре, “Берҙәм Рәсәй” партияһының, “Берҙәм Рәсәй"ҙең "Йәштәр Гвардияһы”ның урындағы бүлексәләренең әүҙемселәре һәм ҡаланың битараф булмаған башҡа граждандары ҡушылды.

– Беҙҙең депутаттар корпусы тулы составта медицина учреждениелары һәм уның эргәһендәге биләмәләрҙе ҡарҙан таҙартыу акцияһында ҡатнашты, – тип уртаҡлашты Өфө ҡала Советы рәйесе урынбаҫары Александр Мельников.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Елена Родина уртаҡлашыуынса, улар Рыльский урамындағы 43-сө поликлиниканың биләмәһен һәм башҡа объекттарҙы ҡарҙан таҙартыуҙа ярҙамлашҡан.

– Был элек өмәләрҙә ҡатнашҡан әсәйемдең һәм өләсәйемдең йолалары, тип уйлайым. Тормош иптәшем дә өйҙә ҡар таҙарта һәм бер ниндәй ҙә спорт залы кәрәкмәй, – ти Елена Родина.

“Халыҡ күп йөрөгән үҙебеҙҙең поликлиникаға ярҙам итергә булдыҡ. Сипайлово биҫтәһендәге 43-сө поликлиникаға халыҡ ағымы хәҙер биш-ун тапҡыр күберәк буласаҡ һәм “Партия ярҙам итә” саҡырыуы һүҙҙә генә түгел, ә ғәмәлдә булыуын күрһәтеү өсөн беҙҙең әүҙемселәр ҡарҙы таҙартыуҙа ярҙам итә”, – тип белдерҙе “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе Башҡарма комитетының етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, Башҡортостандағы төбәк партия бүлексәһе Секретарының урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров.

Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенән.  

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас